Буҙа
Буҙа — башҡорт халҡының милли эсемлеге.
Ҡатнашмалар
үҙгәртергә- 400 г һоло
- 1 стакан шәкәр
- 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы (һыйыр майы ла мөмкин)
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергә6 литрлыҡ эмалле кәстрүлдә һыу ҡайнап сыҡҡас, 400 г һоло ярмаһы һалып, тағы ҡайнатып сығарырға. Шунан һуң иң һүрән утта 40-45 минут, болғата-болғата бешереп алғас та, эре тимер иләк аша иҙеп-һөҙөп алырға (алдан блендер менән иҙеп алһаң, еңелерәк була).
Ҡуйыраҡ тойолһа, ҡайнар һыу менән, самалап, шыйыҡлап алаһың. Йылымыс хәленә ҡалғансы һыуытҡас (һауыттың төбөндә эҫеһе ҡалмаһын), 1 стакан шәкәр, шуныңса буҙа әсеткеһен өҫтәп, йылы менән ҡаплап, әсетергә ҡуяһың.
Кис ҡуйһаң, иртәнгә әсеп, күпереп сыға. 1-2 көндә эсеп бөтөрөүҙе күҙ уңында тотһаң, бер ниндәй ҙә май ҡушыу мотлаҡ түгел.
Оҙағыраҡ һаҡларға ниәтләгәндә, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы, иретелгән һыйыр майы өҫтәргә кәрәк була. Ҡайнатҡан саҡта, япраҡтары менән сейә ботағын ҡушып ҡайнатһаң, тәме һәм еҫе үҙгәрә.
Пластик шешәләргә ҡойоп, һыуытҡыста тотоу уңайлы. Буҙа әсеткеһе булмаһа, 1 стакан ҡымыҙ менән әсетергә мөмкин. Ҡайнатҡан һайын, 1 стакан буҙаны әсеткегә ҡалдыра барырға.
- Кемдәр эсә буҙа, ҡаны уның ҡыҙа,
- Һис тә белмәй ыҙа, бар эштә лә уҙа!
- Ниәте лә таҙа, урап үтә ҡаза!
- Әйҙә, эсәйек буҙа! Шундай шәп ул буҙа!
Ризыҡ та, дауа ла
үҙгәртергәБөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, Вх, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Унда бигерәк тә С витамины күп.
Борон-борондан һоло ярмаһы яҡшы диетик аҙыҡ тип һанала. Унан әҙерләнгән ашамлыҡ ашҡаҙан-эсәктәр, бауыр һәм үт ҡыуығы, бөйөрҙәр сирләгәндә, дөйөм һаулыҡ ҡаҡшағанда бик файҙалы.
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирләгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, матдәләр алмашыныу процесын яҡшыртыу маҡсатында ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
Кеше ябыҡҡанда, аҡыл һәм физик яҡтан йонсоғанда, нервы системаһы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда ҡабул итеү файҙалы.
Бөйөрҙәр сирләгәндә, бәүелдә ҡан булғанда, бәүел бүленеүе һүлпәнәйгәндә дауалай.