Бөрйән йөрәге
БӨРЙӘН ЙӨРӘГЕ *Сәрүәр СУРИНА, китаптарҙы төҙөүсе.
Барыһы ла ике блокноттан башланды. Китапсыҡ кеүек ҡаты тышлы был ҡалын дәфтәрҙәргә Фәүзиә апай үҙенең бала саҡ һәм йәшлек иҫтәлектәрен теркәгән. Ҡулъяҙманы уның иң яҡын дуҫтары Роза апай Юлдашбаева менән Альбина апай Исхаҡовалар, үҙҙәре әйтмешләй, "йығылып ятып" уҡып сыға. Роза Рафиҡ ҡыҙы дәфтәрҙәрҙе миңә тапшырған саҡта: "Был - беҙҙең быуындың яҙмышнамәһе", - тине.
БӨРЙӘН ЙӨРӘГЕ, ЙӘКИ ФӘҮЗИӘ АПАЙ КИТАП ЯҘҘЫ
Быйыл һигеҙенсе март алдынан Өфөләге "Самрау" нәшриәтендә Фәүзиә Усманованың "Бөрйән йөрәге" тип аталған баҫмаһы донъя күрҙе. Ул әлегә ике китаптан тора, өсөнсө китапта дауамы буласаҡ, сөнки авторҙың тынғыһыҙ йөрәге яна, уйлана, күҙәтә, ҡулы ҡәләмгә үрелә. "Донъя менән бәйләнешем - телевизор, гәзит, журналдар, күрше магазинда һөт-икмәк һатыусы ҡыҙҙар, киоскыла минең өсөн конверт тотоусы ҡатын...
Яҙғанымды боронғоса конвертҡа һалып, почта аша ебәрәм. Яҡындағы йорт диуарында ҡыйшайған булһа ла почта йәшниге бар ине, уны ла алып ташлағандар. Хәҙер почта бүлеген эҙләп, ике квартал урам аша барырға тура килә. Барам. Миңә кәрәк бит. Бәлки, дуҫтарыма ла кәрәктер минең хаттарым..." Ҡыҙғаныс, Рәсәй почтаһы тигән күренеш тарихта күмелеп ҡалырға самалай, ләкин хат яҙыусылар һәм гәзит-журнал уҡыусылар уны һаман йәшәтә.
Тәүге китапта - балалар йорто хәтирәләре. Уның өсөн иң ҡәҙерле иҫтәлектәр - Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Өфө ҡалаһына, балалар йортона килеп эләгеү тарихы. Биш йәшендә ул үҙенең тыуған яғы Бөрйән районы Килдеғол-Һарағы ауылынан бер төркөм етем балалар менән бергә баш ҡалаға оҙатыла. 1-се, 5-се, 9-сы балалар йортонда һәм 1-се мәктәп-интернатта уҡыған осорҙа күргән-белгәндәре онотолмай, һәр ваҡиға күңеленә уйыла, ғүмере буйы оҙатып бара торған "ҡара һаҡал" - холоҡ, белем, тәжрибә булып ҡала.
Ә холоҡ - ул яҙмыш. Кеше үҙ ғүмеренең һәр осорон юлында осраған өлкәндәр, дуҫтар һәм дуҫ булмағандар менән бәйләнештә үтеп сыға. Өфөлә балалар йортонда үҫкән ваҡыт, Мәскәүҙә Юғары сәнғәт-сәнәғәт уҡыу йортонда уҡыған дәүер, аҙаҡ тыуған республика сәнғәтенә фиҙакәр хеҙмәт итергә тырышҡан йылдар - Фәүзиә апайҙың яҙмалары һәр ваҡиғаның һәм осрашыуҙың кеше өсөн Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау икәнен иҫбатлай. Икенсе китапҡа Фәүзиә апайҙың "Киске Өфө" гәзите биттәрендә баҫылған мәҡәләләре тупланды. "Киске Өфө" һабаҡтары" тип аталған йыйынтыҡ еңел уҡымлы һәм ғәжәп теремек халыҡсан аҡылдың күргәҙмәһе булып тора.
Баҫманың баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева китапҡа алһүҙҙә былай тип яҙа: "Вайымһыҙлыҡ миңә хас түгел, башҡаларҙы ла битараф булмаҫҡа саҡырам". Ошо ярһыу оран менән яҙылған хәбәрҙәре "Фәүзиә Яхина", "Фәүзиә Усманова", "Айгөл Яхина" тигән исемдәр аҫтында "Киске Өфө" гәзитенең "Кинәйә", "Ишара", "Бер кәлимә һүҙ" һәм башҡа рубрикаларында 2004 йылдарҙан башлап бөгөнгәсә баҫыла.
Гәзитебеҙҙең һәр һанына тиерлек үҙ баһаһын бирә, фекер-кәңәштәре менән уртаҡлаша, тәнҡитләп тә ҡуя ул. Шуныһы ҡыҙыҡ: был апайҙың тәҡдимдәрен дә, теләктәрен дә ҡабул итәбеҙ, сөнки улар тос, сәпкә, сәмгә тейә. Фәүзиә апайҙың юғары кимәлдә фекерләү ҡеүәһе, һүҙ маһирлығы, белем тәрәнлеге беҙҙе гел һоҡландыра..."
Фәүзиә апай Усманованың "Киске Өфө" гәзитендәге ғәжәп тура һүҙле, фәһемле фекерҙәрен быға хәтле һоҡланып уҡый торғайным. Ул бөтә ярһыу йөрәген асып, әйтәлмай ҡалған һүҙҙәрен, көндәр-төндәр буйы мейеһен быраулаған уйҙарын, халыҡ, ил, балалар һәм өлкән быуын тормошо өсөн борсолоуҙарын, ниһайәт, ташҡа баҫып илгә таратты.
"Киске Өфө" өсөн ул иң танһыҡ һәм ҡәҙерле авторҙарҙың береһе, баҫманың баш мөхәрриренән башлап, һәр журналист, һәр уҡыусы Фәүзиә апайҙы ысын мәғәнәһендәге "үҙ хәбәрсе" һәм илһөйәр ватандаш тип таный. Уҡыусыны уйлата, тетрәндерә, уята алырҙай "халыҡ хәбәрсеһе" республика, ил тормошондағы, йәмғиәттәге, кешеләр психологияһындағы һәр үҙгәрешкә һиҙгер, үҙ юғарылығынан баһалай, тәғәйен уйын һәм теләктәрен әйтә белә. Заман дауылында үҙ ырыуы йөрәген елкән итеп киргән ҡәләм оҫтаһының замандаштарға әйтер һүҙе бик күп.
Ләкин "Фәүзиә апай" тигән "айсберг"тың һикһәнде ваҡлаған оло кеше булыуын кем белә?
"Киске Өфө"ләге яҙмалар уның донъяһының бер өлөшө генә. Фәүзиә Усманова - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, фарфор һәм керамика белгесе.
Уның ижады - статуэткалар, паннолар, вазалар, сәй сервиздары - башҡорт милли сувенирының классик үрнәге. Күп эштәре С.Г. Строганов исемендәге Мәскәү һынлы сәнғәт-сәнәғәт академияһында, Башҡортостандың М.В. Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт музейы, Башҡортостан Милли музейы фондтарында, шәхси коллекцияларҙа һәм авторҙың архивында һаҡлана.
Оҙаҡ йылдар буйы Башҡортостан Хөкүмәте янындағы махсус ижадханала эшләй оҫта, аҙаҡ Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге "Балалар ижад йортонда" педагог булып, 16 йыл буйы йәш балаларға керамик һауыттар, фигуралар эшләү серҙәрен өйрәтә.
Әле ул хаҡлы ялда. Хәйер, ял тигән яңы дәүер уның өсөн тынғыһыҙ һәм дәртле "үҙ хәбәрсе" эше менән бәйле. Ә был эште татып ҡарағандар матбуғат хеҙмәтенең битараф булмаған йөрәкле кешенән тотош ғүмерен һораған дейеү менән бер иш икәнен яҡшы белә.
Фәүзиә апайға "Бөрйән йөрәге" тигән уникаль китаптары өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт әйтке килә. Ысынлап та, үҙ тыуған яғының - мәшһүр Бөрйәненең шаңы һәм заңы уға һәр саҡ ярҙам итә. Авторҙың китабын йүгертеп йортона алып барып биреүсе, һөйөнсө сәйен эсеп, бергә ҡыуаныусылар - балалыҡ дуҫтары Роза Юлдашбаева менән Альбина Исхаҡова был мәлдә ҡәҙерле әхирәттәренә бала саҡтағыса тағы һоҡланды, уның уңышынан бәхетле булып ҡотланы-гөрләште. Илаһи дуҫлыҡ менән мөхәббәттә йәшәгән мәлдәр фани көн-төн иҫәбенә инмәй, Хоҙай ундайҙарҙың ғүмерен оҙайта, тиҙәр. Шулай булһын. Сәрүәр СУРИНА, китаптарҙы төҙөүсе.