Борщ ашына әҙерләмә
Борщ ашына әҙерләмә
Ингредиенттар
үҙгәртергә- Сөгөлдөр — 3 кг
- Кишер — 1 кг
- Кәбеҫтә — 3 кг
- Шәкәр — 18 аш ҡалағы
- Үҫемлек майы — 6 аш ҡалағы
- Ҡара борос — 10 бөртөк
- Уксус — 1 аш ҡалағы
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәСөгөлдөрҙө, кишерҙе «һалам» формаһында ваҡлап киҫергә.
Кәбеҫтәне лә нәҙек итеп ваҡларға. Шунан ҡоштабаҡта бергә ҡушып, иҙгесләп баҫырға.
3 литрлыҡ банканы ҡыҙған духовкала стерилләп, әҙерләнгән үҫемлек ҡатнашмаһын, баҫҡылап банкаға һалырға.
Шунан 18 аш ҡалағы һыу, 6 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡойорға,
10 бөртөк ҡара борос төшөрөргә. Өҫтөнә 1 ҡалаҡ уксус ҡойорға.
- Әҙерләмә оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, һуған ҡушмау хәйерлерәк.
«Бай баҡса» тапшырыуында тәҡдим ителде, 08.01.2017.