Биҙрә, уның менән һыу алыу (йомаҡтар)
Биҙрә тотҡаһы
- Һыу арҡыры тимер күпер.
- Ҡолағы бар, башы юҡ.
- Ҡара һыйырым ҡырға китте,
Ҡолаҡтары ҡарпая китте. - Ҡара бейәм батты,
Ҡолағы тырпайып ятты. - Ҡола бейәм ҡойоға батты,
Ике ҡолағы һерәйеп ҡатты. - Ике туған һыу инергә киттеләр.
- Иркә ике ҡыҙым бар —
Иртә лә, кис тә Һыу ҡойонорға баралар. - Ике һылыу һыуға бара.
- Мәскәүҙән килгән күк айғыр
Боһороп-боһороп һыу эскән.