Бөрйән районы ырыу, ҡәбилә, халыҡ, ил исеме йөрөткән атамалар

Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы үҙгәртергә

Топонимдар халыҡ тарихы, этник процестар менән тығыҙ бәйләнгән. Ырыу, ҡәбилә, хатта ара исемдәре билдәле бер урынды, ауылды, йылғаны, тауҙы, районды белдереп, топонимияла нығынып ҡалалар.

Бөтә йыйылған материалдарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә түбәндәгеләр асыҡланды: Ырыу, ҡәбилә, халыҡ, ил исеме менән.

Ырыу исеме менән Бөрйән районы, район үҙәген Бөрйән, Иҫке Монасип – Һарт, Әбделмәмбәт ауылын Ҡыпсаҡ, ҡәбилә исеме менән Үрге Нөгөш ауылын Ямаш, халыҡ исеме менән – Ҡырғыҙ айыры тип аталған топонимдар. Тағы Бөрйән йылғаһы, Бөрйән юлы, Мишәр (Яңы Монасип ауылы), Башҡорт утары, Ҡырғыҙ айыры (Ғәлиәкбәр ауылында янында уба, аҡлан, йылға), Ҡатайғошҡан, Ҡалмаҡай (Тимер ауылы эргәһендә ялан), Татар үлеге, Урыҫ юлы, Урыҫ килгән, Урыһ(ҫ)ай (Кесе Нөгөш йылғаһының уң ҡушылдығы, аҡланы бар), Афғанистан, Пакистан (Ғәлиәкбәр ауылында тыҡрыҡтар), Япония (Иҫке Мөсәт ауылы халыҡ телендә).