Герле сәғәт (йомаҡтар)
- Йөк тағып йөрөй,
Йөкһөҙ йөрөй алмай. - Йөк һалһаң — йөрөй,
Йөгөн алһаң — туҡтай. - Кискеһен:
«Ашамайым, туҡмын, — ти,
Һаҡалымдан тартмаһаң,
Таң атҡансы юҡмын», — ти. - Ике туҡмаҡ,
Бер көрәк,
Уны тапмаған — дүрәк [дурак]. - Икеһе һәлпелдәп тора.
Береһе ләңгелдәп тора.