Бөрйән районы Нәби ауылы атамалары.

53°15′44″ с. ш. 57°32′23″ в. д. (G)

Бөрйән районы Нәби ауылы атамалары


Нәби ауылы беҙҙән Ағиҙел буйлап үрҙә , йылғаның ике яҡ ярында урынлашҡан ҙур ғына ауыл. Ун туғыҙынсы быуат башында Байназар ауылынан Нәбиулла Мәрәсов менән уның дүрт улы һәм ике ҡустыһы Иҙелдең һул яғына күсеп ултыралар, аҙаҡ халыҡ күбәйгәс, уң яҡҡа ла ултыра башлайҙар, тип аңлаталар тарихсылар.
Ауыл исеменең килеп сығыуы буйынса легенда ла бар. Идара итеүҙең кантонлыҡ осоронда исемһеҙ ауылға йыш ҡына Филатов фамилиялы урыҫ килә торған булған. Ул ошо тирәләге ауылдарҙың попечителе булған. Ауылға исем ҡушырға кәрәклеген аңлаған Филатов, ауыл малайҙарын йыя.Кем беренсе булып килә, ауыл шуның исемен йөрөтөсәк, тип малайҙар араһында йүгереү буйынса ярыш үткәрә. Нәбиулла исемле малай беренсе килә һәм ололарҙың әйтеүҙәре буйынса, ауыл Нәби тип йөрөтөлә башлаған.
Йыш килгән ауылға Филатов. 1848 йылда килеүендә ауылда
өйҙәрҙең бынан алдараҡ раҫланған план буйынса ултырыуын тикшергән. Өйҙәр бер- береһенән 10-15 сажин, ә ихаталар араһында янғын хәүефһеҙлеге өсөн 12 сажин буш ара ҡалыуын, мунсаларҙың өйҙәрҙән алыҫыраҡ, йылға буйында төҙөлөүен тикшергән .Шулай уҡ өй төҙөгәндә өйҙөң иҙәндән түбәгә тиклем бейеклеге 3 аршин булып, урам яҡта 2-3 тәҙрә ҡуйырға бойорған. Сыуал урынына мейес сығарыуҙы ла талап иткән, сыуалға утын күп китеүен,
төтөнөнөң зарарлы булыуынан сығып, аңлатыу эше алып барған. Шулай уҡ ҡапҡа эшләп ҡуйыуҙы ла ҡәтғи ҡуйған.
Филатов ауылға килгәндә, текә генә тауҙың уяһынан, атын етәкләп, килеп төшөр булған. Шул уяны Филатов уяһы тип әйтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән яйлап Филатов һүҙе әйтелеше үҙгәртелеп, Клатуйға әйләнеп киткән. Хәҙер был тауҙы Клатуй тауы тиҙәр.


Был легенданы ололарҙан ишетеп үҫкәйнек,

Баймурзина Ф.Ф. 1960 йылғы, дөрөҫләп яҙып алдым.

Насима Сагитова