Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы халҡының кәсеп-һөнәре

Кәсеп-шөғөлгә бәйле урындар

үҙгәртергә

Кордон туғайы

үҙгәртергә

Ауылдың түбәнге осонда Нөгөш йылғаһын сыҡҡас та бер туғайҙа ҡасандыр кеше йәшәгәнлеге беленеп торған урын бар. 1951 йылғы Аҫылғужин Минияр Әхмәҙулла улынан был урын тураһында һорашҡас, түбәндәгеләр асыҡланды.

Борон урман ҡарауылсылары ауылдан ситтә,үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә, йәшәгәндәр һәм был урынды, урыҫтарға эйәреп, кордон тип йөрөтә башлағандар.

Революциянан һуң да бындай хәл дауам иткән. Ололарҙың хәтерләүенсә, йорттары эстән дә, тыштан да сутланған булған.

Бикбаев Ғаффар ағайҙың атаһы шул кордонда йәшәүен һәм шул йорттан уның Бөйөк Ватан һуғышына китеүен хәтерләй. Урман хужалығының Ғәлиәкбәр лесничествоһы асылғас, кордон бөтөрөлгән, ләкин халыҡтың теленә Кордон туғайы булып хәтеренә һеңгән.

Паравай (паровой)

үҙгәртергә

1930 йылдарҙа Суҡмуйылдан 100 метр самаһы өҫтәрәк яр буйында дегет ҡайнатыу өсөн ҡоролма төҙөлә.

Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлаталар ололар.

Дегет күп етештерелгән. Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыттарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эшсенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй.

Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп була.