Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ер-һыу атамалары

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ер-һыу атамалары

Аҡбейек тауы

үҙгәртергә

Ауылыбыҙҙың төньяҡ йүнәлешендә Аҡбейек тауы урынлашҡан .Тауҙың бейеклеге 658 метр .Беҙҙең яҡтарҙа август айында ҡырауҙар төшә башлай . Яҙ көндәрендә тау баштарында ҡар иң аҙаҡ иреп бөтә .Май айында ла ҡар ятҡан була .Йәй көндәре тауҙы аҡ ҡылған баҫып ала .Ҡылған сәскә атҡан ваҡытта тау ап-аҡ төҫкә мансыла. Йылдың йыл буйы тау ап-аҡ булғанлыҡтан тауға Аҡбейек тип исем биргәндәр .

Ҡашҡатау

үҙгәртергә

Ауылдың көньяҡ йүнәлешендә Ҡашҡатау урынлашҡан .Элегерәк тауҙа ағас үҫмәгән урыны булған .Алыҫтан ағас үҫмәгән урыны ҡашҡа булып (тамға ) күренеп торған . Халыҡ телендә тауға Ҡашҡа тау тип исем биргәндәр. Тау ҡарағас,ҡарағай урманлығына бай .Был тау һауа торошонда алдан белдертеү ғәҙәте бар. Әгәр ҙә ҡыш көнө Ҡашҡатауҙа уҫкән ҡарағай ,ҡарағастар ныҡ шаулай башлаһа буран сыға ,йәй көнө шаулаһа көслө ел ,ямғыр яуыуы көтөлә тейҙәр ауылдың оло кешеләре. Ямғырлы йылдарҙа көртмәле уңа Ҡашҡатауҙа .

Ауылыбыҙҙың көнсығыш йүнәлешендә Үлекбар тауы урынлашҡан .Был тауҙы элек –электән ауыл халҡы Үлекбар тип исем биргән ,сөнки тау битләүендә ауылдың зыяраты урынлашҡан . Тауҙы ҡайынлыҡ урманы баҫып алған .Йәй көндәре ҡайынлыҡ урманында еләк күп була ,көҙ етһә бәшмәк уңа . Һалдат тауы .

Һалдат тауы

үҙгәртергә

Ауыл осондағы тау Һалдат тауы тип атала .Ауыл халҡы әрмегә саҡырылған егеттәрҙе һәр ваҡыт ошо тау янына тиклем йыр –бейеү менән ,изге теләктәрен теләп күмәкләшеп килеп оҙатып ҡалғандар . Һуңғы йылдарҙа ғына был йола онотолоп бара .2019 йылдың май айында тау башына матур итеп гәпхана эшләнелде ,уның янына Башҡортостан флагы ҡуйылды .Тау башына менеп ,ауылды ҡарап тәбиғәт ҡосағында матур итеп ял итергә була ..Республикабыҙҙың флагы менән гәпхана әллә ҡайҙан беҙҙе үҙенә саҡырып торған кеүек .

Был йылғаның исеме үҙенән үҙе барлыҡҡа килгән .Элек уны йылға түгел ,ә шишмә тип кенә йөрөткәндәр .Һыуы шундай таҙа ,сылтырап ағып ятҡан Аҡбейек тауынан Һалдат тауына тиклем һуҙылған был шишмә.Был тауҙарҙа ҡайын күп булған .Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡайынлыҡта Ҡама йәнлектәре бик күп булған .Халыҡ күбәйгән һайын ағастар һирәгәйә ,ҡамаларҙың һаныла кәмей барған .Ҡайһы саҡ кешеләр ҡамалар күп булғанлыҡтан ,унда ҡамабар тип эйткеләгәндәр .Тора бара был исем бөтә ауылға таралған .Халыҡ шунан башлап Ҡамабар йылғаһы ,Ҡамабар шишмәһе тип әйтә башлағандар .Был йылға Аҡбейек тауы аҫтынан ғына урғылып ағып ята һәм Оло йылғаға барып ҡоя .Өамабар йылғаһы буйында ҡамалар яйлап ҡына юҡҡа сыҡҡан дар.Халыҡтың туҡтауһыҙ ҡамаларға һунар итеүе ,уларҙы бҫтҫрҫүгә тиклем барып еткән .Бик әҙ генә ҡалған ҡамалар төйәктәрен ташлап китергә мәжбүр булғандар .Әйылғаны әле һаман Ҡамабар тип йөрөтәбеҙ

Иҫке ыҙма

үҙгәртергә

Әлеге беҙҙең ауыл ултырған ерҙән Үҙән йылғаһы буйында бер саҡрым самаһы үрҙәрәк туғай өҫтө Иҫке ыҙма яланы тип атала. Йәғни иҫке ауыл нигеҙе .Бында башта Игелек тигән ҡарт килеп йәшәй башлай. Ниңәлер берҙә генә доньяһына ҡот ҡунмағас ,ялан яғындағы бер муллаға кәңәш һорап бара. Мулла :” Ауылды әҙ генә бер саҡрым самаһы аҫҡараҡ төшөрөп нигеҙлә .Унда эреле –ваҡлы ете йылға ҡушылып аға” –тип кәңәш бирә. Игелек ҡарт үҙенең доньяһын Үҙән йылғаһына Бәләкәй йылға менән Оло йылға ҡойған еренә алып барып төҙөй. Ауыл аша тағы Ҡамабар, Ҡараташ, Көрпә йылғалары, түбәндәрәк Үҙәнгә Сәңгелде йылғаһы ҡоя. Ауылдың ҙур өлөшө Ҡараташ тауының көньяҡ итәгендә ултыра .Ауылдың нигеҙе ҡотло һәм ғүмерле булып сыға .

Ҡыпсаҡ шылдырған

үҙгәртергә

1951 йылдың декабрынан 1952 йылдың яҙына тиклем Мәсәғотов Кәбир олатай менән Усманов Фәсхетдин олатайҙар Ҡараңғы уйҙа аттар көткәндәр. Яҙ бесәндәре бөтә .Аттарҙы астан үлтермәҫ өсөн Кәбир олатай уларҙы кәбән төптәренә ҡыуып алып йөрөй. Бер ваҡыт улар Ҡараңғы уй йылғаһы башында ун биш күбәләй, бер аҙ ашалған кәбән күреп ҡайталар. Ике көн аттарын алып барып ашаталар .Ҡалған бесәнде ташып алалар. Был бер кәбән бесән Байғаҙыларҙыҡы булған икән .Улар бесәнде алабыҙ, тип килһәләр, бесән юҡ икәнде күрәлә. Ҡыпсаҡтар бесәнде ашатҡандарын белгәс,был урынға Ҡыпсаҡ шылдырған тип исем бирәләр.

Ҡараташ тауы

үҙгәртергә

Ауылыбыҙға яҡын ғына көнбайыштан Ҡараташ тауы урынлашҡан.Тауҙың таштарының төҫө ҡара булғанлыҡтан тауға Ҡараташ исеме бирелгән .Тауҙың иң бейек урынынан ауылдың урамдары күренә .2019 –сы йылдың май айынан алып тауҙың иң бейек урынына матур итеп ауылыбыҙҙың исеме яҙылып ҡуйылды . Тирә –йүнгә йәм өҫтәп Башҡортостаныбыҙҙың флагы елберҙәй.Йәмле йәй көндәрендә тауҙан халыҡ өҙөлмәй .Йыл һайын ҡышҡы Зарница уйындарында без күмәкләп ярыша –ярыша Ҡараташҡа менәбеҙ . Тауҙың көньяғынан шишмә аға .Шишмәгә лә Ҡараташ исеме бирелгән .Ҡараташ шишмәһе һыуҙарын Үҙән йылғаһына ҡоя .Шишмәнең һыуы бик һалҡын .2019 –сы йылдың көҙ айҙарында шишмәне матур итеп кәртәләнеләр .Ауылыбыҙ килендәрен һыу юлын күрһәтергә Ҡараташ шишмәһенә килтерәләр.Элек ауылдың ярты халҡы һыуҙы Ҡараташ шишмәһенән алып эскән .Әлеге ваҡытта күп өйҙәргә һыу үткәрелгәс ,шишмәгә килеп һыу алыусылар һаны әҙерәк .

Фирзәлиә Ҡарамышева, Әбделмәмбәт мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. 2022 йыл