Бесән сабыу, салғы (йомаҡтар)
- Ялт-йолт итә, ялмап китә.
- Ялт-йолт йылан шыуа килә,
Йылға ярын емерә килә.
- Ялт-йолт итте, яр аҫтына кереп китте.
- Ялт итә лә йолт итә,
Ете саҡрым ер китә.
Ялма йылан былай килә,
Ялт яланды ялай килә.
- Шыр яланға сыҡтым,
Айғыр ялын йыҡтым.
- Йылан шыуа килә,
Яр емерелә килә.
- Йым-йым иткән ниҙер ул?
Ялмап алған ниҙер ул?
Биле бөк(ө)рө ниҙер ул?
Яуҙы ҡырған ниҙер ул?
- Ағын һыу аға килә,
Текә яр емерелә килә.
Йөҙө йылтырап бара,
Ялы йығылып бара.
- Үлән аҫтында ут йүгерә.
- Ялт-йолт итә,
Яҫтыҡ ташлап китә.