Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы/Ымлыҡтар, оҡшатыу һүҙҙәренән яһалған атамалар
Объекттың үҙенсәлегенә, мәҫәлән, тауышҡа оҡшатып, яһалған топонимдар бар. Уларға Шаңғырауыҡ ҡаяһы, Селтербикә йылғаһы, Ҡуҡрауыҡ йылғаһы һымаҡ атама йөрөткәндәре ҡарай. Шаңғырыуыҡ ҡаяһы эргәһендә саҡ ҡына тауыш та яңғырап тора, кире ҡайта. Ҡуҡрауыҡ йылғаһының Оло Нөгөшкә ҡойған ере бик текә, һыу күкрәү тауышы сығара. Күкрәүектән, әйтелешкә яраҡлаштырылып, Ҡуҡрауыҡҡа үҙгәртелгән.
Сылтырбикә, Сыңғырауыҡ.