Булған хәл (хикәйәләр)

Миңһылыу Абдуллинаның Башҡорт ҡатын-ҡыҙы төркөмө ойошторған Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ конкурсында ҡатнашҡан әҫәрҙәре

Аҡ әбей бәйете

үҙгәртергә

"Беҙ дүрт бала үҫтек әсәй менән
Һәм үҫмәнек иркә ҡосаҡта..."
Ниңә, әтеү, яндыраһың, энем,
Ер тамуғы тигән усаҡта?...
Һинең өсөн оҙаҡ көрәштек беҙ
Яратыу хисе көслө вә тиңһеҙ.
Ғорурлыҡтар йыһандай ҙур ине -
Хәҙер баҙлап яна битебеҙ.
Төшөп ҡалғандарҙан түгелһең дә -
Уны һәләк һәйбәт аңлайбыҙ.
Бөгөн килеп, ниңә ҡылығыңдан,
Кешегә сер бирмәй, баҙайбыҙ.
"Мөғжизә! Дүрт балам - дүрт таған,
Өсөнсөһө - улым, алтын нур!
Үҫеп етһәң, ҡыҙ туғандарыңа
Таяныс вә ныҡлы терәк бул!"
Атай булды ирҙәрсә талапсан,
"Иркәләтте" шай улыҡайын әсә.
Тәмле һүҙле булыр тигәндер ҙә -
Улының теле ағыу сәсә.
- Юҡ! Юҡ! Һәйбәт минең туғанҡайым,
Ниндәй себен уны тешләгән?
- Себендең дә хә-тә-ре, зә-һә-ре?!
Көнө юҡ бит уның эсмәгән...
- Яҡшыға өгөтләй апай-һеңлем,
Күҙҙән төшмәҫ кәрәк, оятһыҙ, "-
Шундай уйҙар үтмәйме башыңдан?
Ниңә булып киттең хаяһыҙ?
- Әллә килен, кәләшең, моңһоҙмо?
Наҙлы һүҙҙәр таба белмәйме?
Гел арҡыры тороп, тупаҫ бысҡы кеүек,
Күңелеңде һинең өйкәйме?
Һатып алып ағыуҙы һин эсмә,
Кәрәк булыр һаулыҡ, тыңласы:
- Көн сыҡҡандай мейеңтаҙарыныр -
Күрәләтә аҡылың юймасы.
Төҙәлергә тырыш, бик ныҡ уйлап,
Саманан аштырма, туҡтасы!
Бул әле һин балаҡайҙарыңа
Ышаныслы донъя тотҡаһы.
Күҙеңде ас: Тормош шундай матур!
Төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша.
Абруйлы бул, йәш сағыңдағыса,
Йәшә үҙебеҙсә, башҡортса.
Йәшә оҙаҡ, туған йәнле булып,
Һәм бул киң күңелле, мул ҡуллы!
Апай-һеңлеләрең ҡыуандыр һин -
Булырһың халҡыңдың да шәп улы

.

Керле донъя пакланһын

үҙгәртергә

Тәбиғәткә яҙ һулышы ингән. Тауҙағы ҡар ҡатламы урыны-урыны менән батып киткән, соҡорланып өңөлгән — ҡар керләнгән аҡ ашъяулыҡты хәтерләтә. Ботаҡтары яланғас ҡайын, уҫаҡ һәм миләштәр араһында күркәмлегенә маһайып баҫҡан йәшел шыршылар йылт-йылт артта тороп ҡала. Тау башынан елдереп төшөп килгән еңел машинала өс кеше. Руль артында утыҙҙан уҙған ир-егет — Рәзиф. Кейәү кеше. Уның эргәһендә ҡатыны Гөлниса. Ҡотло аҙ комплектлы мәктәбе уҡытыусыһы. Йыйыштырыусы ла, ҡаҙанлыҡ яғыусыһы ла, ҡарауылсы ла. Машинаның артҡы урындығында — Кәтибә апай. Ҡырҡ йыл буйы балалар уҡытып, былтырҙан пенсияла. Ҡаланан ҡайтып киләләр. Бына Сауылдыҡҡа еттеләр... «Сауылдыҡта замана ҡуптарып уйнай торғайныҡ бәләкәй саҡта. Ҡыш көнө ағас саналарҙа, Әбделғәни бабай яһап биргән саңғыла шыуа торғайным. Йәй етте ниһә еләк йыя инек. Ике тотҡосона бау бәйләнгән бәләкәй һаптысайҙы яртылағас, үҙебеҙ менән алып килгән шәкәр ҡомон, ҡаймаҡты еләккә ҡушабыҙ ҙа, һындырып алған ботаҡ менән иҙеп, болғайбыҙ. Шул тиклем тәмле була, телеңде йоторлоҡ, хәҙерге йогурттарың ары торһон. Сауылдыҡтан үргә бер аҙ барһаң, Кәҫтетүбәгә барып сығаһың. Унда инде көртмәле емерелеп уңа,» – тип хәтирәләргә бирелеп килгәндә, Йәмдешишмә эргәһенән үтеп, Саған күперенә лә еттеләр.

Әйләнеп ҡараһа, Йәмдешишмә яғынан ике кеше килгәнен күрҙе. Рәзиф кейәүе машинаның тышын таҙаларға булғас, атлай торорға булдылар. Әсәле-ҡыҙлы ауыл осондағы юлға боролдоҡ ҡына тигәйнеләр, йәмһеҙ дөбәләшкән тауышҡа ирекһеҙҙән боролоп ҡаранылар

— Бәй, былары кем тағы? – тип һораны Кәтибә.

— Юҡҡа иғтибар итмә, әсәй. Үргөс урамы эскеселәре. Инәле-уллы етәкләшеп эсеп йөрөйҙәр шулай, әҙәм көлдөрөп.

— Йәмдешишмә буйынан киләләрҙәһә?!.. Ҡулдарында күнәктәре лә бар шай… Кәтибә апайҙың таныш һынын шәйләнеләр, ахырыһы, туҡтап ҡалдылар. Ҡатын-ҡыҙ ишараты хатта арты менән әйләнеп баҫты. Ҡулдары менән кеҫә тирәләрен ҡапшап, нимәлер эҙләгән булып ҡыланды.

— Һине күргәс, туҡтанылар. Ояла белә икән дә. Атлайыҡ. Әллә ни ишетеүең бар ундайҙарҙан,– тине Гөлниса.

...Үҙәге өҙөлөп киткәндәй булды, күңеле ярһыны, өгөтләп, кәңәштәр биреп, йәштәрҙе тайғаҡ юлдан ҡурсаларға өйрәнгән уҡытыусының.

Күрше Ҡомалаҡ ауылына бишенсе кластан башлап йөрөп уҡый торғайнылар элек, сөнки үҙҙәрендә, Аяҙбашта, башланғыс мәктәп кенә ине. Йәйәү йөрөп, ыҙа сигеп йөрөгән замандарҙа зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле, аҡ йөҙлө, яңғыратып көлөп ебәрә торған сая Зөлхизәнең шундай көнгә ҡалырын башына ла килтерә алмаҫ ине. Эскелек шундай ғибрәт төҫ алыр, ир-ат ҡына түгел, хатта ҡыҙ-ҡатын да иҫереп урам буйлап йөрөр, тәмәке тартыр тигән уй хатта мөмкин дә түгел ине.

Ғәлиәскәр бабай, ҡарт булһа ла, балаларының ҡайтырын көтөп, талпынып торҙо. Күңелһеҙ уйҙарға бирелеп килгән Кәтибә, ҡапҡа алдында уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, алға ынтыла биреп баҫып торған атаһын күргәс, балаларса хисләнеп китте. Йүгерә-атлай, хатта Гөлнисаны уҙып китеп, ҡәҙерле атаһын ҡосағына алды. Ғәлиәскәр ағай, ғәйрәте һәм дәрте ташып торған хәстәрлекле, наҙлы атай булды: ҡыҙҙарын да, улдарын да бер тигеҙ күреп, яратты. Кәрәк саҡта талапсан да була белде. Белем алырға бик етди өндәне.

— «Шәп самауырҙы» ҡуйғайным. Әле һүндереп торҙом. Тағы йылытайыҡ,– тип өлтөрәп йөрөй олатай. Түр яҡҡа өҫтәл әҙерләнеләр. Сәйҙе тәмләп эсеп бөткәс, Гөлниса, ҡашыяҡты йыуып, һауыт-һабаны сервантҡа урынлаштырҙы. Матур эре сәскәләр төшөрөлгән япмалар ябылған диванға Кәтибә менән Гөлниса ултырҙы, түрге тәҙрәләргә ҡаратып ҡуйылған ике креслола олатай менән Рәзиф урын алды.

— Шөкөр, Зиннәтем эргәмдә, киленемдең яҡты йөҙөн күреп, тәмле ашын ашап ҡыуанам. Тирәкленән Хәтифәм менән Арыҫлан кейәүем йыш килә. Керемде, иҙәнемде йыуып, өйҙө аҡлап, түбә таҡтаның саңын һөртөп, ялтыратып ҡайтып китәһегеҙ. Ризамын, йәнекәйҙәрем! Ҡыҙым, ейәнсәрем, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ысын йөрәктән ҡотлайым һеҙҙе. Әсәлек дәрәжәһен лайыҡлы тотоғоҙ, оҙон ғүмерле булығыҙ. Балаларығыҙҙың уңыштарына кинәнеп йәшәргә яҙһын! Гөлниса, олатаһының сүгеп киткән кәүҙәһенә ҡарап ултырҙы ла, ике тиҫтә йыл элек кенә Сибәр апаһы менән Сөнәғәт еҙнәһенең туйында уның еңел генә итеп бейегәне һәм өләсәһе менән олатаһының йәштәрҙе матур итеп йырлап ҡотлағандары күҙ алдына килде.

— Олатай,был фотоғыҙҙы төшкәндә һеҙгә нисә йәш ине?

— Кәтибә минең алтмыш йәшемә һуғыш һәм хеҙмәт йылдарым тураһында бик эстәлекле альбом биҙәгәйне. Шунда тәүге биткә ҡуйылған ул фото. Пенсияға киткән йылды, Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы уңайынан ауыл клубына байрамға саҡырғайнылар. Шунда фотоға ла төшкәйнек. Кәфиә ҙурайттырып та ҡуйған икән. Көндө төнгә ялғап баҫыуҙан ҡайтмай йөрөгәс ни, шуны ла белмәгәнмен дә. Кәфиә үлгәс, комод тартмаһынан табып алдым. Гәзиткә урап ҡәҙерләп һалып ҡуйған булған. Элек бит йәш саҡта төшкән фотобыҙ ғына эленеп тора ине стенала.

— Эйе, олатай. Ул фотола һеҙ икегеҙ ҙә, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәрһегеҙ.

— Шулайын шулай, ул рәсем татлы-баллы мәлдәр шаңдағы һымаҡ. Эйе, өләсәйеңдең ҡурсаҡ кеүек матур сағы ине. Мин дә һәйбәт үк инем... Ә бына был рәсем ысынбарлыҡтың үҙе. Беҙ бында биш баланың ата-әсәһе. Был осор — тәрбиә емештәребеҙҙе күреп, ҡыуанып, ғорурланып, арҡаға арҡа терәп йәшәгән дәүеребеҙ иҫтәлеге. Иркәмде һаман тере тип тоям, ултыра торғас, уның менән һөйләшеп алам, кәңәшләшәм.

Уйһыҙ һөйләшеп ултырғанда, Ғәлиәскәр бабай ҡапыл тороп баҫырға итте лә кире ултырҙы. Тәҙрә аша нимәлер күреп, бүлмә уртаһында ултырған түңәрәк өҫтәл ҡырына барып тотондо ла, уң ҡулын маңлайына ҡуйып:

— Эй, байғоштар! Аслыҡ көҫәп йөрөйҙәр, туҡ тормоштоң ҡәҙерен белмәйҙәр, — тип көрһөндө. Уң ҡулын өҫкә күтәрҙе лә, кинәт аҫҡа төшөрҙө, хәлһеҙләнгән кеүек урынына ултырҙы. Йөҙөнә бойоҡлоҡ күләгәһе ятты. Йыйырсыҡтары тәрәнәйҙе, ирендәре нәҙегәйеп ҡымтылды, бер аҙ ғына көмөрәйеп торған ҡырлас танау япраҡтары дерелдәне.

Өйҙәгеләр ҙә был күренеште күҙәтә ине. — Беҙ баяғы күргәйнек уларҙы күпер төбөндә — тине Кәтибә, тулҡынланып. Зөлхизә менән өлкән улы Илнар, аҡһай-түңкәрелә, Үргөскә китеп баралар ине.

— Элек Зөлхизә апай менән Мираҫ ағай, ҡыҙмаса көйө, клубҡа йөрөргә ярата ине. Мираҫ ағай бигерәк оҫта итеп гармунда уйнай. «Бына шул Зөлхизә апайығыҙҙы яратам инде. Беҙ бит, мин армияға киткәнсе, өйләнештек, — тип һөйләп ала Мираҫ ағай, гармунын тындырып, ял иткән арала. ...Юҡ бит миңә яратҡан эшемдә йөрөргә мөрхәт бирмәне. Клуб мөдире инем бит мин. Артыҡ ныҡ яратыуы микән, көндәште ул мине. Әле булһа бына эргәһенән ебәрмәй. Гел бергә йөрөйбөҙ, айырым йөрөгән юҡ». Ысынлап та, ире тәмәке тартырға сыҡһа ла, Зөлхизә апай, күҙ яҙҙырмай эйәреп сыға, тотам да ҡалмай ине. Шунан тағы эйәртешеп килеп керәләр. Беҙ ни оло кешеләргә: «Ҡайтығыҙ бар, ялҡыттығыҙ», — тип ҡыйып әйтә алмайбыҙ. Йә беҙҙең йәштәге егеттәр араһында, әмәлгә ҡалғандай, береһе бер гармунда уйнамай. Тик кассеталарға яҙылған замана көйҙәренә генә бейей торғайныҡ бит инде. Ә Мираҫ ағай, онотолоп китеп, еренә еткереп, дәртле итеп уйнай бейеү көйҙәрен, яғымлы тауышы менән моңло итеп йыр ҙа һуҙып ебәрә. — тип хәтерләне Гөлниса.

— Эйе, бик әртис заттар улар, һәр береһе йырсы, һәр береһе бейеүсе тип әйтһәң дә була, — тип һөйләп алып китте Ғәлиәскәр бабай.

— Уҡыуға ла зирәк нәҫелдәр. Минең менән тиңдәш Хәмит исемле бер ағалары бар ине. Һуғышта вафат булып ҡалды. Зайнатып йырлай торғайны, ул йырлаһа, тәҙрә быялалары земберҙәп китер ине. Гармунда уйнаһа, бармаҡтарына күҙ эйәрмәҫ ине. Бейергә төшһә — һөйәкһеҙ инде. Хәмиттең, Балтик буйын азат иткәндә, батырҙарса һәләк булғанын аҙаҡ белдек. Наградаһын — беренсе дәрәжәле Ватан һуғышы орденын — Еңеүҙең утыҙ йыллығын байрам иткәндә, ағаһы Миңдеғәлимгә бирҙеләр.

Шымып ҡалдылар, һәр кем үҙ уйына китеп, байтаҡ ҡына ултырҙылар.

Тынлыҡты Кәтибә боҙҙо:

— Атай, ә Зөлхизә ниндәй ине! Ут бөрсәһе бит! Нәсимә апай менән Ғарифулла ағай беҙҙең йәнәштә бесән саба торғайны. Зөлхизә малай урынына эшләр ине: алдын киң алып тороп саба, кәбәнде, тейендәй етеҙ өйөрөлөп, баҫа. Күбә тарттырһынмы, ат эсерергәме, сәй ҡайнатырғамы — бар ергә лә шул Зөлхизә өлгөрә. Мираҫ армиянан ҡайтҡас, ауылдағы иң күркәм өй һалып керҙеләр. «Таҙа йәшәй, бөхтә тотона», — тип, Зөлхизәне маҡтағандарын йыш ишеттем. Илнарҙары мәктәптә яҡшы уҡыусылар рәтендә ине, буғай. Күҙ тейҙеме икән уларға?”

— Һин уҡытманың микән Илнарҙы, әсәй?

— Юҡ, мин Зөлхизәләрҙең кесе улдары Илмирҙе уҡыттым. Ул ваҡытта Ҡотлонан йөрөп эшләнем. Мираҫтарҙың ейәне Динисты ла уҡыттым. Бик итәғәтле, һөйкөмлө малай булды. Илнарҙың тамаҡҡа һалырға ярата башлағаны тойола ине. Атаһы менән бергә йөрөп кәсеп иттеләр бит. Шунда эскәндәр инде. Килен кеше, ҡала ҡыҙы булһа ла, тырышып ҡына донъя көткәнгә оҡшағайны. Исеме бер төрлө ят ине.

— Виола шикелле. Ял көндәре, каникулдарҙа, байрамдарҙа өләсәләренә ҡунаҡҡа килә торғайны. Шунда танышҡандарҙыр.

— Ә Зөлхизә менән Мираҫ айлап эсә башлағайнылар ул саҡта. Мин ауыл советы эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе инем, райсовет депутатымын да. Үҙҙәре менән өйҙәренә барып һөйләшергә тура килде, совет ултырыштарына ла саҡыртып һөйләштек бер-нисә ҡабат. Оялған, үкенгән кеүек булдылар, төҙәлергә һүҙ бирҙеләр хатта. Зөлхизә шул саҡта бер-ике йыл эсмәй алды. Ҡатыны эсмәгәс, Мираҫ та бынамын тигән булып китте. Малдары ишәйҙе, бәрәңге-кәбеҫтә күпләп ултыртып, ҡаҙ-өйрәк үҫтереп, тормоштары бөтәйеп киткәйне. Мине аят ашына ла саҡырғайнылар. Зөлхизә, миңә рәхмәттәр әйтеп, күстәнәстәр биреп, ололоҡлап оҙатҡайны.

Кәтибә, хәле бөткәндәй, бер аҙ тынып торҙо:

— Ә бөгөн күпер төбөндә уны меҫкен хәлдә күргәс, ҡойолоп төштөм. Хәҙерге мул тормошта ла шундай күңел төшөнкөлөгө булыр икән дә. Мираҫтың фажиғәле үлеменән һуң да туҡтарға була ине. Ниндәй татыу булдылар! Һоҡланғыс ине бит. «Хәҙер, исмаһам, улың өсөн көрәш, тартып ал уны эскелек һаҙлығынан», — тип баш ватам. Нимә етмәй, нисек аңларға быны? — тип аяғүрә баҫты Кәтибә.

— Рухтары ныҡлы түгел, оло маҡсаттары, ынтылыштары юҡ, — тине Гөлниса.

— Атай, — тип өндәште Кәтибә, Ғәлиәскәр бабайҙың ҡаршыһына ултырып, — һин беҙгә, иҫеңдәме, һөйләй торғайның, күҙ йәше аралаш һөйләй инең, Мираҫтың олатаһы Солтанғәле мулланы, кулак мөһөрө тағып, бар мөлкәтен тартып алып, ауылдан һөргәндәрен.

— Эй, ул заманды һөйләмәгеҙ ҙә инде. Мин бик бәләкәй генә инем әле. Иҫемдә ҡалған, уларҙың биш мөйөшлө өйө Ҡаштаҡ башында бейек булып, буятылған тәҙрә йөҙлөктәре менән күҙҙең яуын алып ултыра торғайны. Хужалыҡтары шәп булды. Лавка тоттолар. Ете улы, бер ҡыҙы бар ине. Аҙаҡ өйҙәрендә мәктәп астылар. Беҙ шунда уҡып йөрөгән булдыҡ. Мин шул өйгә яҡынлашһам, үҙемде ғәйепле кеше һымаҡ тоя инем. Сөнки беҙ, тиҫтер малайҙар менән, уларҙың мөлкәтен талағандарына ирекһеҙҙән шаһит булғайныҡ. Элек гел ялсылыҡтан башы сыҡмаған сатан Иҙрис менән шаталаҡ Мөбинә, мулла абзыйҙың ҙур һандығын һөйрәтеп алып сыҡтылар ҙа, тимер биҙәкле ҡапҡасын шар асып, затлы биҙәүес әйберҙәрен: һағалдырыҡ, сулпыларын күкрәктәренә терәп, ҡолаҡтарына ҡуйып ҡарап торҙолар, атлас күлдәктәрен ҡултыҡтарына ҡыҫтырып ихатанан сығып киттеләр. Сабый күңелем был күренеште һис ҡабул итмәне. Кеше әйберенә ҡул һуҙыу — ҙур ғәйеп тигәнде өлкәндәрҙән ишетеп үҫтек. Шуның өсөн дә мулла абзыйҙың тартып алынған өйөндә мәктәп ойоштороуҙы мин ғәйеп эш тип һананым.

— Уның улдары ла, ҡыҙы ла уҡымышлы булғандыр?

— Шулай инде. Муса тигән иң өлкән улы мәҙрәсәлә лә, ҡалала ирҙәр гимназияһында ла уҡыған тиҙәр ине. Төрлөсә хәбәр ишеттек. Башҡортостан Хөкүмәтенә яҡын торған икән, Зәки Вәлиди менән дә йөрөгән тинеләр. «Ырымбур яҡтарында йөрөгән икән, аҙаҡ Себерҙә Колчак төрмәһендә атҡандар», — тип тә һөйләнеләр. Солтанғәле мулла 1929 йылда 70-кә етеп килгән аҡһаҡал ине. Нисек итеп шул кешене, йәлләмәй, Төньяҡ һыуығына, Архангель өлкәһенә, ебәрмәк кәрәк. Намыҫ ғазабы борсоманы микән, исмаһам, береһен? Ҡарсығы, Бәҙрикамал абыстай, бик ҡыҙғаныс хәлдә ҡалды. Кинйә улы менән Черемховтан ҡайтҡас, инергә өйө лә булмайынса, ҡағынды-һуғынды йәшәп, хыялыйға әйләнеп, гүр эйәһе булды мәрхүмә.

— Ә бер бөртөк ҡыҙҙары ни эшләне?

— Ынйы исемле ине ул. Тиҫтерем Хәмиттән кесеһе. Бик матур ҡыҙ ине. Күбәләк кеүек, сәскә кеүек! Уны аҙаҡ йыраҡ туғандары тәрбиәләне. Һуғыш алдынан ғына, ҡаты сирләп, донъя ҡуйҙы, ун ике йәше лә тулмағайны бисараның. Дүрт улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булды Солтанғәле мулланың. Мираҫтың атаһы Ғаззал ағай менән Миңдеғәле генә тере ҡайттылар. Ауыл араһына сығып йөрөргә ваҡыт булманы минең, үҙегеҙ беләһегеҙ, кеше аша ғына ишеттем: Себер тарафтарында ыҙа сигеп йәшәгәндәрен эскән саҡтарында һөйләп ысҡындырған булған икән Ғаззал ағай. Шуға ҡарамаҫтан, үҙе теләп һуғышҡа китте, Венаға тиклем барып етеп, яҙғас, тере ҡалды. Һуғыш бөткәс, илленсе йылдар башында Мәүсилә исемле татар еңгә һәм ике улы менән, ауылға ҡайтып төштөләр. Ат санаһы менән бүрәнә ташып ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өй һалып сыҡтылар. Ҡалған балалары бында тыуҙы. Мираҫ – иң кесе улдары. Ғаззал ағай ҡара иҫәпкә шәп ине. Үлгәнсе, колхозда иҫәпсе булып эшләне. 65 йәшкә етте микән? Хөкүмәтттең тинлек пенсияһын алып өлгөрҙөмө юҡмы, яҡты донъя менән хушлашты ла мәрхүм… Эсергә ярата ине. Бер кемгә лә зыяны теймәне. Баш төҙәтергә һораһа, уң ҡулын маңлайына һала ла, «түпә» тип әйтә ине. Шуға ла хәҙер ҙә, ауылда берәрһе эсеп ауырыһа, «Түпәме?» тип һорайҙар.

Кәтибә, һандыраған кеше кеүек ултыра торғас: — Олатайым һөйләй торғайны беҙгә: әле бынан йөҙ йыл элек кенә беҙҙең ауылда эскән кешене берәү ҙә хушһынмаған. Ен урынына күргәндәр. Хатта эсеп үлгән ике зимагурҙы зыяратҡа ерләүҙән баш тартҡандар.

— Эскелек һуңғы һуғыштан һуң таралып китте, тип уйлайым мин, — тине Ғәлиәскәр бабай. — Һуғыштан һуң бал ҡойоп эсеү таралды. Дуға туйҙарында өсәр көн ҡунаҡ була торғайныҡ. Тыныс тормош, табында икмәк-тоҙ бар, шуға кинәнгәнбеҙҙер инде...

Кәтибә, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй: — Атай, телефон эшләйме? — тип һораны.

— Юҡ, ҡыҙым, телефон өсөнсө көн инде эшләмәй. Магазин янында, ауыл кешеләре өсөн ҡуйылған аппарат бар. Минең карточкамда бер аҙ аҡса ла ҡалғайны, бар, һөйләшеп ҡара.

Атаһының йылы курткаһын кейеп, әсәһенән ҡалған дебет шәлде ябынып, Кәтибә өйҙән сыҡты. Магазинға етәрәк, бағанаға беркетелгән ҡыҙыл төҫтәге телефон аппараты эргәһендә кемдер һөйләшеп тора ине.

«Эңер төшә башлаған, ваҡыт та байтаҡтыр, Абсаттарҙың «Өмөт» магазины йә ябылып ҡуйыр, икмәк алып ҡалайым әле», — тип уйланы ла Кәтибә, магазинға ыңғайланы.

Магазиндың ишек тотҡаһына үреләм генә тигәндә, эстә нимәлер гөрһөлдәне. Ишек ҡапыл асылып китте, һәм бетон иҙәнгә сәсе - башы туҙған Зөлхизә килеп ауҙы. Ауыр һулап ыңғырашты ла, ниндәйҙер таяныс эҙләгәндәй, ҡулдарын ҡыбырлатты, бармаҡтары менән тәрмәште. Ишек эргәһендәге мейескә һөйәлеп, сайҡала-сайҡала Илнар баҫып тора. Әсәһенә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ хәлдә түгел. Лаяҡыл иҫерек.

Кәтибәнең ҡото осто, ул артҡа сигенергә иткәйне, һушын йыйып, Зөлхизәгә табан эйелде. Тик шунда ғына уның баш осонан ҡуйы ҡара ҡан һарҡып сыға башлағанын күрҙе.

Һатыусы Наилә, яратҡан уҡытыусыһына һаулыҡ бирергә лә онотоп: — Кәтибә Ғәлиәскәровна, һеҙ икән дә!.. Зинһар, телефонығыҙ булһа, шылтыратып, «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ инде. Магазин артына сығып баҫығыҙ ҙа, күп кенә операторҙарҙы тотоп була торған...

Әрәм генә була бит Зөлхизә апай.

Кәтибә, ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫ өсөн, баяғы егет эргәһенә йүгерҙе. Егет кеше Кәтибә апайҙың үтенесен йыҡманы. “Тиҙ ярҙам” машинаһының килеүен һорап шылтыратты. Күңелсәк уҡытыусы апайҙың: «Әй, әрәм була бит!» — тип хафаланыуына:

— Яҙған булһа, терелтерҙәр табиптар. Ә, тегеләй, улар әллә ҡасан әрәм булып бөткәндәр, үҙҙәре теләп аҡылдарынан яҙалар бит. Дуҫым Динис шулар арҡаһында күпме хурлыҡ күрҙе, кеше күҙенә күренергә ояла хәҙер, — тине, әсенеп. Ҡыҙы Сибәр менән һөйләшеү түгел, хатта икмәк алырға ла онотоп, борсолоп ҡайтып керҙе атай йортона Кәтибә.

Иртәнсәк аяныс хәбәр килде Аяҙбаш ауылына: «Район үҙәгендәге дауаханаға барып еткәнсе, күп ҡан юғалтып өлгөргөн булған икән Зөлхизә. Наилә шәфҡәт туташы Сараны ла саҡыртҡан булған. Сара уның башын да бәйләгән, укол да ҡаҙаған, оҙатып та барған икән... Етмәһә, Зөлхизәнең бауыр-бөйөрө лә сереп бөткән икән ти. «Былай ҙа оҙаҡҡа сыҙамаҫ ине», — тигән духтырҙар», — тип һөйләне халыҡ.

14 ғинуар 2019 йыл