Бигос
Би́гос (би́гус) — поляк һәм Литва аш-һыуы, ит һәм тоҙло кәбеҫтәнән әҙерләнә.
Әҙерләү ысулдары төрлө.
Классик бигос
- 2 кг аҡ күсәнле кәбеҫтә
- 2 кг тоҙло кәбеҫтә
- 0,5 кг кейек ите
- 0,25 кг төрлө колбаса (һунар, силез йәки башҡа ыҫланған колбаса)
- 0,25 кг итлерәк туң май
- бер нисә сей йә кипкән бәшмәк
- борос, тоҙ, лавр япрағы
Әҙерләү
үҙгәртергәТоҙло кәбеҫтәне ваҡ итеп ҡырҡырға, һыу ҡойоп, талғын утта бәшмәк, борос, тоҙ һәм лавр япрағы менән йомшарғансы быҡтырырға (2 сәғәт тирәһе). Туң майҙы ваҡ киҫәктәргә телергә һәм табала ҡыҙҙырырға. Уға ит һәм колбаса киҫәктәрен өҫтәргә. Кәбеҫтәнең һыуын алып (әгәр булһа), ит һәм майҙы өҫтәргә. Бер-ике сәғәт быҡтырырға (оҙағыраҡ булған һайын яҡшыраҡ).
Әҙер бигос ҡуйы, әскелт булырға тейеш.
Рецептҡа ҡарап, шулай уҡ әнис, майоран, ҡара емеш өҫтәйҙәр.
Кәбеҫтәнән әҙерләгән башҡа аш-һыйға кеүек үк, бигосҡа ла ҡабырға итен, кимерсәк өҫтәйҙәр: оҙаҡ бешергәндә, тәмле итеп йомшара. Бигос йылытҡан һайын тәмлерәк була, тәмен юғалтмай.
Бигосты икмәк менән ашайҙар.