Тәҙрә боҙо

  1. Әндрәй күҙен аҡ алған.
  1. Үҙем — һыу,
    Үҙем һыуҙа йөҙәм.
  2. Утта янмай, һыуҙа батмай.
  3. Килделәр ағайҙар балтаһыҙ,
    Һалдылар күперҙе таҡтаһыҙ.
  4. Көндөҙ ватылған быяла төндә төҙәлә.
  5. Балтаһыҙ-көрәкһеҙ күпер һалынды.
  6. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ күпер төҙөй.
  7. Ҡышын ята таштай,
    Яҙын саба аттай.
  8. Көҙ тыуа,
    Яҙ үлә.
  9. Буҙ атым баҫма булды,
    Буйҙан буйға таҫма булды.
  10. Ҡиммәтле таш түгел — ялтырай.
  11. Тышҡа ҡуйҙым — таш булды,
    Өйгә индерҙем — һыу булды.
    Инде ни хәл итәйем,
    Утҡа ҡуйҙым — быу булды.
  12. Тышта таш була,
    Өйгә инһә, һыу була.