Бәраәт кисәһе намаҙы
Бәраәт кисәһе намаҙы
Бәраәт кисәһе намаҙы
үҙгәртергәБәраәт кисәһендә уҡырға айырым махсус намаҙ юҡ, шуға ла аҫта яҙылған нәфел намаҙҙарын үҙ теләгенә ҡарап башҡараһың.
Бәраәт кисәһе намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Әй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға, күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ илаһи ғәфүүнә һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн...».
Бәраәт намаҙы: йәсиғ йәки витр намаҙынан һуңыраҡ ун ике рәкәғәт намаҙ уҡыла, һәр рәкәғәттә бер «Фатиха» сүрәһе, өс мәртәбә сүрәи «Ихлас» уҡыла. Был намаҙҙа 2 рәкәғәт һайын сәләм бирелә.
Хаҡ Сүбхәнә үә Тәғәлә ул намаҙ эсендә уҡыған Ҡөръән өсөн сауап ҡыла үә хәбәр бирер: «Тамуҡ уты һиңә харам булды», — тип.
Йөҙ мәртәбә тәүбә кисәһе: Был кисәлә (ихтыяр көсө етһә) йөҙ рәкәғәт намаҙ ҡылған кеше, шул йыл эсендә үлһә, шәһид булараҡ үтәр, йәғни шәһиттәргә тиң изге һаналыр.
Намаҙҙан һуң уҡыласаҡ доғалар
үҙгәртергә14 тапҡыр:"Әстәғфируллааһәл-ғәзийимә үә әтүүбү иләйик(ә)", шулай уҡ 14 тапҡыр: «Аллааһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәлә сәййидинәә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәд». 14 тапҡыр «Салауат-Мүнжия» уҡыла үә доға ҡылына.
«Сүбхәәнәллааһи үәл-хәмдү лилләһи үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр. Үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғазыйим».
Ғүмер оҙонлоғо өсөн ысын күңелдән, эскерһеҙ ниәт менән бер мәртәбә «Йәсин-шәриф”те үә бер мәртәбә Бәраәт доғаһы» уҡыла.
Бәраәт кисәһенән һуң, йәғни 16-17 көндәренән башлап үҙең өсөн, гөнаһтарҙан тәүбә итеү, донъя үә ахирәт морад-маҡсаттарыбыҙға ирешеү өсөн ҡырҡ көн буйына көн һайын бер мәртәбә 67-се «Мөлөк» («Тәбәрәк») сүрәһен уҡып, доға ҡылырға кәрәк. Был уҡыу рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә тамам булырға тейеш.
Бынан һуң, түбәндәге доғаны уҡып тамамларға мөмкин (был мәжбүри түгел, һәр кеше үҙе теләгәнсә доға итә ала).
Доғаһы ошолор:
«Әй, Раббым! Донъяны хәләл юл менән, ахирәтте хаҡ юл менән кәсеп итеп, беҙгә донъяла матур тормоштар бир, изгелек эшләй торған һәм ғәмәл-ғибәҙәтле, бәрәкәтле ғүмер бир, шул изгелегебеҙ бәрәкәтендә ахирәттә лә матур тормош — юғары Фирдәүс, Рәййан, Ғәден йәннәттәрен насип ит. Йәһәнәм утынан беҙҙе һаҡла, уның ғазабын күрһәтмә.
Әй, Раббым! Телебеҙҙән иман кәлимәһе китмәһен, йортобоҙҙа тыныс, бәхетле тормош кәмемәһен, хәләл ризыҡ, мул бәрәкәт артҡандан-артһын, беҙҙе һаулыҡ-сәләмәтлектән айырма. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә өйрәтеүҙәрен иҫтән сығарырға яҙмаһын. Камил аҡыл, зирәк зиһен менән йәшәргә насип әйҙә, әй, Раббым.
Ошо уҡылмыш ҡәләми шәрифтәребеҙҙең хаҡы-хөрмәтенә гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, донъя үә әхирәти изге морат-маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип әйҙә, йәмиғ әруахтарыбыҙҙың рухтарын шат ҡыл, ҡәбер ғазаптарын еңел ит, бәндәселек менән ҡылған гөнаһтарын ярлыҡа. Әмин»
Бәраәт кисәһенең фазыйләттәре
үҙгәртергәҒайсә ғәләйһис-сәлләм сәйәхәттә булған сағында бер бейек тауға менде. Менеп еткәс ул тау башында аҡ ҡая таш күрҙе. Ул таш һөттән дә ағыраҡтыр. Ул уның тирәһендә йөрөнө һәм уның күркәмлегенә бик ғәжәпләнде. Аллаһы Тәғәлә вәхи ҡылды: «Йә Ғайса, һине тағыла нығыраҡ ғәжәпләндерәйемме?». Ғайсә ғәләйһис-сәлләм: «Эйе, йә Раббым», — диде. Аҡ таш ярылды, уңын эсендә шәйех күренде, уның ҡулында йәшел таяҡ, ике ҡулы араһында йөҙөм емештәре, үҙе намаҙ уҡый ине. Ғайсә ғәләйһис-сәлләм бик ғәжәпләнде һәм әйтте: «Йә шәйех, мин күргән нимә ул?»
Шәйех әйтте: «Ул минең һәр көндәге ризығым».
Ғайсә ғәләйһис-сәлләм тағыла һораны: «Аллаһы Тәғәләгә был рәүештә күпме ғибәҙәт ҡылаһың?»
Шәйех әйтте: «Дүрт йөҙ йыл». Ғайсә ғәләйһис-сәлләм әйтте: «Аллаһым, Һинең ҡаршында был шәйехтән ҡәҙерле, сауаплы кешең бармы?».
Аллаһы Тәғәлә вәхи ҡылды: «Йә, Расүлүллаһи, әгәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәлләм өммәтенән булыусы кемдер шәғбан айының ун бишенсе кисәһендә уяу тороп, бар гонаһтарынан тәүбә-истиғфар ҡылып, тәғәт үә ғибәҙәт ҡылһа һәм төн уртаһында намаҙ уҡыһа, көндөҙҙөн ураҙа тотһа, ул Минең ҡаршымда был дүрт йөҙ йыл ғибәҙәт ҡылыусы шәйехтән ун мәртәбә ҡәҙерлерәк һәм уға сауабы күберәктер».
Ғайсә ғәләйһис-сәлләм: «АҺ, мин дә Мөхәммәд өммәтенән булһам икән», — тине.
Был кисәнең фазыйләте, изгелеге тураһында шаҡтай күп нәмә һөйләп булыр ине. Был кисәнең бөйөклөгөнә Ҡөръәндең «Әд-Духан» сүрәһенең беренсе алты аяты көслө дәлил булып торалыр: Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән...
- Ха мим.
- Һәм асыҡ аңлайышлы китап менән ант итәмен!
- Беҙ уны мөбәрәк төндә иңдерҙек. Хаҡиҡәттә, Беҙ — өгөтләүселәр.
- Унда һәр бер хикмәтле әмер айырылып бирелә.
- Беҙҙең әмеребеҙ буйынса, хаҡиҡәттә, Беҙ — ебәреүселәр!
- Раббыңдың рәхмәтенән, Ул, хаҡиҡәттә, ишетеүсе һәм белеүсе бит!
Был мөбәрәк кисәне Джәбраил фәрештә, ғәләйһис-сәлләм, Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм янына килеп, былай тигән: «Йә, Аллаһтың Рәсүле! Аллаһы Тәғәлә был кисәлә шаҡтай күп кешене кисерер, шаҡтайын ғәфү итмәйсә ҡалдырыр. Шул ғәфү ителмәүселәр: мөьминдәр илә талашыусылар, мосолмандарҙы кәмһетеп, зыян ҡылып ятыусылар, туғанлыҡ хисен, араларын кисеүселәр, тәкәбберҙәр, ата-әсәһен рәнйетеүселәр, ғүмерҙәрен сәрхүшлектә үткәреүселәр...»
Ғата ибне Ясәр радыйаллаһү ғәнһә әйтеүенсә, был кисәлә ике Бәраәт кисәһе араһында вафат буласаҡтарының исемдәре Ғазраил ғәләйһис-сәлләм сәхифәләренә теркәлер, ти. Ҡәҙер кисәһенән башҡа был кисәгә башҡаһы яҡын килмәҫ, ти. Был кисәлә Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәлләмдең ағаһы хәҙрәте Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһә тәсбих намаҙын уҡырға өндәне.
Бәраәт кисәһенең үҙ намаҙы ла бар: ул 2 рәҡәғәттән башлап 1000 рәҡәғәткә ҡәҙәр һуҙылырға мөмкин. Ғалимдар уртаса 100 рәҡәғәт намаҙ уҡыуҙы мөстәхәб итеп табалар. Был намаҙҙа “Әлхәм” сүрәһенәң һуң “Аятүль-Көрси” менән “Иннә-әңзәлләһ” сүрәләрен уҡыу күркәм ғәҙәт булыр.
Был кистә 3 мәртәбә «Йәсин» сүрәһе уҡылыр. Беренсе мәртәбә «Йәсин» сүрәһен уҡығанда уҡыусының ниәте Аллаһы Тәғәләнән оҙон ғүмер һорауҙан ғибәрәт булыр. Икенсе мәртәбә «Йәсин» уҡығанда уҡыусы Аллаһы Тәғәләнән бәлә-ҡазаларҙан именлек һорар. Өсөнсө мәртәбә бәрәкәт артһын тип уҡыр.
Бәраәт намаҙы хәҙистәр буйынса ике төрлө:
- береһе, «Бәдәрүл-вәғыйзин»дә килтерелә: Хәҙрәт Рәсүл ғәләйһис-сәлләм бойорҙо: берәү бәраәт кисәһендә йөҙ рәкәғәт намаҙ уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул кешегә йөҙ фәрештә иңдерер, утыҙы йәннәттән, утыҙы йәһәннәмдән, утыҙы донъя афәттәренән һаҡлай һәм ун фәрештә шайтан мәкеренән һаҡлай.
- Икенсеһе, Ибен Ғаббас риүәйәт итә: Хәҙрәт Рәсүлулла ғәләйһис-сәлләм әйтте: «Шағбан айының ун өсөнсө, ун дүртенсе кисәһе йөҙ рәкәғәт намаҙ уҡыһа, һәр кистә йөҙ рәкәғәт, һәр рәкәғәттә бер „Фатиха“, ун “Ихлас» уҡыһа, ниндәй хәжәт теләһә, шул ҡабул була.
«Әй, Рәсулулла, әгәр Ләүхел-Мәхфүздә кемдер бәхетһеҙ тип яҙылған булһа, шул әҙәмеңдең яҙылған бәхетһеҙлегең юйып, бәхетле итеп яҙ, тип ул доға ҡылһа, был доға ҡабул булырмы?» — тип һоранылар.
Рәсулулла ғәләйһис-сәлләм яуап биреп әйтте: "Аллаһ хаҡы өсөн, минең рухым уның ҡөҙрәт ҡулында. Әгәр уның исеме Ләүхел-Мәхфүздә фәлән-фәлән улы фәлән-фәлән бәхетһеҙ кеше тип яҙылған булһа, уның исемен юйып бәхетле тип яҙырға ихтиярлы.
Әүәлге намаҙҙы иғтыяр иткән үҙгәреш юҡ, ниндәй сүрә уҡыһа ла ярай. Һуңынан намаҙын ихтыяр итһә, сүрәһе мәғлүм булыуы һәйбәтерәк. Сауабы артыҡ күп, был китапҡа һыймаҫлыҡ булыр.
Әмирил-мөьминин Хөсәйен ибн Абу Талиб раҙыйәллаһу ғәнһү әйткән: Бер кеше Бәраәт кисәһендә ике рәкәғәт намаҙ ҡылһа, һәр рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһе, бер Ихлас сүрәһе һәм бер Ҡуль әғүҙе бираббил фәләҡ һәм дә бер Ҡуль әғүҙе бираббиннәс уҡып, был ике рәкәғәт намаҙ ҡылған кеше үҙен йәннәт эсендә күрмәйенсә йән тәслим ҡылмаҫ. Аллаһы Тәғәлә уның йөҙөн айҙың ундүртенсе кисәһе кеүек итер, дәхи фәрештәләр уға иртәле-кисле сәләм әйтерҙәр.
Рәсүл ғәләйһис-сәлләм әйтте: "Кем дә кем Бәраәт кисәһендә ике рәкәғәт намаҙ ҡылһа, һәр рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһе, бер Ҡуль йә әййүһәл-кәфирун сүрәһе уҡыһа, Хаҡ Сүбхәнә Тәғәлә ул ҡолына Әҙәм ғәләйһиссәләмдең был көнгәсә донъяға килеп киткән мөьминдәр һанынса сауап бирер. Әгәр бер әҙәм Шәғбән айының ун бишенсе кисәһе төнөндә егерме рәкәғәт намаҙ ҡылһа, ун сәләм менән (йәғни, икешәр рәкәғәт һайын бер сәләм), һәр рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһе, бер Ҡуль йә әййүһәл-кәфирун, бер Ҡулһуаллаһ әхәде, бер Ҡуль әғүҙе бираббил фәләҡ үә бер Ҡуль бираббиннәс уҡып, бер тәртип менән намаҙ ҡылһа, һуңынан был доғаны уҡыһа: «Ләәә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәрикә ләһ. Ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмдү, үә һүүә ғәлә күлли шәй-ин ҡадир», — тип әйтһә. Ул кеше йәмиғ (бөтә) хәжәттәренә ирешер, ураҙаһы ҡабул булыр, дәхи уның үлем иҫереклеге үә ҡәбер ғазабы асан (еңел) булыр, дәхи йәннәт эсендә уға сатралар төҙөлөр, һәр бер сатраның киңлеге был доньянан киңерәк булыр. Әмин.
Намаҙ уҡыу был доға менән тамамланыр:
Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Аллааһүммә йәә зәлмәни үә ләә йүмәннү ғәләйһи йәә зәл-джәләли үәл-икрам, йә зат-таули үәл-инғәм. Ләәә иләәһә илләәә әнтә заһраль-ләджинә үә джәәраль-мүстәджириинә үә әһәәнәл-джәәәәфиин. Аллааһүммә иң күнтә ҡәтәбтәнии ғыйндәкә фи үммүл-китәәби шәҡиййән әү мәхрумән мәтрудән әү мүҡтәран ғәләүүә фир-ризҡый фәәмғ. Аллааһүммә бифәдликә шәҡааүәти үә хирмәәни үә тардии үәҡтәәру ризҡый үәс-битнии ғыйндәкә фии үммүл-китәәби сәғыйдәм мәрзүүҡам мүәф-фәҡал-лил-хайраати фәиннәкә ҡультә үә ҡаулүкәл-хәҡҡу фи китәәбикәл-мүңзәли ғәләә лисәәни нәбиййикәл-мүрсәли йәмхууллаһү мәә йәшәәәәү үә йүсбитү үә ғыйндәһү үммүл-китәәбилләәһи биттәдҗәллил-әғзами фии ләйләтин-нисфи мин шәғбәәнәл-мүкәррамилләтии йуфраҡу фииһәә күллү әмрин хәкиим. Ағинни минәл бәләәәәи мәә нәғләму үә мәә ләә нәғләму үә мәә әнтә әнтә биһи әғләмү иннәкә әнтәл әғәззүл әкрам, үә салләллаһу ғәләә сәййидинәә Мухәммәдиү үә әәлиһии үә сахбиһии үәсәлләм.