Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы гидронимдары

Ғәлиәкбәр ауылы эсендәге гидронимдар

үҙгәртергә

Нөгөш йылғаһы

үҙгәртергә

Ауылым һыулаған Нөгөш йылғаһы ла тарих һөйләй. Туймазы районында Нөгөш исемле йылға, Собханғол исемле ауыл бар.

Эҙәрмәндәр иҫбатлауынса, 1500 йылдарҙа беҙҙең яҡ башҡорто Арыҫланбәк, атаһынан ҡалған мираҫты, ер-һыуҙарҙы мәңгеләштереү өсөн, ошо яҡтарға күсеп килеп, ҡара урмандарҙы ҡырҡып, йорт-ҡура, ҡаралты төҙөгән.

Ғаиләһе ишәйгән, бала–сағаһы күп булған. Арыҫланбәк үҙе нигеҙ ҡорған ауылға үҙенең исемен биргән һәм ошонда төпләнеп ҡалған, ә иң өлкән улын, бөгөнгө Нөгөш йылғаһы буйына, йорт ҡаралтылар төҙөп, башҡа сығарған. Был ауылды Төпкилде тип атағандар.

Шулай булғас, беҙҙең йәшәгән төбәктә башҡорттар 1500 йылдарҙан алда уҡ йәшәгән, тип әйтергә ныҡлы нигеҙебеҙ бар. Нөгөш һүҙенең килеп сығышына ҡарата халыҡта ике фекер бар.

Беренсеһе буйынса, Урал батырҙың улдарының береһенең исеме.

Икенсеһе Нөгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынына бәйле. Был ерҙә йылға ҡырҡа боролош, мөйөш яһай. Мөйөш боронғо төрки телендә мөгөш тип яңғыраған.

Тауҙар, урмандар аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матурҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылғабыҙ ­ Нөгөш!

Аҡбалсыҡ йылғаһы

үҙгәртергә

Аҡбалсыҡ йылғаһы башланған урындан элек мейесте аҡлау йә булмаһа өйҙө тыштан һылап йылытыу өсөн аҡ төҫтәге балсыҡ алғандар. Хәҙер был урында Ғүмәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы йәшәй.

Батша ҡотоғо

үҙгәртергә

Был шишмә ауыл уртаһында, яҙ көнө ҡар ирей башлағас уҡ асылып, йәй урталарына тиклем ағып ята. Урындағы халыҡ, яҙ көнө ауыл эсендә һыу торбаһы үткәрелгәнгә тиклем, Нөгөш һыуы таҙарғанғансы, аш-һыу әҙерләү өсөн һыуын файҙаланған.

Билдәле булыуынса, Ямаш тауы битләүенән сығып ятыусы был шишмә эргәһендә батша тәхеткә ултырған (таж кейҙергән) ваҡытта өҫтән төшөрөлгән указ буйынса бөтә ауыл халҡы байрам үткәргән.

Был йола оҙаҡ йылдар буйына халыҡтың ғәҙәтенә инеп ҡалған: ололар ҙа, балалар ҙа яҙ байрамдарын шунда үткәреп килгән.

Хәҙер был тирәлә йорттар төҙөлөп, Йәштәр урамы барлыҡҡа килде. Шишмә баш алған ер кәртәләп алынған, һыуы элекке һымаҡ бик йыш ҡулланылмаһа ла, улаҡ ҡуйылған.

300 метр самаһы юл үткәс, Уҫағуй йылғаһына ҡушыла. 1970 йылдарҙа ерҙе ҡаҙып, һыу юлын мәктәп яғына бороп индереп, мәктәп баҡсаһында йәшелсә һуғарыу өсөн дә файҙаланғандар. Һуңынан йәшелсә баҡсаһы икенсе урынға күсерелгәс, шишмә тәүге йырҙаһына күскән.

Ғәйниә ҡотоғо

үҙгәртергә

Ғәйниә ҡотоғо бик ҡыҫҡа ғына шишмә – оҙонлоғо 5–6 метрҙан артмай, Усағуй йылғаһына ҡоя. Тик ул ҡыҫҡа ғүмерле – яҙ көндәре ер дымлы ваҡытта ғына аға.

Килеп сығыуы ла осраҡлы: Нөгөш йылғаһының яҙ, көҙ миҙгелдәрендә һыуының эсерлек таҙа булмауына бәйле.

Әнүәр Дилмөхәмәтовтың (1941 йылғы) өләсәһе Ғәйниә Нөгөш йылғаһына һыуға барған һайын дымланып ятҡан ерҙе күреп йөрөгән. Бер ваҡыт, лом алып, шул урынды таштан таҙарта башлаған. Бер аҙ һыу сыҡҡан. Быны күргән ауыл кешеләре уға ярҙамға килгән. Шунан аҙаҡ был шишмә Ғәйниә ҡотоғо исемен алған.

Ауылды урталай бүлеп аҡҡан Уҫағуй йылғаһының исеме ул башланған ерҙә борон уҫаҡ урманына һәм уяға бәйле килеп сыҡҡан.

Усаҡлы уя тора-бара Усағуй тип атала башланған. Уның һыуы шундай йомшаҡ: керҙе һәйбәт таҙарта.

Аҫҡараҡ йылғаһының исемен асыҡлап булманы – шуныһы йәл. Аҫҡараҡ, Нөгөш йылғалары ҡоромай, ә ҡалғандары яҙын-көҙөн ер дымға туйынған саҡта ғына аҡһалар ҙа, ауыл халҡына файҙаһы бар: мал эсерә, кер йыуыуға тотона, йәшелсәгә ҡоя.

Күл тамағы

үҙгәртергә

Нөгөш йылғаһы элек Таҡыясусаҡ тауының ситенән аҡҡан. Яҙ көнө боҙ киткән ваҡытта тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға икенсе урындан аға башлай, сөнки ҡыш ҡаты килһә, боҙ йылғаға ҡуша туңған осраҡтар була.

Яҙғы һыу, ни тиклем көслө булмаһын, уны урынынан ҡуҙғата алмай, икенсе ерҙән аға башлай һәм тора-бара үҙенең ағышын үҙгәртә.

Элекке урында күл хасил була. Күлдең башы, Нөгөш йылғаһы менән тоташмаһа ла, тамағы йылға менән бәйләнешен өҙмәй. Шуға күрә лә халыҡ Күл тамағы тип йөрөтә башлаған.