- Ағасы һайын ботағы,
Ботаҡ һайын ояһы,
Оя һайын балаһы.
- Ҡырҡ тирәк, ҡырҡ ботаҡ,
Ботаҡ һайын ун оя,
Оя һайын ун йомортҡа.
- Нарат-нарат нарлы ботаҡ,
Ботаҡ һайын йомортҡа.
- Оҙон-оҙон уҫаҡ,
Уҫаҡ һайын ботаҡ,
Ботаҡ һайын оялар,
Оя һайын балалар.
- һары-һары-һары ботаҡ,
Ботаҡ һайын бер оя,
Оя һайын йомортҡа.
- Ҡырҙа үҫкән ҡарағай,
Ботаҡтарын ҡарамай;
Ботағы һайын оя,
Ояһы һайын йомортҡа.
- Ҡыуаҡ-ҡыуаҡ,
Ҡыуаҡ һайын кетәк-кетәк,
Кетәк һайын оя-оя,
Оя һайын йомортҡа.
- Тоҡ-тоҡ-тоҡ алай,
Тоҡ эсендә биш малай.
- Уҡлау,
Уҡлау башы суҡлау.
Ер күкләү,
Етмеш ағас ботағы.
- Тап-тап табағас,
Табағаста мең ағас,
Алтын аяҡ күбәләк,
Йомортҡаһы түңәрәк.