- Кәүҙәһе юҡ — ҡулы бар,
Ауыҙы юҡ — теше бар.
- Тиҙ ашай, ваҡ сәйнәй,
Үҙе йотмай, баш бирмәй.
- Икәү тарта, берәү илай,
Илай-илай ҡалъя турай.
- Ваҡ тешле,
Үҙе ашамаҫ,
Кешегә лә ашатмаҫ.
- Ауыҙы юҡ — теше бар.
- Ашағанын йоталмай,
Ҡулы менән тоталмай.
- Ике һабы бар,
Тартҡанда ашай,
Ашағас, ҡырҡып ташлай.