Бөрйән районы тарихы (райондың 85 йыллығына ҡарата докладтан)

Википедияла

Бөрйән районы тарихы (райондың 85 йыллығына ҡарата докладтан).

Район хакимиәте башлығы Шәрипов Рөстәм Динислам улы сығышынан.

Районды ойоштороу үҙгәртергә

Мәғлүм булыуынса Бөрйән районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Йылайыр кантонының Бөрйән волосына ингән ауылдар яңы райондың нигеҙен тәшкил итә. Тамъян-Түңгәүер волосының Аҫҡар, Брәтәк, Мәһәҙей һәм Ҡолғана, Кананикольск волосының Ырғыҙлы ауылдары ла ҡушыла Бөрйәнгә. Барлығы шул осорҙа 7 ауыл Советына ҡараған 46 ауыл иҫәпләнә. Халыҡ һаны 7793 була.

Ауыл һанына утарҙар ҙа ҡушып индерелә, бөтәһе 1778 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Район үҙәге итеп тәүҙә Яңы Собханғол ауылы, аҙаҡ Иҫке Собханғол ауылы билдәләнә.

Колхозлашыу осоро үҙгәртергә

1930 йылда 400 шәхси хужалыҡ 16 колхозға берләшә. 1936 йылдың яҙына колхоздарға райондағы 60 % шәхси хужалыҡ инә.

Ауыл хужалығы район иҡтисадында ярҙамсы ролдә йөрөй. 1932 йылда ул бөтә килемдең 8,3 процентын ғына бирә. Урындағы халыҡ иген сәсеү менән 1921 йылдағы аслыҡтан һуң ғына шөғөлләнә башлай. Шуны ла әйтеп үтер кәрәк, тик Бөрйәндә генә, ер эшкәртеү, иген сәсеү традицияһы булмаған зонала промартельдар барлыҡҡа килә.

1931 йылда Өфө менән телефон бәйләнеше булдырыла, почта, телеграф бүлексәләре эшләй башлай, 2 ауыл Советына телефон һуҙыла. Ҙур энергетика Бөрйәнгә 1975 йылда «Әүжән-Байназар» ВЛ-110кВ һәм «Байназар»подстанцияһы төҙөлгәс кенә инә. Быға тиклем өйҙәрҙә электр уты бары колхоздарҙың дизель станциялары менән киске ваҡытта ғына яндырыла. Иң аҙаҡҡыларҙан булып 1995 йылда Үрге Нөгөш, 2007 йылда Аҡбулат ауылдары өҙлөкһөҙ электр энергияһына тоташтырыла.

Районда ағас әҙерләү эшен 1928 йылда төҙөлгән Бөрйән леспромхозы башҡара. Ул Ырғыҙлы, Күркәтау, Ҡана, Әтек, Нөгөш участкаларын берләштереп, Бөрйән, Йылайыр, Мораҡ районы биләмәләрендә ағас әҙерләй. Бөрйән леспромхозы ойошторолғас, уның директоры итеп Зәйнетдинов тәғәйенләнә, һуңғараҡ уны Насир Рафиҡ улы Уразбаев алыштыра. Унан һуң Әтек ауылы егете Мәзитов Фәйзулла был вазифала уңышлы эшләй.

Леспромхоз пландары ярайһы уҡ ҙур була. Мәҫәлән, 1932 йылда ул 330 мең кубометр ағас әҙерләргә тейеш булып, 170 мең кубометр әҙерләгән, 162 меңен сплав менән ағыҙған.

1932 йылдың майында районда тәүге баҙар асыла. Колхоз баҙары эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе аҙыҡ-түлек, колхозсыларҙы аҡса менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай.

Промколхоздар үҙ иҫәптәренә клубтар, изба-читальнялар асып, унда эшләү өсөн иң актив космомолецтарҙы, колхозсыларҙы тәғәйенләйҙәр. Бөрйәндәр тормошона яңылыҡ - кино килә. Иң беренсе киномеханик Барый Ишемғужин, Бәҙретдин Ҡолдәүләтов, Рәжәп Ғәйнуллиндар район ауылдарын бүлешеп кино күрһәтә. Бөрйән ауылдарына ғилем һәм мәҙәниәт сатҡылары шулай тарала.

Иҫке Собханғолда кооператив магазин асыла, һатыусы булып Шәмиғолов Әхмәт һәм Хәлитов Ильяс эшләй. Артабан магазиндар Байназар, Әтек, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы һәм башҡа ауылдарҙа ла асыла. «Ҡыпсаҡ - Ағиҙел бурыс ширкәте» кооперативы ойошторола. Уның етәкселәре Мөхәмәтсәлих Асылбаев, һуңынан Ибраһим Ишкилдин ярлы крәҫтиәндәргә кредитҡа тауар, ат, һыйыр һатыуҙы ойоштора.

Район партия ойошмаһының беренсе секретары булып ул ваҡытта Вәлиев Ғәлим Ғәни улы эшләй.

Район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Ырымбур губернаһы, Александров өйәҙе Ғәбйәлил ауылында 1896 йылда тыуған Мәүлетбай Ғәбитов биләй.

Икенсе секретарь вазифаһында Сәлих Мөхәмәтйәнов була.

Бюро ағзаһы булып Солтангәрәй Юлсурин эшләй. Аҡбулат ауылында тыуып үҫкән был кеше үҙ-аллы белем алып, Бөрйән волисполкомында секретарь, рәйес урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Район төҙөлгәс, ер бүлеге мөдире вазифаһын биләй, һуңғараҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе була.

30-сы йылдар уртаһына райондың социаль-иҡтисади хәле бер аҙ яҡшыра. 1936 йылда леспромхозда айырым уңыштар күҙәтелә. Ишембай нефть промыслаларына 174,6 мең кубометр ағас ебәрелә. Хеҙмәт дисциплинаһы күтәрелә, стахановсылар барлыҡҡа килә. Шулай ҙа уның финанс хәле, кадрҙар мәсьәләһе һаман да ауыр килеш ҡала.

1936 йылда районда тирмән, ағас бысыу һәм ағас эшкәртеү цехтары төҙөлә башлай.

Ауыл хужалығында ла алға ынтылыш һиҙелә. Ләкин трактор һәм комбайндарҙың булмауы сәбәпле эштәр ауыр бара.

1939 - 1940 йылдарҙа Нәби ауылындағы «Партизан» колхозы һәм бер нисә колхозсы РСФСР-ҙың Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең Почет китабына индерелә.

Был колхоз 1937-1938 йылдарҙа 50 гектарлыҡ ерҙәрҙең һәр гектарынан 18,3 центнер ужым арышы үҫтереп ала. Ул мәлдә колхоз рәйесе булып Зәйнәғәле Шаһивәли улы Сәфәрғәлин эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоро үҙгәртергә

1937-1938 йылдарҙағы репрессияларҙы үткәреп, иркен тын алып йәшәй башлаған мәлдә генә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.

Райондан фронтҡа 2227 кеше китә. Шуларҙың 1273-ө генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, 954 яугир яу яландарында ятып ҡала, хәбәрһеҙ юғала. Әлеге мәлдә районда 2 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 200-гә яҡын тыл ветераны бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, үҙҙәренең йәнен, тәнен аямай дошманға ҡаршы яуға күтәрелеүселәрҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бөтә ауырлыҡ һуғышҡа яраҡһыҙ ололар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға иңенә төшә. Улар дәүләтте нисек булһа ла мал продукттары, иген менән тәьмин итергә тырыша. Артелдәрҙә төп иғтибар сана, арба эшләү, таҙа дегет ҡайнатыу, һалабаштан продукция етештереүгә йүнәлтелә. Айырыуса, фронт өсөн иң кәрәкле, арзан тауарҙар эшләүгә иғтибар бирелә.

Колхоздарҙа етәкселәр булып та күберәк ҡатын - ҡыҙҙар эшләй.

Район буйынса бөтәһе 679 кеше тылда фиҙаҡәр эшләгәндәре өсөн «За доблестный труд в годы Великой Отечественной войны» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуң хужалыҡты тергеҙеү үҙгәртергә

Һуғыш тамамланғас бөтә ил халҡы кеүек беҙҙең район халҡы ла ең һыҙғанып эшкә тотона. 1948 йылдың 9 мартында ВКП(б) райкомының VII конференцияһы үтә. Ул ауыл хужалығында үҫеш юлдарын билдәләй.

1949 йылдың беренсе кварталында май һәм ит тапшырыу пландары 107 һәм 111 процентҡа арттырып үтәлә. Айырыуса «Ворошилов», «Киров», «Алға», «Партизан» колхоздары яҡшы уңышҡа өлгәшә.

Колхозсылар Тимерғәлин Марат, Сөләймәнова Фәтхиә, Баймырҙин Зәйнулла, Үтәбаев Шәкир, Тимерғәлин Рамаҙан һәм башҡалар район почет таҡтаһына индерелә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән лесхимпромсоюз председателе Ғәбитов Әхмәҙулла Ғәбдулла улы, «Партизан» колхозы председателе Ћатыбалов Әйүп Хәким улы Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградалана.

Район Советы башҡарма комитеты председателе Бураншин Ғәйнислам Һиҙиәт улы, ВКП(б)-ның райком секретары Кашанов Хажим Шаһи улы, райсовет председателе урынбаҫары Баймырҙин Рәхмәт Иҙрис улы, малсылар Сәжидә Әбдрәшитова («Үрнәк»), Әхмәтвәли Ҡыуандыҡов («Яңы Юл») «Почет билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

Билдәле булыуынса, 1950 йылда МТС - машина-трактор станцияһы төҙөлә. Баҫыу эштәрендә колхоздарҙа техника ҡулланыла башлай, колхоздар үҙҙәре лә техника һатып ала.

1955 йылда 17 колхоз эреләтеү һөҙөмтәһендә 13 колхозға берләшә. Улар менән етәкселек итеү өсөн район Советы председателе урынбаҫары Рәхмәт Баймырҙин, ауыл хужалығы бүлеге мөдире Фәйзрахман Мәрәсов, КПСС райкомының II секретары Баһау Бикбулатов, лесхимпромсоюз председателе Әхмәҙулла Ғәбитов, «Еңеү юлында» гәзите редакторы Зәки Сафин, МТС-тың партбюро секретары Ғәлимйән Хоҙайбирҙин, Ғәле Ҡотлобаев, Әйүп Һатыбаловтар ебәрелә.

Малсылыҡ тармағында уңыштар һиҙелә башлай, һыйыр малы һаны 1954 йылда 854 баш булһа, 1958 йылда 1003 башҡа етә. 1952 йылда һәр һыйырҙан 597 кг һөт һауылһа, 1960 йылда һауым күләме 2000 килограмдан арта. Уның уңыштары иң беренсе сиратта етәкселәр һәм ябай колхозсы ҡулдары менән яулана.

Был йылдарҙа партияның район комитетында һәм район Советы башҡарма комитетында етәкселек иткән Шәрәфетдинов Йосоп Зәйни улын, Билалов Муса Ғайса улын, Усманов Әмир Усман улын, Ишбирҙин Сәғит Ғәтиәт улын, Йосопов Сәғит Алтынсура улын әйтеп үтергә кәрәк. Улар эшләгән һуғыштан һуңғы осор район иҡтисадын ныҡышмалы үҫтереү, нығытыу осоро була.

Мәғлүм булыуынса, 1963 йылда райондарҙы эреләтеү һөҙөмтәһендә республикала 20 ауыл районы ойошторола. Бөрйән, Учалы, Белорет райондары Белорет районы итеп берләштерелә. Был сәйәсәт бик тиҙ кире һөҙөмтәләрен күрһәтә башлай, һәм 1965 йылдың 4 ноябрендә Бөрйән районы ҡайтанан ойошторола.

КПСС райкомы секретарҙары итеп Аллаяров Рәүф Фазылйән улы, Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы, Ишкинин Фәсхетдин Нәжметдин улы һайлана. Район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып Ишбаев Исмәғил Сәхи улы эшләй.

Рәүф Фазылйән улы эшләгән осорҙа ҙур сығымдар талап иткән күп тармаҡлы хужалыҡтар ит һәм һөт етештереүсе хужалыҡтарға алыштыра. Рәүф Аллаяров 1965 йылдан 1988 йылға тиклем партия райкомын етәкләп, Бөрйән районын үҫтереүгә күп көс һала. Был ваҡыт эсендә колхоздарҙың матди базаһы нығый, колхозсыларҙың көнкүреше һиҙелеп яҡшыра.

1969 йылдың 12 майында РСФСР Министрҙар Советы «Бөрйән» совхозы төҙөү тураһында ҡарар сығара. Ул «Яңы юл», «Марс», «Алға», «Салауат» һәм «Үрнәк» колхоздарын берләштерә һәм ит етештереү өсөн мал аҫырау йүнәлешен ала.

Яңы хужалыҡты ойоштороу КПСС райкомының икенсе секретары, 30 йәше лә тулып өлгөрмәгән Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовка йөкмәтелә.

Ул заманда урман һәм ауыл хужалығы район иҡтисадын булдырыусы төп тармаҡтар була. Уңайлы тәбиғәт шарттары булмаһа ла, халыҡ тырышып эшләй, малсылыҡ, ҡырсылыҡ эштәренән йәшәү сығанағы таба. Бесән, мал аҙығы әҙерләү кеүек эштәрҙә берҙәм ҡатнаша.

Урман хужалығы һуғыштан һуңғы осорҙа сеймал етештереү менән шөғөлләнә. 1950 йылға тиклем тик ҡарағай ағасы ҡырҡылып, Ағиҙел буйлап яҙғы ҙур һыуҙа һаллап, ә һуңғараҡ тарҡау көйө ағыҙыла. 1950 йылдан ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла ҡырҡыла башлай. Йыл һайын 155 мең кубометрға тиклем ағас ағыҙыла, уртаса 300 тонна сайыр йыйып оҙатыла.

Пландарҙы үтәүҙә колхоздар ҙур ярҙам күрһәтә. 1950-се йылдар аҙағына леспромхозға күпләп яңы техника килтерелә, ағас әҙерләү, ағыҙыу технологияһы камиллаша. Колхоздарҙан килгән сезонлы эшселәрҙе даими эшселәр алыштырып, уларҙың һаны 630 кешегә етә. Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ағиҙел эшселәр ҡасабалары үҫеп сыға.

Урман хужалығының тәүге директоры булып Антон Глебович Елисеев эшләй. Артабан был өлкәне Лев Илларионович Торговцев, Т.А.Кәбиров, Д.М.Прохоров, С.Д.Әхмәтов, Ф.Н.Ишкинин, Исмәғил Сәхи улы Ишбаев, Ә.А.Юлсурин, М.Ф.Хасбутдинов, 3.М. Хоҙайғоловтар етәкләй.

Тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы 1930 йылдың 11 июнендә нигеҙләнә һәм тәбиғәтте һаҡлаусы фәнни учреждение булып таныла. 1951 - 1958-се йылдарҙа ҡурсаулыҡ ябылып тора.

Ошо йылдарҙа уның биләмәһендә Әүжән леспромхозы ағас ҡырҡа һәм тәбиғәтенә ҙур зыян килтерә.Тәбиғәтте ваҡытында ҡурсалап ҡалыу маҡсатында, 1958 йылда ғына ҡурсаулыҡ кире тергеҙелә.

1959-сы йылда Ағиҙел буйы филиалы уға ҡушыла. Филиал хеҙмәткәрҙәренә ҡырағай башҡорт солоҡ ҡортон өйрәнеү һәм үрсетеү бурысы ҡуйыла.

1986 йылда Ағиҙел буйы филиалы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы составынан сыға һәм айырым «Шүлгән-Таш» дәүләт ҡурсаулығы итеп ойошторола.

Цивилизация башланғыстарын илтеүсе төп саралар – бәйләнешһеҙ һәм юлһыҙ бөгөнгө ҡаҙаныштарға өлгәшеүе бик ауыр булыр ине. Бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында дөйөм көс менән райондың күп ауылына 40-сы йылдарҙа уҡ радио һәм телефон линиялары һуҙыла.

Был эштәрҙә иң тәүге етәксе Сунгилдиндан башлап элемтә сифатын күтәреүгә, матди базаны нығытыуға күп көс һалған эшселәрҙең өлөшө ҙур.

Төҙөк, тигеҙ юлдар уңайлылыҡ ҡына түгел, ә йәшәйеш кимәленең мөһим күрһәткесе лә. 1997 йылда район үҙәге Иҫке Собханғол ауылын, баш ҡала менән тоташтырып, асфальт юл һалынды.

Мәғәриф тарихынан үҙгәртергә

Бөрйән төпкөл район иҫәпләнһә лә, белемгә ынтылыш көслө булған. Мәғлүм булыуынса, районда беренсе ике класлыҡ мәктәп 1911 йылда Ырғыҙлы ауылында (уҡытыусыһы Илья Константинович Рассадников), ә беренсе мәҙрәсә-башҡорт мәктәбе Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тарафынан 1913 йылда Әтек ауылында асыла. 1918 йылда Мәндәғолда ғәрәп телен, арифметиканы, яҙыуҙы өйрәткән беренсе баҫҡыслы мәктәп асыла.

1924 йылда Иҫке Монасип, Байғаҙы, Байназар, Әтек ауылдарында, 1925 йылда Иҫке Собханғолда, Ғәликбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер ауылдарында мәктәптәр була.

Башҡа ауылдарҙа ла мәктәптәр асыла бара. 1932 йылда районда 38 уҡытыусы 912 балаға белем һәм тәрбиә бирә. Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса киске мәктәптәрҙә 940 кеше белем ала.

1941 йылда уҡ районда бер урта, 7 тулы булмаған урта һәм 31 башланғыс мәктәп була, 1600 бала дәрескә йөрөй.

Үҙ эшендә әһәмиәтле яңылыҡ индереүсе директорҙар: Абдуллин Байыҡ (Иҫке Собханғол мәктәбе), Сәйәхов Шамил (Байназар), Лапшов Василий (Ырғыҙлы), Сәғитов Зәки (Ғәлиәкбәр) һәм башҡаларҙың оҫта етәкселеге һөҙөмтәһендә мәктәптәр алдынғы уҡытыу-тәрбиә үҙәктәренә әйләнә.

Районда мәғарифты үҫтереүгә Ихсанов Ғимат Сөләймән улы, Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы, Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы, Рахманғолов Дауыт Ғәлим улы, Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы, Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы, Баязитов Роберт Ишдәүләт улы, Сәғитов Зәки Ғилман улы, Лапшов Василий Васильевич, Ҡаһарманов Әбделхаҡ Абдрахман улы, Сөләймәнов Зәки Вәли улы, Дәүләтбирҙин Сәлих Хафиз улы, Сәғитов Зәки Хаммат улы, Дәләтҡужин Төлкөбай Кинйәбулат улы һәм башҡа уҡытыусылар, мәктәп директорҙары тос өлөш индерҙеләр.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙгәртергә

Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһына тиклем Бөрйән районында бер генә медицина хеҙмәткәре лә булмай. Тәүге медицина учреждениеһы был ерлектә 1920 йылдың 17 июлендә Йылайыр кантоны Бөрйән волосы (олоҫы) үҙәге Мәндәғол ауылында асыла. Фельдшерлыҡ пунктының етәксеһе булып Зәки Ғариф улы Аҙнабаев эшләй.

1927 йылда Иҫке Мөсәт фельдшерлыҡ пункты Иҫке Собханғолға күсерелә. 1928 йылда 7 койкалыҡ беренсе дауахана асыла, ә 1936 йылдың октябрендә стационарҙың 20 койкалыҡ бер өлөшө сафҡа инә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем больницаның ҡеүәте 40 койкаға еткерелә.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һуғыштан һуңғы осорҙа ҡапыл ғына ыңғай үҫеш күҙәтелмәй. 1947 йылда Аҫҡарҙа врач амбулаторияһы, 1948 йылда Байназарҙа участка больницаһы асыла.

1950 йылда районда 3 врач участкаһы, 8 фельдшер-акушерлыҡ һәм 5 трахматоз пункты эшләй.

1960 йылға районда 55 койкалыҡ 3 больница була. Ошо йылдарҙа баш табиб Исхаҡов Нәзиб Сәхибзада улы эшләгән ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһе матди яҡтан да, кадрҙар менән дә тулылана.

Әлеге ваҡытта Бөрйән районы иҡтисады үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Бөрйән районы иҡтисадының төп үҫеш векторҙары булып ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм туризм тармаҡтары тора. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙың үҫеше–халыҡ йәшәйешенең яҡшырыу күрһәткесен билдәләй. Район халҡы өсөн иҡтисади яҡтан төп тармаҡтарҙың береһе булып ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙы үрсетеү тора.

Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы өлкәһендә төп продукция етештереүселәр булып 83 ауыл хужалығы предприятияһы, шул иҫәптән 2 етештереү кооперативы, 1 муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятияһы, 100 –гә яҡын крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 5715 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.

Бөтә төр хужалыҡтарҙа 15 меңдән ашыу эре һәм 18 меңдән ашыу ваҡ мөгөҙлө мал бар. Район хужалыҡтарында сәсеүлектәр майҙаны 3003 гектар тәшкил итһә, уның 9%-тын (280 га) – иген культуралары, 72-һен (2153 га) – мал аҙығы, 19 процентын (570 га) картуф һәм йәшелсә майҙаны алып тора. Ауыл хужалығы предприятиелары быйылғы йылда 280 гектар майҙандан иген культуралары йыйып алыуға өлгәште, уртаса гектар ҡеүәте 23,2 центнер.

Ҡымыҙ бешеү һәм ҡортсолоҡ районыбыҙҙың үҙенсәлекле етештереү тармағы булып тора. Ҡымыҙ бешеү өлкәһендә «Юлдашев», «Норотҡолов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Хәйбуллин», «Ҡолһарин», «Ҡунафин» шәхси хужалыҡтары эшләй.

Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Әле районда 6474 ҡорт күсе иҫәпләнә. Уларҙан йылына уртаса 20-25 центнер бал алына. Райондың ғына түгел, республиканың бренды булған бөрйән балы менән килем алыусыларҙың күбәйеүе - яҡшы күренеш. Беҙҙең сифатлы балды һәр ҡайҙа ла юғары баһалайҙар һәм теләп һатып алалар.

Шулай уҡ боронғо ата-бабалар кәсебе - солоҡсолоҡ бөгөн яңы һулыш ала. Ул етештереү тармағы булараҡ ер йөҙөндә юҡҡа сығып, тик беҙҙә генә һаҡланып килә һәм бик күптәрҙе экзотик булмышы менән әсир итә. Икенсе яҡтан солоҡ балы ер йөҙөндә тәбиғәттә аналогы булмаған дарыу һәм аҙыҡ булып танылды.

Эре сәнәғәт ойошмалары булмау сәбәпле район иҡтисадының төп нигеҙе булып кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ тора. Әлеге мәлдә был өлкәлә районда 400 –гә яҡын субъект теркәлгән, уларҙың 32-һе юридик шәхестәр, 245-е шәхси эшҡыуар. Улар араһында сауҙа, хеҙмәтләндереү һәм ағас эшкәртеү йүнәлештәре өҫтөнлөк итә.

Районда 175 сауҙа предприятиелары иҫәпләнә, шул иҫәптән 13 объект Башпотребсоюздың филиалы булып торған «Шүлгән» ойошмаһыныҡы, “Магнит” супермаркеты, «Хазина» комплексы һәм башҡалар.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереү маҡсатында районда программалар эшләп килә. Йыл һайын эшҡыуарҙарға бизнесты үҫтереү йәки сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн республика Хөкүмәте һәм район тарафынан финанс ярҙам күрһәтелә.

Райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып туризм тора. Ял итеү маҡсатында беҙгә килгән туристар һаны йылдан-йыл 10 % - ҡа арта. Үҙенсәлекле климат, бай тарихи һәм мәҙәни мираҫ, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының төрлөлөгө туризмдың һәм туристик маршруттың барлыҡ формаларын (һыбай һәм йәйәү йөрөү, йылға һәм урман-тау буйлап сәйәхәт итеү, велосипед, спорт туризмы, этнотуризм һ.б.) булдырырға һәм үҫтерергә булышлыҡ итә.

Бөгөнгө көндә Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан «Олоғужан», «Арал», «Себетуғай», «Башҡорт иле», «Каповатур» ойошмалары турист туҡталҡалары йәй көндәре сифатлы ял ойоштороу буйынса тырышып эшләй.

Үкенескә ҡаршы, ағас эшкәртеү районда түбән кимәлдә, урман сәнәғәтендә ҙур хужалыҡтар эшләмәй. Районда 9 арендатор беренсел сырье кимәленә тиклем ағас эшкәртә, шулай уҡ яҡынса 80 шәхси эшҡыуарҙың үҙ пилорамалары бар.

Йыллыҡ урман ҡырҡыу иҫәбе 302,9 мең кубометр, уның 61,7 - ылыҫлы, 222 – япраҡлы ағасҡа һәм 19,2 мең кубометры ҡаты төр япраҡҡа тура килә. Был өлкәлә киләсәктә заманса технологияларҙы үҙләштереп, яңы төр продукцияларын - тара цехы, сувенирҙар, ағас күмерен һәм опилкаларҙан яғыулыҡ брикетын етештереүҙе яйға һалыр кәрәк.

Инфраструктураға килгәндә район халҡы уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн бөгөнгө көндә күп эштәр атҡарыла. Йыл һайын уртаса 2-3 км. асфальт юл һалына, 5-6 км. электр линиялары сафҡа инә, һуңғы ике йыл эсендә генә 26 км. – газ, 24 км. һыу селтәрҙәре төҙөлөп, халыҡ мәнфәғәтенә тапшырылды.

Яңы юлдар һалыу һәм булғандарын төҙөк хәлдә тотоу маҡсатында Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы уңышлы эшләп килә. Бөгөнгө көндә идаралыҡ 297,3 километр оҙонлоғондағы региональ юлдарҙы ҡарай, уларҙың 61,2 саҡрымына асфальт түшәлгән, 220,4 саҡрым күсмә төрҙәге һәм ҡалған 16 -һы – грунтлы юлдар.

Бөгөн район элемтә узелы оптик-сүс кабелдәрен тоташтырыу, район буйынса элемтә линияларын реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса эштәр алып бара. 1998 йылдан Интернет селтәренә тоташтыҡ.

Быға тиклем 1-2 канал күрһәткән барлыҡ ауылдарҙа ла оптик-сүс кабелдәре һуҙылып, IP-телевидение кеүек заманса форматта телевизион каналдар ҡарау мөмкинселектәре бар. Районыбыҙ ауылдарының һәр бишенсе өйөндә тип әйтерлек ябай телефон линияһы аша юғары тиҙлекле интернетҡа сығыу мөмкинлеге халҡыбыҙҙың тормошҡа заманса ҡараш даирәһен киңәйтергә, көнкүрешен еңелләштерергә ҙур мөмкинселектәр асты.

Бөгөнгө көндә интернет абоненттары – ике меңдән ашһа, IP-телевидение ҡулланыусылар – 1800 – ҙән артыҡ, телефон бәйләнешенә эйә булыусылар һаны 3000 меңгә етте.

Социаль өлкә үҙгәртергә

Социаль өлкәһеҙ халыҡтың белем, һаулыҡ һәм мәҙәни кимәлен күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Бөгөн районда 6 урта мәктәп һәм уның 17 филиалында (16 төп һәм 1 башланғыс мәктәп), 1 дөйөм, 5 башланғыс мәктәптә 2819 бала белем һәм тәрбиә ала.

16 балалар баҡсаһы, 6 башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы, 8 мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү төркөмдәре эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында йәш ярымдан 7 йәшкә тиклемге 1369 бала тәрбиәләнә.

1985 йылда асылған 132-се һөнәрселек училищеһы, 2014 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Иҫке Собханғол ауылындағы филиалына үҙгәртелде. Филиал башланғыс профессиональ һөнәр эйәләрен әҙерләп, районыбыҙҙың урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеп тора.

Бөгөнгө көндә районда Бөрйән үҙәк дауаханаһы, Байназар амбулаторияһы һәм шәфҡәт туташтары хеҙмәтләндереүсе дауаханаһы, 25 фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡ һаулығы мәнфәғәтендә 73 төр медицина ярҙамы күрһәтә.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәрҙең квалификацияһы үҫә, граждандарҙын һаулығын даими күҙәтеү системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә матди база ла нығый бара.

Врачтар Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова, Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы Сәфәрғәлина, Рәйсә Мазһар ҡыҙы Әминева, 3әйтүнә Ғәлиулла ҡыҙы Мырҙағоловалар район халҡы һаулығын нығытыуға күп көс һала.

Мәҙәниәт – тормош көҙгөһө үҙгәртергә

Мәҙәниәтһеҙ йәмғиәт, дәүләт төҙөп булмай, милләтте лә мәҙәниәт һаҡлай. Районда мәҙәниәтендә төрлө йылдарҙа ҡурайсы Мөхәмәт Ҡәҙерғолов, Йәнғәле Вәхитов, Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Ғилман Сәфәрғәлин, Иҙел Ниязғолов, Ғәле Дауытов, Рәил Ҡолдәүләтов, Фатима Ғәйнуллина, Рәйсә Дауытова (Әхмәтова) сағыу эҙ ҡалдырған сәнғәт оҫталары булды.

Мөхәмәт Ҡәҙерғолов башлап ебәргән «Мәсемташ» ҡурай ансамбле «Халыҡ ансамбле» исемен яулап, Рәсәй Федерацияһының, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» Йәмил Иҫәнгәлин етәкселегендә уңышлы эшен дауам итә.

Әле районда 28 мәҙәниәт усағы, Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең 21 филиалы, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм Мөхтәр Сәғитов исемендәге музей бар.

Үҙешмәкәр коллективтар үҙҙәренең ижадын уңышлы атҡаралар. Бөгөнгө көндә 18 коллектив «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөтә.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Муллайән Сөйәрғолов, Әлфиә Юлсурина, Айбулат Рәхмәтуллин, атҡаҙанған артистарыбыҙ Азамат Хәлилов, Резеда Әминева, Венера Рәхмәтуллина, композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин, яҙыусы, журналист, тәржемәсе Рәсүл Сәғитов, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Таңһылыу Ҡарамышева, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, рәссам, һынлы сәнғәт оҫтаһы Фәүзиә Усманованың һәм бик күптәрҙең ижады менән район халҡы ғорурлана ала.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юнир Ғәзизов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова беҙҙең Бөрйәнебеҙ даны ул.

Район матбуғаты үҙгәртергә

Йәмғиәтебеҙҙе киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Мәғлүмәт технологиялары үҫеш алған осор булыуға ҡарамаҫтан, баҫма һүҙ йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләүен дауам итә.

Барыбыҙҙың да яратып уҡыған райондың төп баҫмаһы уҙған быуатта илебеҙҙә яңы ижтимағи ҡоролошто төҙөү өсөн барған ялҡынлы көрәш йылдарында тыуа. Гәзит 1935 йылдың 1 майында «Еңеү юлында» исеме аҫтында сыға. Яңы тормош ҡороуҙа, уңыш һәм етешһеҙлектәрҙе билдәләүҙә, фашизмды еңеү өсөн халыҡтың көсөн туплауҙа гәзиттең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була.

Гәзиттең тәүге редакторы булып Кинйәғолов Хажи Мәндәғол улы эшләй. Төрлө йылдарҙа был вазифала Зата Юлдашев, Дәүләтбай Юлмөхәмәтов, Ярулла Вәлиев, Рамаҙан Ҡондоҙбаев, Зариф Яматов, Йосоп Ғизәтуллин, Абдулла Юлмөхәмәтов, Инсур Йәһүҙин, Юлай Манапов намыҫлы эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә был традицияны Рафаэль Сиражетдин улы Шәмиғолов уңышлы дауам итә.

Гәзиттә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Фәрит Бәшәровҡа, Зәйтүнә Шәмиғоловаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелә.

Бөгөн дә «Таң» гәзите үҙенең данлы традицияларына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың көн дә көтөп алып, яратып уҡый торған баҫмаһы булып ҡала. Аҙнаһына ике тапҡыр 2400 өйгә таратыла.

Бөрйән — ғалимдар төйәге үҙгәртергә

Бөрйәндең төпкөл район булып та, үҙ кешеләренә ижад ҡомары һалып үҫтереүе уны ғалимдар төйәге итеп әйтергә лә хоҡуҡ бирәлер. Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы башҡорт халҡының ауыҙ - тел ижадын, яҙма ҡомартҡыларын өйрәнеп, уларҙы халыҡҡа еткереү өҫтөндә ҙур эш башҡарҙы.

Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы - районыбыҙҙың Почетлы гражданы профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм башҡа бихисап титуллы кеше. Райондың Почетлы гражданы Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы төпкөл Ғәлиәкбәр ауылынан сығып, Бөтә Рәсәйгә билдәле дәүләт эшмәкәренә тиклем үҫте, бөгөнгө көндә рәсәй кимәлендәге абруйлы шәхес.

Ғәзизов Таһир Хәсән улы химия фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһында, һуңынан Татарстан Фәндәр академияһында эшләй.

Медицина фәндәре докторы Шәмиғолов Фәнил Булат улы, Маликов Рәмил Фәрүк улы математика фәндәре докторы, Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы ауыл хужалығы фәндәре докторы, Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы филология фәндәре докторы. Әйтергә кәрәк, филология фәне буйынса Башҡортостанда беренсе ҡатын - ҡыҙ доктор.

Социаль объекттар үҙгәртергә

Районда социаль объекттар төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа Аҫҡар урта мәктәбе, «Хазина» сауҙа-сервис үҙәге, «Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Морат туғай ерлегендә 50 урынға иҫәпләнгән «Аҡбуҙат» туристик кемпингы, Баҙал биҫтәһендә 150 урынлыҡ башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы һәм район ҡунаҡтарын сифатлы шарттар менән тәъмин итеү маҡсатында «Юлбарс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инвестициялаған Иҫке Собханғолдағы 50 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөлдө. Әлеге ваҡытта 550 уҡыусыға иҫәпләнгән Иҫке Собханғол урта мәктәбен төҙөү һәм 120 урынлыҡ интернатты реконструкциялау, район үҙәгендә «Фурҡан» мәсетен, Брәтәк ауылында мәҙәниәт йортон, шулай уҡ ауылдарҙа күперҙәр төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре йылдам бара.