Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы дримонимдары
Ағаслыҡтар (дримонимдар)
үҙгәртергәХәҙрәт шыршыһы
үҙгәртергәХәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә ултыртылған ағастарҙың иң бейеге һәм ул ҡайҙан күренеп тора. Ололарҙың һөйләүенсә, бында 1918 йылда Хәлитов Әҙһәм мулла ерләнгән һәм ҡәбер өҫтөнә шыршы ултыртҡандар.
Ветерандар аллеяһы
үҙгәртергәБөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, мәктәп эргәһендә аллея булдырылды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтыусылар иҫтәлегенә йәш ағастар ул ваҡытта иҫән булған һуғыш ветерандары, мәрхүмдәрҙең туғандары тарафынан ултыртылды һәм хәҙер мәктәп эргәһен йәмләп ултыра.