Быҡтырылған ит (тушенка)
Быҡтырылған ит (тушенка) — йәйгелек эш күп ваҡытта йә иһә тәбиғәттә ял иткәндә тиҙ генә бешереп өлгөртөргә иттән әҙерләмә. Беренсе йәки икенсе блюдолар өсөн ҡулланырға мөмкин. Ваҡыт тар булғанда хужабикәләргә бик ярап ҡала. Быҡтырылған ит — әҙер продукт, шуға уны аш-һыуға иң һуңынан ғына өҫтәп ебәрәләр. Итте консервалауҙың йәки быҡтырып әҙерләүҙең бер-нисә ысулы бар.
Беренсе ысул.
Ингредиенттары
үҙгәртергә- 1 кг һыйыр ите
- Банкаға 5 г тоҙ, 1 лавр япрағы, 7 дана бөртөклө борос, 1 һарымһаҡ теше һалына
- 200—300 г эс майы
- 300 мл һурпа йәки һыу
Әҙерләү
үҙгәртергәИтте һөйәгенән айырып алырға ла, артыҡ эре итмәйенсә генә турарға.
Ярты литрлыҡ йәки 700 мл быяла банкаларҙы һәм тимер ҡапҡастарҙы духовкала йәки һалҡын һыу һалынған кәстрүлгә ҡуйып ҡайнатып, пар өҫтөндә стерилләргә, яҡшылап киптерергә.
Эс майын йоҡа ғына итеп телемләп, һуғанды сирек балдаҡлап, кишерҙе оҙонсалап турарға.
Һәр банканың төбөнә лавр япрағы, һарымһаҡ, тоҙ һалырға, әҙ генә һурпа ҡойорға һәм эс майы менән аралаштырып тығыҙ итеп итте тултырырға. Ит томаланып бешергә тейеш, шуға банкала буш урын ҡалдырырға. Банкаларҙың өҫтөн ҡапҡастар менән ҡаплап нығытмайынса ғына ябырға.
Итте быҡтырыу өсөн ҙур кәстрүл ҡулланыла. Кәстрүлгә һалҡын һыу һалырға һәм шунда банкаларҙы ултыртырға. Тик һыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаҫлыҡ, уларҙың эсенә инмәҫлек булһын.
Шунан һуң кәстрүлде газға йәки утҡа ҡуйырға. Банкалағы ит кәстрүлдә һыу ҡайнау арҡаһында бығып (томаланып) бешә. Ҡарт йәки йәш мал ите булыуы мөмкин, шуға бешереү ваҡыты төрлөсә була, шуныһы, ит үтә йомшарып китергә тейеш түгел. Сама менән 2-3 сәғәт ваҡыт китә.
Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы үҙ һыуында килеш йылымыс хәлгә килгәнсе тоталар ҙа, ҡапҡастарын нығыталар.
Шунан ошо уҡ һыуға банкаларҙы яңынан ултыртып, тағы 10-15 минут самаһы ҡайнатып алырға.
Икенсе ысул.
Башта беренсе ысулдағыса итте һәм банкаларҙы әҙерләп ҡуйырға.
Тик беренсеһенән айырмалы рәүештә итте тәүҙә бешереп алырға. Итте кәстрүлгә йәки ҡаҙанға һалып, һыуҙы аш бешергәндәге кеүек күп түгел, ә иттең өҫтөнә сыҡҡансы ғына һалырға һәм бешерергә. Һурпаһына кишер, һуған өҫтәп ебәрергә мөмкин.
Бешкән итте ҡайнар килеш алдан әҙерләп ҡуйылған банкаларға һалырға, тәмләткестәр өҫтәргә. Өҫтөнә ит майын иретеп һалырға ла, банкаларҙы ҡалай ҡапҡастар менән ныҡлап ябырға.
Әҙер тушенкаларҙы һалҡын урында һаҡларға.