Бөрйән районы Тимер мәктәбе
Тимер мәктәбе тарихы
үҙгәртергә[Бөрйән районы] төпкөл район иҫәпләнһә лә, белемгә ынтылыш көслө булған. Мәғлүм булыуынса, районда беренсе ике класлыҡ мәктәп 1911 йылда Ырғыҙлы ауылында (уҡытыусыһы Илья Константинович Рассадников), ә беренсе мәҙрәсә-башҡорт мәктәбе Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тарафынан 1913 йылда Әтек ауылында асыла. 1918 йылда Мәндәғолда ғәрәп телен, арифметиканы, яҙыуҙы өйрәткән беренсе баҫҡыслы мәктәп асыла. 1924 йылда Иҫке Монасип, Байғаҙы, Байназар, Әтек ауылдарында, 1925 йылда Иҫке Собханғолда, Ғәликбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер ауылдарында мәктәптәр була.
1927 йылда Ырымбурҙағы Ҡарауанһарай техникумын тамамлаған йәш мөғәллим Fəлиев Лотфулла Әбсәләм улы Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосына эшкә ебәрелеп, Тимер ауылында тәүге Совет мәктәбен аса. Ул 1901 йылдың ноябрендә Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылында тыуған. Киң далала үҫкән егет алыҫ урман ерендәге төпкөл ауылда халыҡҡа аң-белем биреү эшенә ихлас тотона.1928 йылда йәш кәләше Hypиcтан апайҙы ла килтерә һәм Бөрйән ерендә нығынып йәшәй башлай.
Мәктәптең үҙ бинаһы булмағанлыҡтан,дәрестәр, хужалары китеп буш ҡалған өйҙәрҙә алып барыла. 30-сы йылдар башында Тимер ауылы тирәһендәге тауҙарҙа шартлатыу эштәре башланып, аҡтарылған йоҡа таштарҙы, стандарт буйынса киҫеп, эшкәртеп, биналарҙы ябыуға шифер сифатында файзаланыу өсөн әҙерләп,иртә яҙҙа һал менән ағыҙыу эше башланғайны. Ошо уңайҙан, ауылдың үҫеү перспективаhын күзаллап, юғары етәкселeктeң хуплауы менән зур типовой мәктәп бинаһына нигеҙ һалынып, оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш эштәре башланды.
Л. Ә. Fəлиев 1930 йылда яңы ойошторолған район үҙәгендәге мәктәпкә күсерелә. 1936 - 1940 йылдарҙа Байназар ете йыллыҡ мәктәбе директоры. Унан һуң РОНО - ла инспектор, мөдир вазифалары. 1942 йылдың мартында һуғышҡа алына һәм шул уҡ йылдың сентябрендә фронтта һәләк була.1930 йылда Тимер башланғыс мәктәбенә эшкә 1908 йылғы Темәс ауылы егете Солтанбаев Мирза Хәмзә улы килә. Менеп килгән атын яңы ойошторолған колхозға тапшыра. Был малҡай оҙаҡ йылдар Карл Маркс исемендәге колхоздың йылҡысылыҡ фермаһында өйөр айғыры итеп файҙаланылды. Мирза Хәмзә улын күп тә үтмәй Fәлиәкбәр мәктәбенә күсерәләр,1937 йылда тағы ла Тимергә килә, ошо ауыл ҡыҙы Маһитап апайға өйләнеп ғаилә ҡора,1941 йылдың ноябрендә Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында һуғышҡа алына. 1942 йылдың ноябрендә Сталинград есөн барған ҡаты алыштарҙа башын һала.
1933 йылдың сентябрендә һуңлабыраҡ, мин дә күрше ағайҙарға эйәреп, 6 йәштән 1- се синыфҡа уҡырға барҙым. Дәрестәр Яубаҫаров Ибраһим бабайҙың ике бүлмәле өйөнөң береһендә үткәрелде. Тәүге уҡытыусым Яңы Монасип ауылы егете Шәрипов Ғилметдин ағай булды. Дәрестәр тамамланыуға Ибраһим бабайҙың ҡатыны Фәйрүзә инәй бойҙай ононан бешерелгән һалма эсереп ҡайтара ине, Шуға ла мәктәпкә сеүәтә һәм ҡалак тотоп йөрөй торғайныҡ. 1934-1935 уҡыу йылында Яманғолов Фауариз ағай ҡалдырып киткән өйҙә икенсе синыфта Әбдрәшитов Әйүп Әҙелмырҙа улы уҡытты. Башҡа синыфтарҙа, икенсе өйҙәрҙә Бикмәтов Нәжметдин ағай һәм Вәлитова Маһруй апайҙың уҡытып киткәндәрен иҫләйем.Ул йылдары таш эшенә һәм мәктәп төҙөлөшөнә килгән урыҫ ғаиләләре күбəйеп китте, тау итәгендә зыяраттары ла барлыҡҡа килгәйне. Ҡайһы бер урыҫ балалары ла башҡорт мәктәбенә йөрөнөләр.Шуларҙан Ефимов Ваня һәм Соколов Коляны хәтерләйем.Өсөнсө синыфта, ауылдан күсенгән Иҫәнбаев Сөләймән бай ғаиләһенең өйөндә, Шәрипов Ғилметдин ағай уҡытты. Уҡытыусыларыбыҙ, һәр кистә тиерлек, ололарҙың наҙанлығын бөтөрөү дәрестәре лә алып барҙы.
Бөтә эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарылғанлыҡтан, төҙөлөш материалдарын килтереү ҙә ҡыйынға төшкәс, мәктәп төҙөлөшө бик яй барҙы. Мин,ҡыҙыҡһынып, шул тирәлә йыш уралғылайым, хәлдән килгәнсе ярҙамлашырға тырышҡан булам. Таш нигеҙ бейек итеп һалынды, бүрәнәләрҙе ҡыуғын ағастарынан тотоп сығарҙылар. Төҙөлөш янына бер нисә стан ултыртылып,икешәр ир-егет аҫтан һәм өҫтән тороп ҡул бысҡыһы менән такталар быстылар.Яҡшы оҫталарҙы ауылдарҙан мәжбүри рәүештә килтереп ҡушҡандарҙыр. Байғaҙынан Заманов Әбүзәр бабай, Иҫке Монасиптан Әмирханов Мөхәмәтдин һәм Газин Исламетдиндар ғаиләләре менән күсенеп килеп эшләп ҡайттылар.Өмәләр ҙә ойошторолдо. Бер йәйҙә өләсәйем менән Тәрән уй буйында яғыулыҡ өсөн суғыртмаҡ йыйып йөрөгәндә, бер нисә арбаға тейәлгән йәштәр йырлашып ауыл ярына үткәйнеләр. «Аралбайҙар,мәктәп эштәшергә киләләр», - тип аңлаткайны өләсәйем. Мәктәп түбәһенә тупраҡ һалышып,баяғы ағайҙар һәм апайҙар кискеhен йырлашып ҡайтып киттеләр. Ниһайәт, 1936 йылдың 1 сентябрендә мәктәп бинаһын асыу тантанаһы булды. Ауылдан һәм тирә-яҡтан халыҡ күп йыйылған,телмәрҙәр һөйләйҙәр. Беҙҙең, балаларҙың, иғтибар икенсе урында: район Советы рәйесе Бейешев ултырып килгән еңел машина янынан китмәйбеҙ. Ауылға тәү тапкыр килгән атһыҙ арбаны уратып ҡарайбыҙ, һоҡланабыҙ, ултырғы ла килә. Етәксенең рөхсәте менәндер, шофер ағай йыйылған балаларҙы һыйғансы алмашлап ултыртып йөрөтөп килтерҙе. Ҡыуаныстың сиге булманы. Штукатурлап, ағартылып,понелдәре, иҙән һәмтүбәләре буялған синыфбүлмәләре бик иркен, һәр береһе 8х6 метр, 42 балаға иҫәпләнгән, ҡояш төшкән яҡ стенала эре тәҙрәләр. Спорт залы,уҡытыусылар кабинеты һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләре лә бар, залы оҙон һәм киң. Бындай мөһабәт мәктәп бинаһы районда тәү тапҡыр һалынған. Ошондай уҡ бина һуғыштан алда район үҙәгендә рус мәктәбе өсөн төҙөлгәйне. Яңы, яҡты,иркен синыф бүлмәһендә 4 - се синыфты уҡып ҡалдым. Синыф етәксеһе Учалы ҡыҙы Сибәғәтуллина Маһира апай булды. Ул йылдарҙа уҡыусыларҙың белем кимәле «бик яҡшы»,«яҡшы», «ҡәнәғәтләнерлек», «насар», «бик насар»билдәләре менән тамғаланды. Өлгәшкә талапсанлыҡ ҡаты булды. Бер синыфтан икешәр, өсәр йыл күсә алмай ултырған ҡайһы бер ҙур ағайҙар һәм апайҙар менән бергә башланғыс мәктәпте тамамларға тура килде. Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән бергә 1937 йылда Байназар тулы булмаған урта мәктәбенә барҙыҡ. Ете йыллыҡты үҙ ваҡытында,1940 йылда, бер үҙем генә тамамлап, уҡыуҙы артабан дауам итә алдым.1937 йылдан алып һуғышҡа киткәнсе мәктәп мөдире М. Солтанбаев булды. Шул арала уҡытыусылар йыш алышынып торҙо.
Бикмәтов Нәжметдин ағай, Мәғфиә, Сара исемле апайҙар, тағы кемдәрҙер уҡытып киттеләр. Мирза Хәмзә улынан һуң Күгәрсен районы ҡыҙы, махсус урта белемле Ихсанова Орҡоя апай мөдир булып ҡалды. Уның менән бергә 1923 йылғы, ауылыбыҙ егете Күҫәпколов Билал ағай уҡытты. Ул 1942 йылдың февралендә һуғышҡа алынып, шул уҡ йылдың сентябрендә фронтта һәләк була. Мин 1942 йылдың ғинуарында аслыҡтан йонсоп, 9- сы синыфта уҡыуҙы ташлап ҡайтып, колхозда эшләп йөрөй инем. Билал ағай һуғышҡа киткәс, мине РОНО-ға саҡыртып, Орҡоя апай ҡулы аҫтында методик алымдарҙы бер аҙ өйрәнеп, бер нисә көн эшләгәндән һуң, Аралбай мәктәбенә күсерҙеләр. Артабанғы һуғыш йылдарында махсус белемле Салауатова Хәсбиямал, шулай уҡ 7 синыф белемле Бикмөхәмәтов Сәфәрғәле кеүек үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа мөғәлим булып эшләйҙәр.Һуғыш тамамланыу менән халыҡтың ыҙалығы бөтмәй.1945-1946 уҡыу йылында уҡытыусы булып эшләгән Йортбағышев Ҡорманғəленең хәтерләүенсә, утын ташыуға тартыу көсө eтeшмәгәнлектән, оло мәктәп бинаһын йылыта алмағас,дәрестәрҙе элекке мәсет бинаһында үткәреп торғандар икән.
Ҡыйынлыктарға ҡарамаҫтан, СССР Хөкүмәтенең дөйөм ете йыллыҡ белем биреү тураһындағы ҡарары нигеҙендә, 1946-1947 йылдарҙа Тимерҙә лә тулы булмаған урта мәктәп асыла.Бында мәктәп йәшендәге балалар менән бергә һуғыш мәлендә уҡыуҙарын ҡалдырып торған үҫмерҙәр ҙә белем алған. Төп фәндәрҙән дәрестәрҙе Стәрлетамаҡтағы ике йыллыҡ уҡытыусылар институтын тамамлаған йәш белгестәр алып барған. 1950 йылда директор булып Әрмет ауылы егете Миндеғолов Мәхмүт эшләй ине.Башҡа уҡытыусылар менән бергә Мөхәмәтколов Шәриф һәм Каримова Фәтихаларҙың эшләгәнен иҫләйем. Әҙ аралыкта директорлыҡ вазифаһын Байназаров Ағзам һәм Һатыбалов Ғариф та башҡарғайнылар.
КПСС Үҙәк Комитеты 1953 йылғы сентябрь пленумы ҡарары нигеҙендә район үҙәгенән ҡайһы бер йәш хеҙмәткәрҙәрҙе шунда уҡ мине лә партия райкомы аппаратында эшләп йөрөгән урындан 1954 йылдың мартында «Ҡыҙыл таң» колхозы партия ойошмаһы секретары итеп йүнәлттеләр. Был эш түләүһеҙ булғанлыҡтан, Тимер 7 йыллыҡ мәктәбенән бер аҙ дәрестәр бирҙеләр. Мәктәп директоры Исмаҡай ауылынан Мәхмүтов Тимерғәле. Мәктәптәге 7 синыфта ни бары 33 бала уҡый. Һәр уҡытыусыға дүртәр бала самаһы тура килә. Күп тә үтмәй, мине Байназар балалар йорто директоры итеп күсерҙеләр. Райондың башҡа "карлик" мәктәптәре менән бергә ете йыллыҡ бөтөрөлөп, Тимерҙә лә аҙ комплекслы башланғыс мәктәп булып ҡалды. Оло синыф уҡыусылары Байназар урта мәктәбенең интернатында йәшәп уҡырға тейеш булдылар. Был йылдарҙа ла укытыусылар йыш алышына. Шулар араһында Байназарҙан Дәүләтшин Мырзабай, колхоздың партия ойошмаһын етәкләтеү өсөн Fәлиәкбәрҙән Ҡаһарманов Әбделхакты ла эшләтеп алдылар.1961 йылда мине Килдеғoлдaн Тимер башланғыс мәктәбенә күсерҙеләр. Ошонда нығынырмын тип өй һалып та алдым. Ике уҡыу йылында Маликов Fөзәйер Суфиян улы менән эшләнек. 1963 йылда үҙ ауылына Ырғыҙлы мәктәбенән Бикмөхәмәтов Шәһиғәле Зәйнәғәле улы ҡайтып эш башланы. Уның артабанғы хеҙмәт юлы ошо мәктәптән айырылманы.Ситтән тороп уҡып БДУ-ны тамамланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең өлгөлө уҡытыусыһы булараҡ, уға Башҡортостан мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелде.
1963 йылда эреләтелгән Белорет районы ойошторолғас, партия һалдаты буларак, 1964 йылда мине Бөрйән зонаһы буйынса POНО инспекторы итеп күсерҙеләр. Был ваҡытта һуғыштан һуң тыуған балалар башланғыс мәктәпте тамамлап, оло синыфтарҙа уҡыу өсөн әҙ генә ҡалған урта һәм 8 йыллыҡ мәктәптәргә йөрөнөләр, ә интернаттарҙа урындар етешмәй башланы.
1965 йылда Бөрйән районы киренән булдырылғас,Өфөлә Мәғариф министры Мостафинаға инеп,хәлдәрҙе аңлатып, киренән тулы булмаған урта мәктәптәрҙе күбәйтеү юлдарын һораным. Фатима Хәмит ҡыҙы район хәлдәрен һорашып, иғтибар менән тыңланы ла: «Ҡайҙа балалар һаны 100-гә тула, шунда 8 йыллыҡ мәктәптәр асығыҙ,күберәк булһа, урта мәктәп итергә лә була. Был эште район Советы башҡарма комитетының ҡарары менән хәл итегеҙ», - тип бойорҙо. Министрҙың фатихаһы менән, күп кенә ауылдарҙа, шул иҫәптән Тимерҙә лә 8 йыллыҡ мәктәп эшләй башланы. Ойоштороу эштәрен тәүге директор Ишкилдин Әхәт Ибраһим улы башҡарҙы. Унан һуң мәктәп етәкселегендә С. А. Йосопов, Ш. 3. Бикмөхәмәтов, Р. Р. Баймырҙин эшләп алдылар. 1976 йылдан алып, бер аҙ өҙөклек менән, мәктәп эшмәкәрлеген Альберт Әбүзәр улы Солтанов етәкләй.1973 йылдан Тимер мәктәбен тамамлаусылар яңы асылған Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡыуҙарын дауам иттеләр. Уларҙың күптәре төрлө белем менән килделәр һәм урта мәктәп программаһын еңел үзләштерҙеләр: Рәжәп һәм Дамир Баймырзиндар, Фелиза һәм Фроза Бикмөхәмәтовалар, Айҙар һәм Фазыл Ҡолдобаевтар, Земфира һәм Ирек Яубаҫаровтар,Fəзимә һәм Иркә Иҫәнғазиналар, Рәйсә һәм Фуат Дәүләтбирҙиндар, hәм Вәхит Мөхәмәтовтар, Дамир Аллабирҙин, Маргиз Һатыбалов һ.б. юғары уҡыу йорттарына тотҡарлыҡһыҙ инеп, тамамлап,төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
1987 йылдан Тимер уҡыу йорто урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Бында эшсән, берҙәм, тотороҡло педагогтар коллективы тупланған. Мәктәптең ветерандары, Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличниктары Зөһрә һәм Альберт Солтановтар, Рәйсә Арслангужина,Рәмзиә Уразаевалар йәш коллегаларына оҫталыҡ һәм тырышлыҡ өлгөһө күрһәтәләр. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күптәре әле лә юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарына инеп торалар. Уларҙың ҡайһылары тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтыла. Йәшләй генә медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешкән ауылдаштары Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы Уразаева менән уның уҡытыусылары хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Мәктәптә төрле йылдарҙа тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың күпселеге яңы шарттарға яраҡлашып,лайыҡлы тормош юлы менән йәшәргә тырышалар.
(С.Х.Дәүләтбирҙин)
Тимер мәктәбе - бөгөнгө көндә
үҙгәртергә1976-2002 йылдарҙа мәктәп менән етәкселек итеүҙе Альберт Әбүзәр улы Солтанов үҙ өҫтөнә алһа, 2002 йылда Рәйсә Кинйәғәле ҡыҙы Арыҫланғужинаға директорлыҡ вазифаһы йөкмәтелә. 2011 йылдан Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Тимер филиалына әйләнә. Филиал етәксеһе итеп Баймырҙина Миңзәлә Шәһәрғәзе ҡыҙы тәғәйенләнә.
Бөгөн мәктәптә 85 уҡыусы белем ала. Коллективта 16 уҡытыусы эшләй, улар барыһы ла тәжрибәле. Шулар араһынан 1 педагог “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөтә, 8 уҡытыусы - юғары, 7 уҡытыусы – беренсе категорияға эйә.
Белем биреү процесын камиллаштырыуҙың сиге юҡ, ныҡышмалы эҙләнергә, заманса алымдар табырға, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса педагогтар маҡсатлы эш алып бара. Туған телдә иркен аралашыу, рус телен тейешле кимәлдә белеү, шул уҡ ваҡытта инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү ҙә киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса. Мәктәптә, бөгөнгө көн талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләй. “Ил киләсәге – талантлы йәштәр ҡулында” тиҙәр, ә талантлы йәштәрҙең киләсәге талантлы уҡытыусылар ҡулында. Һәр уҡытыусы дәрестәренә яңы алымдарҙы, эш төрҙәрен индереп, традицияларҙы һаҡлап, уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Улар: Алтынбаева Айгөл Сабирйән ҡыҙы, Мырҙағолова Раушания Ниязбай ҡыҙы, Тимерова Фирүзә Фирҡәт ҡыҙы, Бикмөхәмәтова Миңзиә Ханнан ҡыҙы, Бикмөхәмәтов Фәнил Дәүләтғәле улы, Баймырҙина Дилә Ниязбай ҡыҙы, Алтынбаева Гөлиә Ғәзиз ҡыҙы, Әхмәтова Зилә Ғәзиз ҡыҙы, Арыҫланғужина Рәсимә Ҡадир ҡыҙы, Арыҫланғужин Рөстәм Азат улы, Баймырҙин Дамир Ирғәле улы, Ҡолдобаева Дилә Әхтәр ҡыҙы, Ғөбәйҙуллин Даян Тимерйән улы, Дәүләтҡужина Рузилә Таһир ҡыҙы, Язағолова Миңлегөл Таһир ҡыҙы, Зыянбаева Гөлнара Вәзир ҡыҙы.
Шулай уҡ төрлө һөнәри конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә мәктәп уҡытыусылары. Йыл һайын район буйынса уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл уҡыусыһы” конкурстарында сығыш яһап, еңеүгә өлгәшәләр. Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә физкультура һәм спорт лайыҡлы урын алып тора. Мәктәптең стадионында һәм спорт залында уҡыусылар еңел атлетика, саңғы, волейбол, өҫтәл теннисы кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә һәм район күләмендә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындарға лайыҡ була. Мәктәп коллективы, заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап йәшәй. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйған белем усағы артабан тағы бейегерәк үрҙәр яулар әле.