Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы дромонимдары
Юл
үҙгәртергәБөрйән юлы район үҙәгенә Күсоя аша һалынған, ә Ямаш юлы тип Үрге Нөгөш ауылына киткән юлдарҙы атап йөрөтөләр.
Һуҡмаҡтар
үҙгәртергәХәҙерге йәш быуын онотҡан тағы ине һуҡмаҡ бар. Улар икеһе лә Таҡыясусаҡ тауы аша һалынған.
1990 йылдарға тиклем халыҡ Бөрйән урман хужалығының Нөгөш лесничествоһы, мәктәп, “Шүлгән-таш” ҡурсаулығының тракторҙарына ҡарап торҙо.
Еңел һәм ауыр машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала-саға ауылға машина килһә, эргәһенән китмәй ине.
Күп кеше ауылдан 45 километрҙа ятҡан район үҙәгенә йәйәү йәки һыбай йөрөнө. Таҡыясусаҡ аҫтындағы һуҡмаҡтар электән булған, сөнки юлды күпкә ҡыҫҡартып, Уртайортҡа сығаралар.