Быуындар эстафетаһы конкурсы тураһында. «Йүрүҙән» гәзитенән

Ҡарағолда - яңы йола

үҙгәртергә

Үткән тормош менән киләсәкте бәйләй алған был мауыҡтырғыс кисәне ойоштороусы Фәссәхетдинова (Абдуллина) Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы тиҫтә йылдар эсендә халыҡ күңелен арбаған, күмәк кешене ылыҡтырып, кемгәлер йәшәүгә ышаныс, кемгәлер өҫтәмә дәрт биргән изге эштәрҙе күп уҙғарған ғүмерендә.

Беҙ үҙебеҙ - илленселәр,
Иллегә елеүселәр.
Ил атаһы, тип аталып,
Ил инәһенә тиңдәр

, тип башланы кисә асып ебәргән сығышында Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы.

«Беҙҙең быуын үҙенә күрә бик бәхетле булды, тип әйтәм мин. Сөнки дәһшәтле һуғыш артта ҡалғас, 1947 йылғы аслыҡ бөткәс, Еңеүҙең һил елдәре беҙҙең тормошобоҙҙо иркәләгәндә, диктатор көсһөҙләнгән һәм юҡҡа сыҡҡан дәүерҙә донъяға килгәнбеҙ. Икмәккә туйып йәшәй башлаған йылдар. Хрущёвтың "йылылыҡ" йылдары һәм кукуруз әпәйҙәрен ашап, ете йыллыҡтан һигеҙ йыллыҡ белемгә ынтылған йылдарҙа үҫте беҙҙең быуын. Һуңыраҡ, 60-сы йылдар аҙағында, урта белем алыу һәр кемдең мөҡәддәс бурысына әйләнде. Был да бик әһәмиәтле аҙым булды. Уҡыуға ынтылған һәм төрлө кәрәкле һөнәр алған кешеләр күбәйҙе.

Иң ҡәҙерлеһе һәм ҡиммәтлеһе шул - беҙ ас түгел инек һәм киләсәккә бик яҡты өмөттәр бағлап йәшәнек. Ата-әсәләребеҙ ҙә беҙҙе кешесә йәшәрлек итеп тәрбиәләнеләр. Уларға ҙур рәхмәт! Һәр ғаиләлә күп бала үҫте.

Эш етерлек ине. Беҙ баҡсабыҙ менән өйөбөҙҙө генә ҡарап йәшәмәнек, колхозда ла хеҙмәт иттек. Йәйге каникулға сығыу менән, июнь айынан, ҡул менән иге-сиге күренмәгән иген баҫыуҙарын ҡул менән утаныҡ, ҡый үләненән таҙарттыҡ. Июль башынан август урталарына тиклем колхоз малдарына бесән әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ. 10-12 йәштән башлап, "сутый саптыҡ" (өс көндә лә 20 сутый сапһаҡ, 3 һум премия түләнә ине), күбә тарттырҙыҡ, ҡыра төбөн йыйҙыҡ, кәбән баҫтыҡ.

Алтмышынсы йылдарҙа ғына колхозсылар аҡса күрә башланы. Беҙҙе мәктәпкә әҙерләр өсөн атай-әсәй, баҙарға барып, ашлыҡ, ҡайһы берҙә йомортҡа һатҡан булыр ине. Беҙҙең инәйҙәр заманса кер йуыу машинаһын, электр плитәһе, үтек тигән нимәне күрмәне. Керҙе дәү кәритәлә һабынлап, тимер таҡтаға ышҡып, йыуабыҙ ҙа, йылғаға алып барып, туҡмаҡ менән туҡмап сайҡай инек, әйберҙе күмер үтеге менән үтекләнек. Ныҡ ҡарайған керҙе сода һалып, мейес плитаһына ултыртып ҡайната торғайныҡ. Һыуытҡыс, телевизор түгел, хатта патефон, радиоалғыстар һирәк кешелә осрай ине. Үҫкәндә, "эшләпә" радиоалғыстан йырҙар тыңланыҡ.

Беҙҙе асыҡтырып ултыртманы уңған инәйҙәребеҙ. Сараһын табалар ине. Мейес плитәһенә утын яғып (йәй көнөндә лә) аш бешерерҙәр ине. Ҡурмастан булһа ла, эремсектән - ҡаҙан кәкереһе, һөт үрәләре... Хәстәрләнеләр, талпындылар. Әсәләр шулай инде. Меңәрләгән йылдар дауам итә был дан кешеләрҙең изгелеге! Һәм беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҙа әсәлек тигән изге тойғоно кер төшөрмәй һаҡларҙар, саф көйө уны үҙ ҡыҙҙарына тапшырырҙар, тип ышанабыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштоң матурлығын, әсәлек тойғоһоноң йәмен араҡыға алмаштырған ҡатындарыбыҙ ҙа осрай. Бындай күренеште бер нисек тә ғәфү итеп булмай. Аҡса юҡлыҡҡа, эшһеҙлеккә һылтаныу ҙа аҡламай эскесе ирҙе лә, ҡатынды ла.

Беҙҙең балалыҡ аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙа үтте. Аҡ-ҡаралы тимен, сөнки мәктәптәрҙә таҡталар, парталар тик ҡараға буятылыр ине, тәҙрә пәрҙәләре эленмәй, стена ап-аҡ. Ағас шкафтар, аҡбур, бер нисә дәреслек, карталар, глобус, линейка һәм транспортир, һарғылт битле дәфтәрҙәр. Күп уҡыусының хатта портфеле лә булмаған саҡтар булды, инәйҙәр теккән сепрәк сумкала йөрөттөк әсбаптарҙы. Сағыу күргәҙмәлектәр ҙә юҡ кимәлендә, дәреслектәрҙә иллюстрациялар ҙа ҡаралы-аҡлы ине. Бөтә дәреслектәрҙе лә үҙебеҙ һатып ала инек.

Малайҙар ҡара йә һоро пальто, ҡаты табанлы ҡара йә һоро ботинка, ҡара күк костюм, аҡ күлдәк, ә ҡыҙҙар һоро йә көрән мәктәп формаһы өҫтөнән ҡара, ә тантаналы линейкаларға аҡ алъяпҡыс быуа инек. Ошо ине мәктәп формаһы.

Бик иҫтәлекле бер әйбер - ҡыҙыл галстук күкрәктәребеҙҙе нурланы. Октябрят, пионер, комсомол йылдарыбыҙ! Күңелдәрҙе елкендергән осоштар, хыялдар, өмөттәр...

Беҙҙең дәүерҙә лә ғашиҡ булыу, мөхәббәт хисе булды. Тик ул оялсан, баҫалҡы ине. Бүләк бирешеү, хат алышыу, һағынып осрашыуҙар. Ҡыҙара-ҡыҙара, бик ныҡ тулҡынланып, егеттәр һөйөү һүҙҙәрен әйттеләр. Ә ҡыҙҙар хистәрен сайпылтып йөрөмәне, тыйнаҡ булдылар. Шиғырҙар ҙа яҙҙыҡ, әйтелмәгән мөхәббәт яныуҙарынан мендәргә ҡапланып илаған саҡтар ҙа булды... Хәлдән килгәнсә, матурланып, бөхә итеп кейенеп, киске уйынға сыға инек. Клубта иҫерек егеттәр бик һирәк күренә ине, ғәйептәре булһа, һиҙҙермәҫкә тырышып, ситтәрәк шымып ултырырҙар ине...»

Байрамдың икенсе өлөшөндә никахта тороусы ғаиләләрҙе юбилейҙары менән ҡотланылар. Фирәзәнә һәм Эдуард Ғөбәйҙуллин, Рәҡиә һәм Рамазан Шәйәхмәтовтар, Талира һәм Динислам Ҡасимовтар Көмөш туйҙарын билдәләгәндәр икән. Ғәлиә менән Шакирйән Исламғоловтар Вәлтҙә менән Ғилемхан Хажиевтар 20 йыл ҡулға ҡул тотоношоп тормош юлынан атлайҙар.

Иң күңелле өлөшөн, концертты "илленселәр" һәм уларҙың балалары әҙерләгәйне. « Йәшлек йырҙарыбыҙ» тип аталды. Һандуғастай моңланып йырланылар, өҙҙөрөп баҫып бейенеләр, һыҙҙырып гармунда уйнанылар. Тамашасылар Сәбилә Хәсәнова, Фәниә МУсина, Талира Ҡасимова, Рәсимә Шәйәхмәтоваларҙың оҫта йырлауҙарына һоҡланып алҡышланылар. "Илленселәр" йәш саҡтарында уйнаған уйндарын да уйнап күрһәттеләр, уйын-көлкө менән, йәшлек йырҙарын күмәк башҡарып, табын өҫтәле тирәләй ҙә ултырҙылар, иҫтәлектәрен байҡанылар.

Кисәне йомғаҡлап, Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы замана ауырлыҡтары, йәштәргә янаған зарарлы йоғонтолар тураһында иҫкәртте. Башҡорт халҡына янаған ҡурҡыныстарға һәм һәләкәттәргә, эске рухи тойғоларыбыҙ көсөнә таянып, ҡаршы тороу мөмкинлеге барлығын аңғартты.

Был кис ултырыу тәрбиәүи яҡтан бик әһәмиәтле булды. Тәьҫирле йөкмәткеле сығыш, йыр-моң халыҡтың күңелен яҡтыртты, дәрт-дарман өҫтәне.

  • «Йүрүҙән» № 21 13 март, 1999 йыл (Салауат районы башҡорт гәзите, 1994 йылдан бирле үҙ аллы баҫма булып сыға) «»