- Ҡыҙыл бүрекле ҡыҙ күрҙем,
Ҡасып-боҫоп ултыра.
- Ҡара урман эсендә
Ҡыҙыл бүрекле ҡыҙ ултыра.
- Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән
- Кәүҙәһе бар — йәне юҡ,
- Үҙе эшләпә кейгән — башы юҡ.
- Ҡара урманға кергәндә,
Ҡыҙыл ауыҙлы ҡарт күрҙем.
- Аяғы юҡ, ҡулы юҡ —
Эшләпәһе бар.
- Башы булмаһа ла — эшләпәле,
Аяғы бар — итекһеҙ.
- Ағас ҡашында,
Сәлләһе башында.
- Бағана башында аҡ күмәс.
- Таяҡлы малай ҡыҙыл бүрекле.
- Ер аҫтынан ҡалҡты,
Ҡыҙыл бүрек тапты.
- Ҡырҙа ла, урманда ла
Ҡыҙыл бүрек кейгән бер ҡарт ултыра.
- Ҡарһаҡ ҡына бер малай
Ҙур эшләпә кейгән.
- Ураман эсендә мулла,
Аҡ сәлләһе башында