Буранбай сәсән/Буранбай сәсән ҡайҙа ерләнгән?

Буранбай сәсән тормошоноң һуңғы осоро һәм эшмәкәрлеге ғалимдар тарафынан яҡшылап өйрәнелмәгән һәм асыҡланмаған. Шуға күрә уның был осоро тарихта билдәһеҙ бер сер булып ҡала килә. Уның һуңғы йылдары тураһында беҙгә нимәләр билдәле?

Ул 1820 йылда йорт старшинаһы булараҡ ришүәт алыуҙа нахаҡ ғәйепләнеп, Себергә һөргөнгә ебәрелгән, унан ҡасып, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә икенсе исем менән йөрөгән. Билдәлеләрҙән — Йәркәй, Шаһибәрәк, Хажғәле, Насир һ. б. Ә инде артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Халыҡ араһында тормошоноң был осоро тураһында төрлө легендалар йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр уны Себерҙә һөргөндә үлгән тип һанай. Ә инде Башҡортостандың халыҡ сәсәне М. Буранғоловтың халыҡтан йыйып алған легендаларына таянып яҙған яҙмаларында ул Ҡаһарман кантон биләмәһендә йәшәгән, хеҙмәт иткән һәм шунда уҡ үлеп ҡалған йә булмаһа ул, Себерҙән ҡайтҡас, ялланған кешеләр тарафынан үлтерелгән тигән дәлилдәр килтерә.

Ғалим-телсе Ф. Мәһәҙиев Буранбайҙың йәшәү осорон 1785 — 1864 йылдар тип билдәләй. Ләкин былар — дөрөҫлөгө фәнни яҡтан иҫбат ителмәгән фараз итеүҙәр. Уның ҡасан һәм ҡайҙа вафат булыуы, ерләнгән урыны билдәһеҙ.

Баймаҡ, хәйбулла яҡтарында Буранбайҙың яҙмышына бәйле бик үҙенсәлекле легендалар һаҡланған.

Буранбай Хәйбулла яҡтарында ла йәшенеп йөрөгән тигән фараздар бар

Күптән түгел Баймаҡ район гәзите "Октябрь байрағы" битендә Ҡарамалы ауылынан Ш. Янышевтың һәм Сибай ҡалаһында сыҡҡан "Атайсал" гәзитендә Ғ. Тимербулатов, Ф. Йәрмөхәмәтованың Буранбайҙың һуңғы тормошона бәйле бик ҡыҙыҡлы мәҡәләләре баҫылып сыҡты. Буранбайҙың себерҙән ҡасып, яралы килеш Иҫәнгилде (Хәйбулла районы) ауылы кешеләренең йәйләүҙәрендә карателдәрҙән йәшеренеп ятыуы, йәрәхәтенән үлеп ҡалыуы һәм ауыл янында ерләнеүе тураһында белдек. Улар хатта Буранбайҙың ҡәбере лә бар тип яҙа. Бындай яңылыҡ күптәрҙе битараф ҡалдырманы, уның яҙмышына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы.

Тиҙҙән бер төркөм: "Атайсал" гәзите мөхәррире Н. Әминев, Урал аръяғы яҙыусылары ойошмаһы рәйесе А. Баһуманов һәм ошо мәҡәләнең авторы тулыраҡ материалдар йыйыу маҡсатында Иҫәнгилде ауылына барып ҡайттыҡ. Был командировкаға Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ә. З. Сәйғәфәров етәкселегендә Буранбай сәсәндең тыуыуына 230 йыл тулыу юбилейын үткәреүгә әҙерлек уңайы менән барҙыҡ. Беҙгә Буранбайға бәйле ҡиммәтле материалдарҙы хеҙмәт ветерандары Шәһәрғазы Янышев һәм Нурия Байгилдина бирҙе. Нурияның атаһы Сәләхетдин Буранбай тураһында һөйләп ҡалдырған.

...Берҙән-бер көндө уның ҡартатайы Иҫәнгилде (ул 1834 йылғы, Ысмаҡай ауылынан күсеп ултырып, Иҫәнгилде ауылына нигеҙ һалған) үҙенең ауылдаштары менән Тулыбай йылғаһы буйында бесән сабып йөрөгнәдә, Урғаҙа йылғаһы яғынан аҡһай-аҡһай бер ят кеше килеп сыға. Ул яралы, үтә йонсоған, танырлыҡ та түгел, үҙен карателдәр эҙәрләүе тураһында әйтә, бесәнселәрҙән ваҡытлыса йәшереп тороуҙарын үтенә. бесәнселәр уның үтенесен кире ҡаҡмай: ике ҡайын башына сәңгелдәк эшләп, уңайлы урынға урынлаштыралар, аҙаҡ ағаслыҡ араһына ҡыуышҡа күсереп, йәшерен рәүештә аҙыҡ ташыйҙар, яраһын дауалайҙар. Буранбай шунда яҡты донъя менән хушлаша. Ауыл халҡы уны шул йәшеренеп ятҡан ятҡан ерендә — ағаслыҡтар араһына ерләй һәм юғалтыуҙан һаҡлап хәстәрлек күргәндәр: ташын һәм бураһын яңыртҡандар.Бындай изге һәм шәфҡәтле эште Иҫәнгилде ҡарттың нәҫелдәре — Йәрмөхәмәт (Сибай ҡала хакимиәте башлығы З. Ғ. Йәрмөхәмәтовтың ата-олаталары), Сәләхетдин һ. б. күрһәткән.

Буранбай сәсәндең Иҫәнгилде ауылына ҡасып килеп сығыуы, бәлки. осраҡлы хәл дә булмағандыр. Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, тәүҙә Иҫәнгилде ауылы Урғаҙа йылғаһы буйында ултырған, йәйләүҙәре йылғаның -р яғында ятҡан, Буранбай ауылы йәйләүҙәренә барып тоташҡан, уларҙың йәйләүҙәре Урал йылғаһына хәтлем барып еткән. Ике ауылдың кешеләре аралашып йәшәгән, ҡоҙа-ҡоҙағый булышҡандар, буранбай менән Иҫәнгилде ҡан ҡәрҙәш тә булған, тип һөйләүселәр ҙә бар.

Шәһәрғаҙы Янышев беҙгә буранбайҙың ҡәберлеген дә күрһәтте. Уның ҡәбере ауылға яҡын урында, тулыбай йылғаһына яҡын ағаслыҡтар араһында, бер үҙәкле урында. Бында башҡа ҡәберҙәр юҡ. Ҡәбер ташының бер нисә ҡат яңыртып буралыуы күренеп тора. Күрәһең, нисә быуат үтһә лә, халыҡ ил батырын, сәсәнен онотмаған. Уны ҙурлап, зыяратында ғибәҙәт ҡылыр, теләк теләр булған.

Ауыл халҡының һөйләүенсә, Буранбайҙың ҡәберен асыҡлау тураһында һуғышҡа хәтлем дә, һуңынан да халыҡ юғары власть орггандарына мөрәжәғәт иткән, ләкин үтенес һәр ваҡыт яуапһыҙ ҡалған. Хатта "ҡараҡ", "ҡасҡын" ҡәберен һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә КГБ органдарынан эләгәсәк, тип ҡурҡытыусылар ҙа булған.

Өс ауыл: Ҡарамалы һәм Яңғаҙы (Баймаҡ районы), Иҫәнгилде (Хәйбулла районы) ауылы кешеләренең күпселеге уларҙың ерендә Буранбай сәсән ерләнгән тип һанай. Былар инде легенда түгел — ысынбарлыҡ, халыҡ бушты һөйләмәй.

Буранбай тураһында ауыл халҡының һөйләгәндәре миңә бынан 40 йыл элек Сибайҙа йәшәгән Солтангилдин Фәтхетдин ҡарттың (Буранбай нәҫеленән) һөйләүенә тап килә. Бер ваҡыт ул миңә, буранбай сәсән ситтә түгел, тыуған яғына ҡайтып үлгән, тип һөйләгәйне. Буранбайҙың Баймаҡ ерендә тыуғанлығын һәм ерләгәнлеген иҫбат итеү өсөн уның аманат итеп ҡалдырған таяғын, һандығын һәм башҡа төрлө әйберҙәрен 30-сы йылдарҙа Өфөгә юғары власть органдарының комиссияһына тапшырҙым, һуңынан юғарынан кемдер килеп Буранбайға бәйле ауылдарҙа булып китте, тип һөйләгәне бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул үҙенең иленән бер ҡасан да айырылмаған, бағышлап йыр ҙа яҙған:

Ирәндеккәй тауым, ай йәйләүем,

Китер генә йәйләү инеме?

Таналыҡҡай һыуым, ай Яйығым,

Ташлар ғына һыуым инеме?

Был хәбәр легенда ғына булып ҡалмаһын өсөн, республика юғары власть органдары тарафынан комиссия тҡҙҡп, ҡәберҙең Буранбай сәсәндекеме, түгелме икәнлеген кисектермәйенсә асыҡларға кәрәк. Баймаҡ, хәйбулла етәкселәре лә үҙ фекерҙәрен әйтер тип уйлайым. Бәлки. башҡа төбәктәрҙә Буранбай яҙмышына ҡарата тағы икенсе төрлө ҡараштар ҙа барҙыр, сөнки ул ҡасып йөрөгәндә бер нисә ерҙә ғаилә ҡорған булған.

Буранбайҙың ҡәберен асыҡлау фән өсөн ҙур асыш, халыҡ өсөн ҡыуаныслы хәл буласаҡ.


Авторы — Рамаҙан Үтәғолов, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһы. "Башҡортостан" гәзитендә 1996 йылдың 3 ноябрендә (212-се һан) баҫылған.