Бешкән һыйыр теле

Бешкән һыйыр теле

ҠатнашмаларҮҙгәртергә

  • 1 кг тел
  • 2 кишер
  • 2 баш һуған
  • 1 баш һарымһыҡ
  • 1 лавр япрағы
  • укроп, тоҙ

ӘҙерләүҮҙгәртергә

Телде 1—1,5 литр һыуыҡ һыуға һалып, тәмен яҡшыртыу өсөн кишер, һуған, һарымһаҡ, лавр япрағы һәм укроп өҫтәп, тоҙ һибеп, талғын ғына утта бешерәләр. Бешеп сыҡҡас, телде тиҙ генә һыуыҡ һыуға һалып алалар һәм тиреһен һыҙыралар. Өҫтәлгә йоҡа ғына итеп киҫеп, тәрилкәгә матур итеп теҙеп, йәшел һуған, укроп менән биҙәп бирәләр.