Викидәреслек:Нимә ул?
Викидәреслек - нимә ул?
үҙгәртергәВикидәреслек — асыҡ эстәлекле дәреслектәр йыйынтығы.
Дәреслектең төрлө мәғәнәләре булғанға күрә, бында төп аңлатма бирелә. Мәҫәлән, Шекспир әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ инглиз әҙәбиәтенән дәреслек булһа, бындай текст Викидәреслек өсөн бармай.
Викидәреслек эсенә нимә инә
үҙгәртергәВикидәреслеккә дәреслектәр, аннотациялы текстар, уҡытыу методологиялары һәм ҡулланмалар инә. Был материалдар ғәҙәти уҡытыуҙа, аккредитланған ойошмаларҙа, өйҙәге уҡытыуҙа, Викиверситеттың айырым курсы булып һәм үҙ аллы өйрәнеүгә яраҡлы.
Викидәреслеккә ҡағылмаған материалдар юйылырға тейеш.
Викидәреслеккә нимә ҡағылмай
үҙгәртергәВикидәреслек — мәғлүмәт ҡыйлығы түгел
үҙгәртергәВикидәреслеккә өйрәнеү өсөн материалдар һәм ҡағиҙәләр буйынса Википедияла баҫтырып булмаған, әммә мөһим материалдар урын алған. Мәҫәлән, һүҙлектәр. Интернет киңлектәрендә әүҙем эш алып барыу сәбәпле, теге йәки был һүҙҙең тәржемәһе булмағанға күрә, башҡорт википедистары бында һүҙлек төҙөп, уны тулыландырып барырға килеште.
Викидәреслек — энциклопедия түгел
үҙгәртергәВикидәреслек — дәреслек, энциклопедия түгел. Дәреслек өйрәтергә тейеш.
Викидәреслек — ҡағыҙ дәреслек түгел
үҙгәртергәВикидәреслек - ҡағыҙ дәреслек түгел, шуға күләме буйынса ниндәйҙер киҫәтеүҙәр юҡ.
Викидәреслек — һүҙлек түгел
үҙгәртергәВикидәреслек - һүҙлек түгел, уның өсөн Викиһүҙлек проекты бар. Әммә Башҡортостан викимедиасылары төркөмө менән килешеп ҡуйылған тәржемәләр бында ҡуйыла.
Викидәреслектә цензура юҡ
үҙгәртергәВикидәреслектә төрлө материалдар урын алған, уларҙың бәхәсле булыуы ла мөмкин. Һәр ҡатнашыусы дәреслектәрҙе мөхәррирләй ала, әммә урынһыҙ һылтанмалар, һалынмалар, текстар юйыласаҡ.
Аңлашылмаһа, нимә эшләргә
үҙгәртергәҠағиҙәләр боҙола икән, түбәндәге ысулдарҙы ҡарағыҙ:
- Мәҡәлә эстәлеген үҙгәртергә (ябай мөхәррирләү).
- Мәҡәлә эстәлеген йүнәлтеүгә үҙгәртергә, ул ваҡытта бит тарихы һаҡланасаҡ.
- Битте юйыуға тәҡдим итергә. Фекер алышыуҙа ҡатнашығыҙ.
- Ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү дөйөм фекерләшеү нигеҙендә башҡарыла.