Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып..."

Башҡорт халҡының тәрән мәғәнәле, ғәжәп киң диапазонлы һәм иң күркәм йырҙарының береһе - "Буранбай".

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ

Буранбайҙың яҙған хаттары.

Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

Зар илайҙар ауыл ҡарттары...

Был тетрәткес йыр тураһында халыҡ араһында бик күп легендалар йәшәй. 1930 йылда А. Ромм да рус телендә уның легендаһын яҙа. Музыка белгестәре С. Рыбаков, Л. Лебединский һәм башҡалар ҙа яҙған. Ҡурайсы һәм йырсы Ғата Сөләймәнов, уҡытыусы Ғ. Биишвтар ҙа матбуғатта үҙ һүҙҙәрен әйтте. Бынан тыш, Буранбайҙың Алыҫ көнсығышта үлеп ҡалыуы тураһында ла хәбәр булды. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм музыкаһын өйрәнеүселәр һәм тикшеренеүселәр Буранбайға иғтибар итмәйенсә үтә алмай. Әйтеп үтелгән авторҙарҙың сығыштарында нигеҙҙә дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Атап әйткәндә, Буранбай ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сығыусы һәм дөрөҫлөк өсөн яфа сигеүсе итеп тасуирлана.

Мин түбәндә уҡыусыларға архив материалдары хаҡында һөйләмәксемен.

Билдәле булыуынса, 1798 - 1865 йылдарҙа Башҡортостанда кантон системаһы була, башҡорт һәм мишәр халҡы хәрби сословиеға күсерелә. Һау-сәләмәт казак 17-18 йәштән 50 йәшкә тиклем алты-һигеҙ тапҡыр алтышар ай буйы Ырымбур линияһында Россияның көньяҡ-көнсөғөш сиген һаҡлаған, поход һәм һуғыштарҙа ҡатнашҡан.

Буранбай тураһында 1967 йыл "Ленинсы" газетаһында бер мәҡәлә яҙғайным. Ләкин уның йәшәгән ауылы хәҙерге Буранбай тип яңылыш күрһәткәнбеҙ. Шулай ҙа уның шул ауылда тыуып үҫеүе һәм үҙ исеме менән яңы ауылға нигеҙ һалыуын тарих материалдары раҫлай. Ул осорҙан бирле яңы материаолдар ҙа табылды.

Легендалар Буранбайҙың писарь, йә старшина, йә кантон икәнлеге; Ибраһим исемле кешенең кантон булыуы, йәштәрҙе 20-гә еткәндәрен исемлеккә теркәүе һәм шул ваҡытта ҡайһы бер яңылышлыҡ ебәреүе, шуның өсөн ҡулға алыеыуы һәм төрмәнән ҡасыуы хаҡында һөйләй. Бында дөрөҫлөк барлығын суд материалдары иҫбатлай. Әлбиттә, легендаларҙа дөрөҫлөктән ситкә тайпылыуҙар ҙа һиҙелә.

Буранбай яҙмышы тураһында. 1812 йылдың февралендә кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеров, дистанция начальниктары (хәрби отрядты хеҙмәт урынына алып барыусы һәм алып ҡайтыусы) Буранбай Ҡотос улы Һөйөндөкөв, Юлбарыҫ Бикбулатов, йорт страшинаһы Ибраһим Айсыуаҡов хөкөмгә тарттырыла. 1812 йылғы һуғыш башланыу сәбәпле, уларҙың эше 1816-1820 йылдарға тиклем һуҙыла.

Башҡорттар сит илдәрҙә һуғышта. 1814 йыл

Суд Сыңғыҙ ауылы башҡорт казагы Сырлыбай Остыровтың хәрби губернатор Г. С. Волконскийға биргән жалобаһынан башлана. Унда кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеровтың кантон халҡынан үҙ файҙаһына дүрт-биш тапҡыр аҡса йыйыуы һәм башҡа һалымдар менән йәберләүе бик дөрөҫ әйтелгән.

1811 йылдың 15 апрелендә губернатор приказы буйынса 6-сы кантондан резерв команда төҙөлгән. Ул Сибай ауылынан 40 саҡрымдағы Ҡарағайлы Үҙәк тигән ерҙә йыйылған. Дистанция начальнигы итеп Буранбай Ҡотосов (атаһының исеме фамилияһына күсә) билдәләнә. Ул ябай башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан кеше була.

Ошо хәлдән Биктимеровтың Ырымбурҙағы танышы отставкалағы прапорщик помещик Соколов үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡ булып, губернатор канцелярияһынан 1000 кешелек команданы таратыу тураһындағы бойороҡ хаҡында алдан белеп ҡала һәм кантон начальнигына үҙ крәҫтиәне Михайловты ебәрә. Соколов үҙен был команданы таратыуҙың сәбәбен юллаусы (ходатай) итеп күрһәтмәксе, хатта "хеҙмәтенә" хаҡ алмаҡсы,. Әйтәйек, Биктимеровтың уға бирәсәге лә булған. Ләкин Михайлов килеүгә команда таратылған булған, сөнки был турала приказ почта аша алынған: "курьер" иһә һуңлап килгән.

Михайлов: Буранбай Ҡотосовты күреп: "Әгәр ҙә һәр казактан 6 һум аҡса йыйһағыҙ, Соколов команданы походтан ҡотҡарыу сараһын күрәсәк", тигән. Буранбай был мәсьәләне үҙе хәл итмәгән, ә Биктимеровҡа мөрәжәғәт иткән. Ул иһә аҡса йыйырға бойороҡ биргән. Бөтә йорт старшиналарына хәбәр ителә, тиҙ арала команда әүәлге урынға яңынан саҡырыла, 6 мең һум аҡса йыйыла. Был аҡса Михайлов аша Соколовҡа ебәрелә. Ләкин Михайлов ошо аҡсаның 2 мең һумы Ҡотосов менән Юлбарыҫ Бикбулатовта ҡалғандарын әйткән. Суд барышында быларҙың өсөһөн дә күҙмә-күҙ килтереп яуап алғас, курьерҙәң һүҙе дөрөҫләнмәй.

1822 йылдың 4 декабрендә ҡаҙаҡ далаларында ҡасып йөрөгәндә тотолған Буранбайҙан һорау алғанда, ул "ғәйепһеҙ нужа сигеүен" яҙа. Шулай итеп, ғәйепһеҙ көйгә Буранбай ғәйепле булып ҡала.

Ул ғына ла түгел. Походҡа билдәләнгән 500 кешенең (начальнигы Юлбарыҫ Бикбулатов) һәр береһенән 16-шар һум аҡса йыйылған. Был аҡса 1811 йылда ҡоролоҡ булыу арҡаһында аттар йонсоу сәбәпле, команданы походтан ҡотҡарыуҙы юллау өсөн билдәләнә. Йорт старшиналары, ош эште үтәү өсөн үҙҙәренең араһынан поверенный итеп йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовты һайлап, йыйылған аҡсаның бер өлөшөн уға тапшыра. Ошо аҡсаны, үрҙә әйтелгәнсә, Ырымбур түрәләренә биреп, команданы походтан ҡотҡарырға ниәтләгәндәр. Ләкин был барып сыҡмай.

1816 йыл Ырымбур суд палатаһы төп ғәйеплеләр тип Соколов менән Биктимеровты билдәләй, ә Ҡотосов менән Бикбулатовты, законһыҙ рәүештә һалым йыйыуға ризалыҡ биреүҙә ғәйепләп, 2 мең һум аҡсаны Биктимеров, Ҡотосов һәм Бикбулатовтан, ә 4 меңде Соколовтан түләтергә ҡарар сығара. 500 кешенән торған команданан йыйылған аҡсаны йорт старшинаһынан һәм Ибраһим айсыуаҡовтан түләтеп, халыҡҡа кире ҡайтарып биреү ҙә ҡарала. Суд тикшереүе барһа ла, ғәйеп тағылһа ла, улар хеҙмәттәре буйынса артабан үрләтелә. буранбай (заманынакүрә уҡымышлы кеше булған, русса һәм төркисә уҡый-яҙа белгән) 1815 йылда йорт старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Был йорт бишенсе һанлы булып, уға хәҙерге Баймаҡ районы ауылдары Бәхтегәрәй (Урғаҙа буйы), Сынтәүләт (Таналыҡ буйы), Кинйәбулат (Һаҡмар буйы), Буранбай (Таналыҡ буйы), Этҡол (Ҡышлауар буйы), Ғәҙелбай (Батҡаҡлы буйы) ингән. Ибраһим Айсыуаҡов үҙе Сибайҙан, ул шул тирәләге бер нисә ауылдың 1807 йылдан бирле йорт старшинаһы. Ике көмөш миҙал менән наградланған Юлбарыҫ Бикбулатов (1812-1814 йылдарҙа Ватан һуғышында күп батырлыҡтар күрһәткән) ошо уҡ ерҙә төҙөлгән 14-се башҡорт полкының командиры вазифаһын үтәгән.

Хәрби губернатор суд ҡарары менән риза булған, ләкин губерна прокуроры Веригин һорауы буйынса был эш 1818-1820 йылдарҙа Идара итеүсе сенатта ҡарала.

1820 йылдың 3 майында был мәсьәлә буйынса батша раҫлаған сенат указы сыға. был приговор халыҡтан законһыҙ аҡса йыйыуға бойороҡ (Биктимеров) һәм уға ризалыҡ (Буранбай, Ибраһим, Юлбарыҫ) биргән өсөн уларҙың дүртеһен дә чиндарынан мәхрүм итеп, һөргөнгә ебәреүҙе билдәләй. Тимәк, Биктимеровтың бойороғо буйынса йыйылған аҡсанан файҙаланмаған кешеләр ҙә язаға тарттырыла. Был Биктимеровҡа ҡарата ғәҙел яза була, сөнки ул яуыз кантон булған; ришәүәт бирмәгән кешеләрҙе төрлөсә кәмһеткән, туҡматҡан; хатта һыуға ла батыртҡан. Яуызлығы уның 22 йыл дауам иткән.

1820 йылдың июнь айы.

Кантон үҙәге Сибай ауылы кешеләре сходҡа йыйыла. Унда бөтә тирә-яҡ ауылдар кешеләре лә ҡатнаша. Бына ошонда Верхнеуральск заседателе дворян Андреев менән кантондың яңы начальнигы Абдрахман Биктимеров (Аҡҡолдоң улы) һөргөнгә ебәреүселәрҙең чин грамоталарын тартып ала.

16 июлдә Буранбай (53 йәш) менән Ибраһим (42 йәш) Верхнеуральскиға оҙатыла. Аҡҡол Биктимеров бик ҡарт (82 йәш) һәм ауырыу булған, шуға күрә ул ваҡытлыса Сибайҙа ҡалдырылған. Юлбарыҫ Бикбулатов ҡасҡан. 20-се йылдар уртаһында кантон начальнигы Абдрахман, атаһын Себергә ебәрмәү сараһын күрәүеп, сенатҡа мөрәжәғәт итә һәм Аҡҡолдо, бик оло һәм ауырыу булыуын иҫәпкә алып, һөргөндән ҡотҡарғандар. Ул 1826 йылда үлә.

Шулай итеп, Аҡҡол ҡылған боҙоҡ эш Буранбай менән Ибраһимға япһарыла.

Буранбай менән Ибраһи 16-24 июлдә ҡалала отставкалағы унтер-офицер Егор Глазуновтыңквартираһында урынлаштырыла. Дүрт һалдат һаҡлай. Буранбай. аяғым һыҙлай, тип бер нисә көн хәрәкәтһеҙ ята. Шулай итеп, ул һаҡта торған һалдаттарҙың һиҙгерлеген кәметә һәм Ибраһим менән 24 июнь төнөндә ҡаса. Аҙаҡ буранбай ҡасыуын икенсе сәбәптәр менән аңлатырға тырыша. Ләкин ул аңлы рәүештә, сенат приговорының ғәҙелһеҙлеген тойоп, Себергә һөрөлөүҙән ҡаса. Шуны ла әйтергә кәрәк: Буранбай, улы Зөлкәрнәйҙең яҙыуынса, Верхнеуральск эргәһендә ҡаҙаҡтар алып киткән. Был дөрөҫлөккә тап килмәй. сөнки июлдән алып декабрь аҙағына тиклем ул Башҡортостанда йәшеренп йәшәгән.

Буранбай менән Ибраһимдың паспорты ла була. Һаҡмар буйында ҡасып йөрөгәндә йүнләп алалар. Күсәбай Килмәтов һәм Мөсәлим йәнбирҙин үҙҙәренә тип, алдан һөйләшеү буйынса, Верхнеуральскиҙа ике паспорт алып, Буранбай менән Ибраһимға биргән. Был ике башҡорттоң һүҙенә ҡарағанда, буранбай менән Ибраһи 9-сы кантонға ҡараған (начальнигы Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов) Кинель һәм Үҙән йылғалары буйына киткән. Буранбайҙың ошо яҡа үҙен Ялан йәркәй тип атауы ла мөмкин.

Ике йыл буйы ул ҡаҙаҡ далаларын гиҙә. Чиклин һәм башҡа ырыуҙар араһында йөрөй. (Ибраһим туарһында мәғлүмәт юҡ). Буранбай үҙенең кем икәнлеген һәм ҡайғыһын Чиклин ырыуынан сыҡҡан Әбделфаиз солтан Юлбарисовҡа белдергән. Үҙенең ғәйепһеҙ көйгә яфа сигеүен һөйләгәс, солтан уға губернаторға еткер, тип хат биргән. Буранбай ҡулында Арағызанан (солтан ҡатынынан) губернаторға тигән хат була. Бик күп яфа күргә һәм ауырыу Буранбай, губернаторға барып, үҙен ярлыҡауҙы һорар өсөнҡаҙаҡ далаларынан Ырымбурға йүнәлә. 1822 йылдың декабрендә Илек нығытмаһы аша тоҙға килгән ылау менән Ырымбурға китергә уйлай. Әммә таможня заставаһында Буранбай таныла һәм комендантҡа тапшырыла. Буранбай ҡулындағы ике хат та комендант ҡулына эләгә һәм юғала. Буранбай Ырымбурға оҙатыла, һаулығы бик ҡаҡшатылғандан, госпиталгә урынлаштырыла, ләкин губернатор бойороғо буйынса унан сығарылып, ҡала полицияһының күҙәтеүенә тапшырыла.

Башы һыҙлау арҡаһында Буранбайҙың күҙе һуҡырая барған, ҡылый була. Быума сире лә борсоған уны, шуға күрә доктор Буранбайҙы Себергә ебәреү мөмкин түгеллеген белдерә.

1823 йылдың 19 ғинуар көнө Буранбайҙың улы Зөлкәрнәй хәрби губернатор П. К. Эссенға мөрәжәғәт итә. Атаһының Ырымбур төрмәһендә ултырыуын белгәс, ашатып-эсереп тәрбиәләү өсөн, бер аҙ һаулығы нығынғансы өйгә алып ҡайтыуҙы һәм аҙаҡтан уға хәл ингәс, кире алып килеп тапшырыуҙы үҙ өҫтөнә алып, прошение яҙа. Яуап нисек булғандыр, ул турала мәғлүмәт юҡ.

1834 йылғы VIII ревизия ҡағыҙҙарында Таналыҡ буйындағы Буранбай ауылында 38 йорт-ғаилә күрһәтелгән, шунда беренсе булып теркәлгән ғаилә башы тураһында ошолай тип яҙылған: "Элекке йорт старшинаһы 14-се класлы Буранбай Ҡотосов енәйәте өсөн 1820 йыл Себергә һөрөлгән". Өлкән улы 4-се һанлы ғаиләне тәшкил иткән. Ул - Зөлкәрнәй буранбаев, 1831 йылда 41 йәшендә вафат булған. Ҡустыһы зауряд-сотник Нәүширүән Кинйәбулат (хәҙерге Буранбай)ауылында йәшәгән һәм шул тирә ауылдарының йорт старшинаһы булған.

Ә "Буранбай бәйете" Буранбайҙың биографияһын ифрат дөрөҫ сағылдыра. Был бәйетте 1958 йылда Буранбай (элекке Кинйәбулат) ауылында Абдулла Бәхтегәрәй улы Буранбаевтан диалектолог С. Ф. Миржанова яҙып алған. Ул 1981 йылда "Башҡорт халыҡ ижады"ның "Бәйеттәр" китабында баҫылған. Суд ойошторолған йыл ғына унда дөрөҫ күрһәтелмәгән.

Тарих мең дә һигеҙ йәҙ ҙә

Егерменсе йылында...

Аҡҡол кантон енәйәте өсөн икәү генә яуап биреүе күренә унда:

Буранбай менән Ибраһим

Бастилинға (поселение) китерҙәй ирме ни?

Үҙ ғаиләһенең яҙмышы ла борсоған Буранбайҙы:

Хәләл ефетем, Тутыйғошом,

Васыятым шул һиңә:

Балаларым йығлатмағыҙ,

Рәхмәт ҡылһын хаҡ һиңә.

Иртән тороп ҡараһам,

Ҡибладин ел еҫәр,

Ҡалған уғлан Нәүширүән,

Бәнем бәғерем шул киҫәр.

Күренеүенсә, был бәйет тарихи документтарҙа иҫкә алынған исемдәрҙе тулыһынса ҡабатлай. Тимәк, уның нигеҙендә - ысынбарлыҡ.

Ә Буранбай исеме йырҙа йәшәүен дауам итә.


Авторы - Әнүәр Әсфәндиәров, БДУ доценты. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә 1983 йылдың 3 ноябрендә (263-се һан) баҫылған.