Борщ салаты

Файл:Mashevaja košė .jpg
Борщ ашы бешереү өсөн алдан әҙерләнгән

("Бай баҡса" тапшырыуында тәҡдим ителде, 8.01.2017)

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Хәҙерге мәшәҡәтле заманда, эштән ҡайтып инеү менән, тиҙ генә ғаиләңде ашатыу хәстәрләгәндә,бик уңайлы ярым әҙер ашамлыҡ.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Сөгөлдөр - 3 кг
  • Кишер - 1 кг
  • Кәбеҫтә - 3 кг
  • Шәкәр - 18 аш ҡалағы
  • Үҫемлек майы - 6 аш ҡалағы
  • Ҡара борос - 10 бөртөк
  • Уксус - 1 аш ҡалағы

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Сөгөлдөрҙө, кишерҙе "һалам" формаһында ваҡлап киҫергә.

Кәбеҫтәне лә нәҙек итеп ваҡларға. Шунан ҡоштабаҡта бергә ҡушып, иҙгесләп баҫырға.

3 литрлыҡ банканы ҡыҙған духовкала стерилләп, әҙерләнгән үҫемлек ҡатнашмаһын, баҫҡылап банкаға һалырға.

Шунан 18 аш ҡалағы һыу, 6 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡойорға,

10 бөртөк ҡара борос төшөрөргә.

Өҫтөнә 1 ҡалаҡ уксус ҡойорға.

  • Әҙерләмә оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, һуған ҡушмау хәйерлерәк.