Буран, өйөрмә, көрт (йомаҡтар)
- Урамда айыу олой.
- Елдем-килдем һырғалаҡ,
Алтмыш ағас башынан
Алдым-эйҙем һырғалаҡ,
Етмеш ағас башынан
Елдем-эйҙем һырғалаҡ. - Ҡаҙ мамығын ҡағына,
Ҡағына ла туҙғына. - Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра. - Дөү-дөү-дөү итә,
Хайуандарҙы йүгертә,
Әҙәмдәрҙе тилмертә. - Үҙе илай, үҙе дулай —
Өйгә инә алмай. - Бейек бура бурайҙыр,
Ҡойма менән урайҙыр.