Бәшмәк һәм кишер менән турама

Бәшмәк һәм кишер менән тураманы ярты сәғәт эсендә әҙерләп була.

Консерваланған бәшмәк

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

үҙгәртергә
  • 1 бәшмәк консерваһы
  • 1 нотоҡ консерваһы
  • 2 кишер
  • 1 баш һуған
  • 2 аш ҡалағы майонез
  • 50 г үҫемлек майы
  • тоҙ, борос

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

1. Бәшмәк консерваһын асып, һыуын түгергә һәм сеүәтәгә һалырға.

2. Нотоҡ консерваһын асып, һыуын түгергә һәм сеүәтәгә һалырға.

3. Кишерҙе, һуғанды таҙартырға һәм ваҡ итеп турарға.

4. Ҡыҙған табаға үҫемлек майын ҡойорға, кишер менән һуғанды ҡыҙҙырырға һәм тоҙ, борос өҫтәргә.

5. Бөтәһен дә сеүәтәгә һалып, болғарға, майонез өҫтәргә.