Бөгөнгө ирҙәребеҙ
Бөгөнгө ирҙәребеҙ? Автор: Вәкил ХАЖИН, педагогия фәндәре кандидаты. 23-02-2013
Милләт фажиғәһеме
үҙгәртергәМилләт йәшәһен өсөн, тәү сиратта, айыҡ аҡыллы, батыр, тәүәккәл, намыҫлы, эшһөйәр, белемле, инициативалы ир-аттың күп булыуы мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт халҡы бөгөн "аҫыл улдарым етерлек" тип маҡтана алмай.
Бынан тиҫтә йылдар элек үҙәк гәзиттәрҙең береһе ярым етди, ярым шаяртып "Берегите мужчин!" тигән рубрика асып ебәргәйне. Бөгөн беҙгә лә "Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!" тип һөрән һалырға ваҡыт етте (үтеп китеп бармаһа!).
Бөгөнгө башҡорт ир-аты ХVIII быуатта Рәсәй империяһын дер һелкеткән аҫау егеттәргә һис кенә лә иш була алмай. Быныһы күренеп торған нәмә, һәм уның объектив сәбәптәре лә бихисап. Быларға быуаттар дауамында алып барылған геноцид та, ХХ быуаттағы революция, граждандар һәм донъя һуғыштары ла, аслыҡ та, репрессиялар ҙа инә.
Ошо бәләләргә барыһынан да ҡурҡынысырағы, киң ҡоласлыһы – эскелек – өҫтәлә. Был афәттең ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүенә туҡталып тормайым, ул һәр кемгә билдәле. Бөгөн тотош йәмәғәтселек ошо бәлә һаҙлығына батҡандарҙы нисек ҡотҡарыу тураһында әрнеп-әрнеп төрлө юлдар эҙләй, дау күтәрә. Тик эскән кеше бит ул хәбәрҙәрҙе тыңламай, тыңлаһа ла аңламай, аңлаһа ла, тыйыла алмай. Аҡыл өйрәтеп кенә бер кемде лә эскелек һаҙлығынан һөйрәп алып булмай.
Эскесе үҙе бик теләһә генә эскенән ҡотолорға мөмкин. Бүтәнсә юлы юҡ. Шуға ла ундайҙарҙы хаҡ юлға баҫтырырға тырышыу, минеңсә, — иләк менән һыу ташыу ул. Ауыр, оҙаҡ, күп осраҡта һөҙөмтәһеҙ эш.
Һүҙем ир-егетте һаҡлау тураһында ине
үҙгәртергәТик инде эсә-эсә әҙәм ҡиәфәтен юғалтыу дәрәжәһенә еткәндәрен түгел, ә йәш быуынды, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ир-егет итеп һаҡлап ҡалыу тураһында. Һәр ауырыу (сир) кеше тәнендә ниндәй ҙә булһа билдә менән үҙенең барлығын белдерә.
Тик шул билдәне дауаларға тырышыу ауырыуҙы һис кәметмәй. Сирҙең үҙен бөтөрөргә кәрәк, шул саҡта ғына уның билдәһе юҡҡа сыға. Эскелек тә шуның кеүек.
Ни өсөн эсәләр? Сәбәптәре күп
үҙгәртергәШуларҙың араһында иң мөһимдәренең береһе — ир балаларға ирҙәр тәрбиәһе булмауҙа, йәиһә уның етмәүендә.
Ысынлап та (иҫкәртеп ҡуям: минең һөйләгәндәр абсолют түгел, әлбиттә, күп осраҡта артыҡ дөйөмләштереү ҙә булыр, шулай ҙа бында әйтелгәндәрҙең байтағы ысынбарлыҡҡа тап килә), башҡорт ғаиләһендә бөгөн баш кеше — нигеҙҙә, ҡатын. Әгәр элек халҡыбыҙ "Ир — баш, ҡатын — муйын" тигән хаҡ һүҙҙәрҙе тыуҙырһа, бөгөн ҡатын-ҡыҙ ҙа: "Үҙем баш, үҙем түш, үҙем муйын", тип әйтә ала. Өйҙә ирҙәрҙең (атайҙарҙың) абруйы ныҡ кәмене. Командир — ҡатын. Ир — кәм тигәндә уның ярҙамсыһы, күп ваҡыт буйһоноусы хәлендә. Көслө зат насар миҫал сифатында төртөп күрһәтеү объектына әйләндерелгән.
Башҡорт телендә кешене хурлау, әрләү өсөн ҡулланылған бөтөн һүҙҙәр ҙә — балалар алдындамы, юҡмы — ир башына яуа. Уның һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында, һәр эше баһаланырға ғына (күберәк кире яҡтан) тора. Был ғәләмәткә түҙергә теләмәгәндәре тәүҙә баш күтәреп ҡарай, тик "равноправие" тигән яуыз һүҙ һөҙөмтәһендә уларҙың был ҡылығы бик тиҙ юҡҡа сыға. Айыҡ йөрөгән ир тәртә эсендә тегеләй ҙә, былай ҙа тартҡан ыңғайға күндәм генә эшләп йөрөгән алаша атҡа әйләнә лә ҡуя.
Тик... эске тигән әйбер бар бит әле. Сәбәбе сығып ҡына тора — хәмер уртлар мәлдәр йыш. Градус яйлап ирҙең ир икәнлеген иҫенә төшөрә, айыҡ ваҡыттағы хәленә асыуы килә, ғаиләлә тауыш, шау-шыу сыға. Был хәлдең һөҙөмтәһе, әлбиттә, ир файҙаһына түгел. Ул — "кругом виноват". Әрләү көсәйә, төртөп күрһәтеү арта, өйҙәге статус иң түбәнгә төшә. Эсеү байтаҡ ирҙәргә үҙҙәренең ошо хәленән сығып тороу, ҡотолоу сараһы булып китә. Мин эскеселәрҙе һис кенә лә аҡламайым, уларҙың эскесе булып китеүенең бер генә сәбәбен күрһәтергә теләйем.
Был сәбәп — ҡатын. "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын" тип юҡҡа әйтмәҫтәр. Ҡатындарҙың өйҙәге бөтә власты ҡулға алырға тырышыуы, иргә автомобиль, йыһаз кеүек уңайлыҡтар тыуҙырған кәрәкле әйбер итеп кенә ҡарауы арҡаһында килеп сыға бынан хатта 40 – 50 йыл элек башҡорт ғаиләһендә булмаған йәмһеҙ күренештәр.
Ирҙең өйҙәге ғәҙәти хәлен аяҡҡа баҫтырыу буйынса йәмәғәтселектең фекере үҙгәрергә тейеш. Элек был мәсьәләне дин, шәриғәт һаҡлап, тотоп килгән. Бөгөнгө йәмғиәттең ундай нигеҙе юҡ, киреһенсә, ҡайһы бер ҡанундар ирҙең бәҫен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән. Шуға ла өйҙә атайҙың абруйын күтәреүгә, уның ысынлап та ир булып ҡалыуына бөгөн йәмәғәтселек фекере менән генә өлгәшергә мөмкин.
Һүҙем ҡатын-ҡыҙға ҡаршы икән тип уйлаусылар булыр, бәлки. Юҡ, һис кенә лә улай түгел. Ир менән ҡатын — юридик хоҡуҡтары тиң булһа ла, тәбиғи, психологик яҡтан бөтөнләй төрлө зат. Фекер йөрөтөүе лә төрлөсә уларҙың. Кемдеке — юғары, кемдеке түбән тигән мәғәнәлә түгел, ә төрлө тип кенә әйтеүем. Төрлөлөк, ғөмүмән, гармонияға ғына килтерә.
Һүҙем ир-егет тәрбиәләү хаҡында ине. Ә бының өсөн ир кеше, атай, кәрәк. Ысын ир. Тәртә эсендә йөрөгәне, ҡушҡанды ғына үтәй торғаны түгел. Ә ирҙең ир була алыуы — ҡатын-ҡыҙҙың ғына ҡулынан килә торған эш.
Атай абруйы — ир балаларҙы тәрбиәләүҙә ифрат кәрәк шарт. Элегерәк әсәй кеше "...Атайыңа әйтәм", "Атайың асыуланыр" тигәнерәк киҫәтеүҙәрҙән кәмһенмәй ине. "Атайың ни әйтер?", "Атайыңдан һорайыҡ" кеүек һүҙҙәр ҙә уларҙың телмәрендә йыш осрай торғайны. Йәғни әсәй кеше, ире тураһында ниндәй фекерҙә булыуына ҡарамаҫтан, атайҙың өйҙәге урынының бик ҙур икәненә балаларын ышандырыр булған. Бындай шартта үҫкән бала, әлбиттә, ирлек сифаттарын үҙендә нығыраҡ һаҡлай, сөнки атайға оҡшарға ынтыла. Шундай ғаиләләге ҡыҙ бала ла ирҙәргә ҡарата ихтирамлы булып үҫә.
Был фекерҙәр, бәлки, яңы түгелдер, ләкин шуныһы бәхәсһеҙ: ғаиләлә ир баһаһының түбән төшөүе бала тәрбиәләүгә кире йоғонто яһай. Күрәбеҙ, малайҙарҙың күпселеге өйҙә атай тәрбиәһен бик аҙ ала, етмәһә, уның өлгөһө күп осраҡта кире була.
Ә мәктәптә хәл нисек һуң? Шулай уҡ. Өйҙәге һымаҡ. Бөтәһенә лә билдәле: башланғыс кластарҙа ир-ат эшләмәй, өлкән кластарҙа ла улар бик һирәк. Уҡытыу һәм тәрбиә эше, шулай итеп, мәктәптә лә ҡатын-ҡыҙ ҡулына ҡалған.
Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ башҡа ҡатындарҙан, бәлки, белеме менән генә артығыраҡтыр. Әммә психологияһы шул уҡ бит. Улар ҙа үҙ өйөндә — баш, түш, муйын. Мәктәпкә килгәс тә ҡапыл һәм ҡырҡа ғына үҙгәреп китмәйҙәр. Ир балаларға уларҙың мөнәсәбәте түрәләрсә йәки, икенсе төрлөрәк әйтһәк, теҙген тотоусыныҡыса. Ләкин бөтөн малайҙар ҙа тәртә эсенә инергә бик теләмәй, сөнки ғаиләләрҙәге хәл бер төрлө түгел.
Өй һәм мәктәп тәрбиәһенән тыш, урам йоғонтоһо ла бар бит әле. Үҙаллылыҡ, үҙ-үҙеңде яҡлай алыу кеүек сифаттар тап урам шарттарында нығый. Бына шул урамдың ыңғай һәм кире яҡтарын отоп үҫкән, үҙ өйөндә ир бала итеп тәрбиәләнгән бәғзе бер үҫмерҙәр мәктәптә баш бирмәҫкә тырыша ла инде. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы менән улар араһында тартыш китә. Уның күренеп тороуы ла, эстән генә булыуы ла мөмкин. Малайҙар үҙ хоҡуҡтарын һаҡларға, ә уҡытыусы уны еңергә тырыша. Оҙаҡҡа киткән тартыш аҙаҡтан, ғәҙәттә, ике яҡтың да битарафлығына әйләнә: уҡытыусы үҫмергә ныҡлап иғтибар итмәй башлай, ә уҡыусы уның предметынан биҙә.
Бындай уҡытыусыларҙың һанына ҡарап (тағы бер иҫкәртеп китәм: был әйтелгәндәр тотош уҡытыусыларға ҡағылмай, ә ир бала психологияһын етерлек кимәлдә белмәгән, уларҙы аңлай алмаған уҡытыусылар тураһында ғына һүҙ), уҡыусы малайҙы биҙҙергән фәндәр арта. Һөҙөмтәлә донъяға төкөрөп ҡараған башҡорт ир-егеттәре лә күбәйә. Үҙ-үҙенә ышанысы булмаған (йә түбән булған), кәмһенеүсән, "өслө"ләр тулған аттестатлы, хәтере һай егет ҡайҙалыр уҡырға барырға уйламай ҙа.
Уның, ысынлап та, ниндәйҙер юғары уҡыу йортона инеүгә субъектив (әлбиттә, объектив та) ышанысы бик түбән. Шул сәбәпле түгелме икән, байтаҡ ир-егет армия мәктәбен үткәс, йәғни үҙенә ышанысы артҡас ҡына, артабан белем алырға ҡарар итә.
Ә башта ул ауылда ҡалырға мәжбүр. Йүнле эш (әгәр булһа), ғаилә ҡорорға ҡыҙҙар юҡ. Күңел күтәреү юлы уның өсөн берәү — хәмер. Хәмерҙең аҙағы — аҙғынлыҡ, енәйәтселек, маңҡортлоҡ...
Хәлде берәй төрлө үҙгәртеп буламы? Әллә беҙҙе Габриэль Маркестың "Йөҙ йыл яңғыҙлыҡ" романындағы сусҡа ҡойроҡло бала тыуыуы менән ерҙәге тарихы тамамланған ғаилә яҙмышы көтәме? Быныһы үҙебеҙҙән тора.
"Ура" ҡысҡырып, лаф ороп, бер тынала өйҙәге ҡатын менән ир мөнәсәбәтен үҙгәртеү мөмкин түгел. Шулай булған хәлдә лә ул — бик оҙайлы юл. Мәктәпкә лә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар урынына ирҙәрҙе килтереп тултырып булмай.
Хәлде ыңғайға үҙгәртеү юлы бармы
үҙгәртергәӘ шулай ҙа хәлде ыңғайға үҙгәртеү юлы барҙыр, тип уйлайым. Ул — малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырым уҡытыу. Элек-электән улар шулай тәрбиәләнгән. Байтаҡ илдәрҙә был ысул әле лә дауам итә. Һүҙ, әлбиттә, махсус мәктәптәр асыу хаҡында түгел. Ҡәҙимге мәктәптә малай һәм ҡыҙҙарҙы бергә уҡытмаҫҡа тигән тәҡдим был. Ҡайһы берҙәрендә уларҙы физкультура һәм хеҙмәт дәрестәре өсөн айыралар бит. Мәҫәлән, әгәр мәктәптә параллель кластар бар икән, "а"ға — малайҙар, "б"-ға ҡыҙҙар туплана ала. Ике ҡатлы булһа, аҫлы-өҫлө бүлергә мөмкин.
Әлеге кластарҙа отличниктар һәм әйҙәүселәр башлыса ҡыҙҙар булһа (малайҙарҙың байтағы өлкәнәйгәс, ғәҙәттә, мәктәпкә бер дәфтәр менән генә килеүсән, йәғни уҡыу улар өсөн кәрәкһеҙ бер нәмәгә әүерелә), бүлгән хәлдә егеттәр генә уҡыған кластың үҙ отличниктары ла, әйҙәүселәре лә барлыҡҡа киләсәк. Өлгәшмәгән һәм һүлпән ир балалар кластың бер өлөшө генә булып ҡалыр, шул уҡ ваҡытта милләттең терәге булырҙай ир-азаматтар һәр класта артыр ғына. Уҡытыусылар ҙа үҙгәрмәй ҡалмаҫ: уларға ҡыҙҙар класында ла, малайҙар менән дә эшләргә тура киләсәк бит. Ниһайәт, мәктәптә ир-ат уҡытыусылар ҙа күренер.
Минең тәҡдимдәргә ҡаршы килеүселәр ҙә табылыр, был тәбиғи. Ләкин артыҡ көс сығармайынса, бер тин аҡса түкмәйенсә атҡарып була торған ошо әмәлде файҙаланып ҡарайыҡ. Зыяны теймәҫ, ә файҙаһы, бәлки, ҙур булыр. Ошолай уҡытыуҙың практикаһына килгәндә, ул төрки телле мосолман илдәрендә киң таралған. Көнбайышта ла, мәҫәлән, Англиялағы ябыҡ, элиталы лицейҙарҙа — шул уҡ хәл. Ниһайәт, ундай тәжрибә үҙебеҙҙә лә бар — республиканың башҡорт иҡтисад лицейы...
Миңә ауыл мәктәптәре буйлап күп йөрөргә тура килә. Һәр урында мәктәп етәкселәренә әйтеп йөрөгән тәҡдимемде (иҫкәрмәмде) гәзит уҡыусыларға ла еткермәксемен. Ауыл ерендә, ғәҙәттә, бәҙрәф тышта була. Был кәрәкле ҡоролманы ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла бер урынға ҡуялар, уртанан таҡта менән генә бүләләр. Байтаҡтарында был таҡта тишкесләнеп бөтә. Ҡыҙыҡһынған малайҙарҙың бәкеһе яһай ул "күҙҙәрҙе". Тишектәре булмаған хәлдә лә, бөтөн тауыш таҡта аша ишетелеп тора бит. Әҙәпһеҙлектән оялмауҙың осо ла ошо "йорт"ҡа бәйләнмәйме, шундай "ваҡ" проблемаларҙан юл алмаймы икән? Беҙ хәҙер бындай "ваҡлыҡтар" менән бөтөнләй иҫәпләшмәйбеҙ, ә бит, уйлап ҡараһаң, кешенең мәҙәни кимәле лә шунан башлана. Шуны ла хәл итә алмаһаҡ, ул балаларға Башҡортостан мәҙәниәтен уҡытыуҙан ни файҙа?
Автор: Вәкил ХАЖИН, педагогия фәндәре кандидаты.