Бөрйән районы Тимер ауылының дин әһелдәре

Тимер ауылының дин әһелдәре'

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты 1788 йылдың 22 сентябрендә батшабикә Екатерина II махсус Указы нигеҙендә ойошторолған. Башта ул “Мөхәмәт динлеләр йыйылышы” тип аталған. Тәүге көндәрҙән үк учреждение мосолмандар һәм дәүләт араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү, кадрҙар әҙерләү, халыҡҡа белем биреү менән шөғөлләнгән. Был функциялар бөгөнгө көндәлә үтәлә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәнов әйтеүенсә, юбилей һәм башҡа саралар дин һәм халыҡ араһында берҙәмлек булдырыуға, татыулыҡ тәрбиәләүгә, илдәге уртаҡ тарихты тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Тимер ауылы барлыҡҡа килгәс, ауылға идара итер өсөн указлы мулла Тимер үҙе булған. Унан һуң йорт старшинаһы Теләүғол Ялсин (1770 йылғы)указной муллалыҡ эшен алып барған. Аҡназарҙың улы указлы муллалар Фәтҡулла (1828 йылғы) 31 йәшһәм Мөхәмәтйәрҙең улы Йәнмырҙа (1830 йылғы) 30 йәш Иҫәнгилдиндар (1859 йылғы рәүиздә күрһәтелгән) идаралығында ла бара. Әммә мәсет булмай әле, үҙ йәйләү-утар, ыҙмаларында кәңәшмәләр ҡорғандар, һөйләшеүҙәр алып барғандар.

Рәсәй батшалығы башлыҡтары башҡорт халҡының баш күтәреүҙәренән ҡоттары алынып бөткәнгә күрә, йыйындар һәм башҡа төрлө һылтауҙар менән төркөмдәргә тупланыуҙарҙы булдырмау өсөн, өйкөм йәшәгән урындарҙағы халыҡты тарҡатып, ҙур ауылдарҙы күсереп ултыртыу сәйәсәте лә үткәрә башлай. Был фарман буйынса эште урынына еткереп ҡуйыуҙы Ырымбур виләйәте түрәләре урындағы өйәҙгә ҡараған башҡорт кантондарындағы старшиналарға тапшыра. Тимерҙәр Ағиҙел йылғаһы буйлап Бохмаш, Ҡалҡаман яландарына, Боһондо йылғаһы тамағында, Үҙән, Һәүәнәк, Кесе һәм Оло Нөгөш, Көҙөшлө, Шәйек йылғалары, Суҡраҡты яланында һәм башҡа урындарҙа ерҙәрҙе биләйҙәр. Йорт старшинаһы үрәтник Ҡунаҡбай Ҡарабаев Тимер, Аралбай, Исламбай, Яңы Монасип, Иҫке Монасип, Байғаҙы һәм Бикташ, Көләбә, Ҡыҫыҡ ауылдары менән идара иткән, эштәр алып барған.

1855 йыл (309 мәсеттең метрика кенәгәләрендә) Тимер ауылы мәсете төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла. Ауылда йәмғеһе: мәхәлләлә 382 ир-ат, 352 ҡатын-ҡыҙ булған. Унда яҡын-ара ауыл Аралбайҙан (9 саҡрым) мәсеткә йөрөгәндәр.

Рәсәй Эске эштәр Визаратының (Министрлығының) Ырымбур виләйәте идараһы (ЫВИ) тарафынан раҫланған Мәншур №577,1879 йылдың 23-сө февралендә имам-хатип мөғәллим Сәйетбаталов Мырҙабулат (63 йәш), мәзин вазифаһын 1909 йылдың 9-сы апрелендә Байрамғолов Юныс Ҡорбанғәле улы алып барған. Әтек мәҙрәсәһен, унан һуң Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған имам-хатип (мөғәллим) Сәйетбабалов Шәкир Мырҙабулат улы (1881 йыл) менән имам Исхаков Низаметдин эшләгәндәр. Низаметдин Исхаков аҙаҡ указной мулла вазифаһын башҡарған. 1903 йылда имам-хатип (мөғәллим) Аллабирҙин Ғәлимйән 306 һанлы дини идаралығы указы менән Тимер ауылынан саҡыртылып Мәҡсүт ауылы мәсетенә эшкә ебәрелгән.

Мөхәмәт Заһитов (1728 йылғы), указной мулла, 88 йәшендә үлгәндән һуң, Аралбай ауылынан Тимер ауылына ерләнгән. Улдары Сәйетбатал, Мөхәмәт. Уларҙан Сәйетбаталовтар, Мөхәмәтовтар, Аралбаевтар, Ҡондоҙбаевтар таралған, улар араһынан күп муллалар сыҡҡан.

1913 йылда Әтек ауылынан ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан, ҙур абруйлы һәм бик бай мулла Хәлим хәҙрәт үҙ аҡсаһына 4 бүлмәле ике ҡаттан торған мәҙрәсә төҙөткән. Ошо мәҙрәсәлә тирә-яҡ ауылдарҙан  килеп, бик күптәр уҡып сыҡҡан. Уларға Мөхәмәтшәриф хәҙрәт белем бирә. Тимерҙән Сәйетбаталов Мансур Шәкир улы ҡустыһы Межәүер, Кәримов Рәхмәтулла Кәрим улы, Балапанов Хөснитдин, Исхаков Мәхмүтдин Низаметдин улы, Буранов Сәғит мулла (...) һәм башҡалар уҡығандар.

Шәкир атаһының өйөр айғырын, толобон ала ла Әтек мәҙрәсәһенә ҡасып китә. Мырҙабулат муллаға улының ҡайҙа икәнен килендәре лә әйтмәй. Мырҙабулат мулла Әтек мәҙрәсәһе хәҙрәте Мөхәмәтшәрифкә бер малай аша хат ебәрә. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт малайҙы ҡаршы алып: “Мосафир ҡайҙан киләң, әйҙә тамағыңды туйҙырып ал! ” – тип өйөнә индергән дә хатты уҡып: “Мырҙабулат! Шәкир улың бик зирәк, мәсет тоторлоҡ һәләте бар, алла бирһә, Тимергә мулла булып ҡайтасаҡ” – тип яуап ебәргән. Ул Балапанов Хөснитдин, Буранов Зәйнитдиндәр менән мәҙрәсәне уҡып сыға. Өфөгә мөфтөйгә имтихан бирә барған. Мөфтөй һорау биргән: “Өҫтәлдә икмәк ята, башын әйт!” – тигән. Шәкирмөхәмәт икмәкте алып: “ Бисмилләһир рахмәнир рәхим” – тип икмәкте телеп тә ебәргән. Һин, бөгөндән Тимер ауылына указлы мулла, башҡа һорау бирмәйем, тигән. Указлы мулла сағында Тимер халҡы ла Шәкирмөхәмәтте “ Оло мулла” тип йөрөткән.

Уҙған - ХХ быуаттың 20 се йылдарында мәсеттәр аҙлап ябыла башлай, ә 30 сы йылдарҙа иһә күпләп ябыла, дини мәхәлләләр юҡҡа сығарыла.Репрессия йылдарында муллалар араһынан золом ҡорбандары күп була. Был шауҡым Тимер ауылын да урап уҙмай. 1931 йыл күрәҙәлек иткән Сәйетбаталов Шәкир Мырҙабулат улы (1881 йылғы) муллалыҡ эше өсөн 58-2, 58-10 статьялары буйынса ауылдан Өфөгә ебәрелгән һәм шул уҡ йылда атҡандар. Тик 1989 йылдың 18 майында ғына аҡланған (справка № 3743. Хәтер китабыт.4, 394-се бит).

Ғаилә башлығы итеп оло улы Мансурҙы ҡуйғандар ҙа, Кемерово өлкәһендәге Проковьевск шахтаһына Шәкир мулланың ғаиләһен ебәргәндәр. Мансур бабай шахтала эшләй. Ете йылдан һуң, нисектер документтар эшләтепкенә тыуған районына ҡайтырға тура килгән. Указлы мулла Исхаков Мәхмүтдин Низаметдин улы (1885-1945, Баймаҡ районы Кейәүеште ауылында ерләнгән) мәзин Ҡорбанғәлин Юныс менән бергә эшләгән. Улар, ислам нигеҙҙәрен еңел үҙләштергән зирәк шәкерттәр, артабан хәлфә булып китәләр. Күптәре һуңынан волость аппаратында ла эшләйҙәр. Исхаков Мәхмүтдин Низаметдин улының өйөн тартып алып ситтән килгән түрә, йә белгестәр өсөн ҡулланғандар. Совет власы урынлашҡас, 1931 йыл малды ла, йортто ла тартып алдылар, атайым йыл ярым төрмәлә ултырып ҡайтты, тип хәтерләй Ғәлиә инәй Нәҙершина.

Бөйөк Ватан һуғышынан алда, дин тыйылһа ла  аҫтыртын ғына кешеләрҙе Ҡорбанғәлин Юныс мәзин өшкөрөп тәрбиәләгән, дини йолаларҙы үтәп йөрөгән. Уның да мал-мөлкәте тартып алынған.

1962 йылғаса, уҡымышлы хәлфә Кәримов Рәхмәтулла Кәрим улы өшкөрөп-тәрбиәләп ауырыуҙарға ярҙам иткән. Ул 1930 йылдарҙа Урта Азия, Ташкент, Ырымбурҡалаларында йөрөгәнгә күрә репрессияға эләкмәй ҡала. Яубаҫаров Һибәтулла Баймөхәмәт улы ла мулла вазифаһын башҡарған. Мин иҫләгәндә, Мырҙағолов Әҙеһәм Мәрхәм улы (1900 -1977) кешеләргә исем ҡушыу, бата уҡытыу кеүек йолаларҙы башҡарҙы. Үҙе үлмәҫ элек:“ Минән һуң китаптарҙы берәү ҙә уҡымаҫ, китаптарымды ҡәбергә баш аҫтыма һалырһығыҙ,” – тип әйтеп ҡалдырған. Уҡымышлы Алтынбаев Ниғмәтулла бабайҙарҙың үҙ аллы уҡып йөрөгәндәрен күргеләй торғайным.

Ҡатын –ҡыҙҙарҙан Баймырҙина Наҡыя инәй, Алтынбаева Хөббөниса инәй, Баязитова Ғәйнихаят өшкөрөп-төшөрөүгә ипле, маһир булдылар тип иҫләй Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин. Һуңғы йылдарҙа дингә иғтибар тағы ла артты, тип әйтергә мөмкин. Совет осоронда емерек хәлгә килтерелгән йәки юҡҡа сығарылған мәсеттәр аяҡҡа баҫтырыла, яңылары төҙөлә. 2011 йылда беҙҙең Тимер ауылында ла яңы мәсет асылды. Унда йома намаҙҙары, йәштәргә никах уҡыйҙар, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушалар. Был эштәрҙе бер нисә йыл Исхаков Йәүҙәт Йәмил улы башҡара. 2015 йылда Тимер мәсетенә имам-хатип итеп Аллабирҙин Таһир Зиннәт улы һайлана. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен, аяттарҙы, Ғәрәфә байрамдарын халыҡ ауылдың мәсетендә үткәрә. Ҡолдобаева Зөһрә Мөьмин ҡыҙы, Яубаҫарова Зәйнәп Әхмәҙулла ҡыҙы, Алтыншина Фәрҙиә Әлмөхәмәт ҡыҙы, Газина Кәбирә Зәбир ҡыҙы, Буранова Зөләйхә Мазһар ҡыҙы, Буранова Хәмиҙә Моталлап ҡыҙы башлап мәсеткә йөрөйҙәр. Унан Баймырҙина Фәүзиә, Баязитова Сәмиға, Аллабирҙина Зифа, Дәүләтбирҙина Кәримә, Байсурина Гөлшат, Байсарина Гәүһәр инәйҙәр ҡушыла. Тағы ла Бикмөхәмәтова Хәмдиә, Тимерова Рәмилә, Ҡолдобаева Шәһиҙә, Иҫәнғазина Рәйхана апайҙар бик теләп ҡөрьән аяттарына, йома намаҙҙарына йөрөйҙәр. Шулай уҡ дини байрамдарҙан ауыл старостаһы Ғайсин Ғайса, Мөхәмәтов Илшат, Баймырҙин Фәнил һәм башҡа ир-егеттәр ҙә ҡалмайҙар.

Дини мәҙәниәттәрҙе өйрәнеүҙең тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Ауылдар барлыҡҡа килеү менән муллалар ҙа кәрәк булған. Беҙҙә элек-электән дини һәм милли йолалар бергә үҫешкән, бер-береһен тулыландырып торған. Әгәр ҙә ниндәйҙер ҡаршылыҡ йә аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, халҡыбыҙҙа быны урын еренә еткереп аңлатырлыҡ дин әһелдәребеҙ булған. Уларҙың тырышлығы, халыҡты ойоштора, рухландыра, белемгә ылыҡтыра белеүе һоҡландыра. Дин замана талаптарына ярашлы үҫешә. Мәсеттәрҙән юлығыҙ өҙөлмәһен, мөхтәрәм йәмәғәт.

                                                                          Д. Аллабирҙин.

R.S. Дәүләт үҙәк тарих архивы мәғлүмәттәренә ҡараған мәсеттең метрика 309 кенәгәләре. Дини идаралыҡ раҫлаған указдар: (йылы, көнө, номеры, делоһы) 23.02.1879 №5779; 04.1909 №1680д.906; 27.04.1913 №2399.