Газ плитәһен нисек таҙа тоторға?
Газ плитәһен нисек таҙа тоторға?
Хужабикәнең уңғанлығын һәм бөхтәлеген газ плитәһенә ҡарап бел, тиҙәр.
Гелән бешеренеп торғанда уны идеаль таҙалыҡта тотоу мөмкин дә түгелдер. Таҙартып ҡына ҡуйыуың була, йә ҡайнап сыҡҡан аш түгелә, йә май сәсрәй. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, хужабикәләр: плитәгеҙ бысраныу менән тиҙ генә һөртөп алығыҙ, юғиһә, янған аҙыҡ ҡалдыҡтарын йыуып алыу ҡыйынға төшәсәк. Горелканың дүңгәләктәренә ризыҡ төшһә, газығыҙ ҙа насар янасаҡ.
Плитәнең суйын менән металл ҡатнашмаһынан яһалған деталдәре еңел тартып алына, рәхәтләнеп химик таҙартыу шыйыҡсалары һәм тимер щетка менән йыуып алырға була. Агрегаттың декоратив эмаль менән ҡапланған урындарын һабын йәки һауыт- һаба йыуа торған шыйыҡса менән йыуып алырға мөмкин. Һуңынан эмалде ҡоро сепрәк менән ҡоротһағыҙ, ул ялтырап торор.
Белгестәр поддондың горелкалар аҫтындағы өлөшөн даими таҙартып торорға ҡуша. Был процедураны эшләмәйһегеҙ икән, конфорканы ҡабыҙыу менән аш- һыу бүлмәһенә көйгән еҫ тараласаҡ.
Газ плитәһен таҙа тоторға теләгәндәр тағы ла бер хәйлә тәҡдим итә. Агрегаттың өҫтөн фольга менән ҡаплаһағыҙ, плитәне таҙартып торорға ла кәрәкмәйәсәк. Бысранғанын алып ташлайһығыҙ ҙа, яңыһын йәйеп ҡуяғыҙ.