- Ҡараңғы өйөм эсендә ҡара кәзәм һикерә.
- Ҡара тәкә ҡан эсә.
- Бәләкәй генә ҡарт бара,
Бөтөн ере ҡап-ҡара.
- Ары ла саба ҡараса,
Бире лә саба ҡараса,
Шешәләге тоноҡ һыуҙы
Тондороп эсә ҡараса.
- Ҡарасай атым тал төбөндә
Тондороп ятып һыу эсә.
- Иҙән аҫтында йөҙ үгеҙ,
Йөҙөһө лә ҡара үгеҙ.