- Ауыҙы юҡ — әҙәм тешләр.
- Бер йомғаҡта мең энә.
- Йәбешкәнгә лә йәбешкән,
Йәбешмәгәнгә лә йәбешкән.
- Юл буйында ҡарт бабай
Ҡармаша ла һәрмәшә.
- Юл буйында бер бабай
Тәки мине ҡармалай.
- Юл буйында бер бабай —
Тейгәнгә лә тейә,
Теймәгәнгә лә тейә.
- Юл сатында Юламан,
Урала ла сырмала.
- Болонлоҡта көсөк ята,
Балағыма йәбешеп ҡайта.
- Яланда, япанда
Яман бүре ултыра.
- Еҙ мыйыҡлы еҙнәм,
Сәнселмәйсә түҙмәм.
- Еҙ мыйыҡлы еҙнәм кеүек,
Һағынып килгән кейәү кеүек.
- Йомро-йомро терпеләр,
Һырып алды төлкөләр.
- Уҡтау-уҡтау,
Башы суҡтау.
Ергә етмәҫ,
Етмеш ағас ботағы.
- Алама башлы, тоҙ күҙле.
- Янына барһаң — йәбешә.
- Алдыңда атаң йоҙроғо.