Доктор Уоллок кәңәштәре

Доктор Уоллок лекцияһынан өҙөмтәләр тәржемәһе

Оҙон ғүмер сере үҙгәртергә

Ғүмер оҙонлоғоноң генетик потециалы 120—140 йәш тәшкил итә

Доктор Уоллок бала сағын атаһының итле тоҡом малдарын үрсетеү фермаһында үткәргән. Һыйырҙарға күп төрлө витаминдарҙан һәм минералдарҙан торған ризыҡты үҙҙәре үҫтергән һәм әҙерләгән.

Һуңғараҡ ул ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый һәм малсылыҡ һәм игенселек буйынса белгес дәрәжәһен ала.

Тәбиғи үлем арҡаһында ғүмерҙәре өҙөлгән хайуандар һәм кешеләрҙең 17500 мәйетен фәнни тикшереп, шундай һығымтаға килә:

«Тәбиғи үлем менән яҡты донъя менән хушлашҡан һәр йән эйәһе тулайым туҡланмауҙан, йәғни рационында туҡлыҡлы матдәләр етмәүҙән вафат була»

Артабан доктор Уоллок табип һөнәренә лә эйә була.

Фән тураһында ҡыҫҡаса

1993 йылдың ноябрендә Аризонала ҡыҙыҡлы эксперимент үткәрелә. Өс пар ирле-ҡатынлы изоляцияла өс йыл йәшәй. Улар үҙҙәре үҫтергән үҫемлектәр менән туҡлана, таҙа һауа һулай һәм таҙа һыу эсә. Бөтә мәғлүмәт, ҡан анализы, йәшәү өсөн мөһим күрһәткестәрҙе, Лос-Анджелес ҡалаһындағы Калифорния университеты медик-геронтологтары компьютерға индерә. Әгәр ҙә был кешеләр шундай йәшәү рәүешен дауам итһә, улар 165 йыл йәшәй ала тигән күҙаллау бирә аҡыллы машина.

Оҙаҡ йәшәү өсөн нимә кәрәк? үҙгәртергә

1) Хәүефтән йыраҡ йөрөр кәрәк. Эсмәгеҙ, тартмағыҙ, машина аҫтына эләкмәгеҙ...

2) Нимә файҙа килтерә, шуны ҡулланығыҙ. Һеҙгә көндәлек диетаға 90 төрлө аҙыҡ өҫтәмәләре (пищевые добавки) кәрәк: 60 минерал, 16 витамин, 12 нигеҙ аминокислота һәм протеинға бай аҡһым һәм 3 төп май (жирных) кислотаһы («Тайм» гәзитендәге мәҡәләһе. 6 апрель, 1992 йыл)

Витаминдар яман шеште, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен һәм ҡартайыуҙың емерткес тәьҫирен еңергә ярҙам итә.

Ашҡаҙан сей яраһы (язва) Ашҡаҙан сей яраһына (язваһына) стресс сәбәпсе, имеш, тигәнде ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. 1994 йылдың февралендә генә Милли институттар ашҡаҙан сей яраһын стрестар түгел, ә бактериялар барлыҡҡа килтерә, тип сығыш яһанылар.

Доктор Уоллок һәм уның коллегалары бизмар тигән минерал һәм тетрациклин менән сусҡаларҙың ашҡаҙан язваһын дауалаған.

Һәр аҙыҡ-түлек магазинында йәки аптекала 2 долларға ал төҫтәге пептобизма һатып ала була.

Көнөнә 1 балғалаҡ эсеп — сей яраны (язваны) дауалап була.

Яман шеш бик йыш күҙәтелгән Хинай ҡытай провинцияһында 5 йыл даумында 29 мең кешене тикшергәндәр. Уларға витамин һәм минерал биргәндәр.

С витаминын тәҡдим ителгән 60 мг урынына 120 мг биргәндәр.

Алан Пол, Нобель премияһы лауреаты, яман шешкә дусар булмаҫ өсөн, С витаминын көнөнә 10000 мг ашар кәрәк, ти.

Артрит дауалағанда медикаменттар ярҙам итмәгән сирлеләрҙе һайлап алғандар. Уларға аспирин, мезотриксид, преднизолон, кортизон уколы һалғандар, төрлө физиотерапия алымдарын ҡулланғандар. Һауыҡмағандар. Быуындарҙы алмаштырыу операцияһы ғына эшләргә ҡалған.

Доктор Уоллок: «Был кешеләр ни тиклем хитланғанын беләм. Әгәр улар тағы бер 3 ай йәки 90 көнгә сыҙарға риза булһа, тағы бер эксперимент уҙғарып ҡарайыҡ әле» тигән тәҡдим менән сыҡҡан.

29 кеше үҙе теләп риза була. Уларға һәр иртә һайын 1 балғалаҡ әфлисун һутына болғап ваҡланған тауыҡ тарамышы ашатҡандар.

Һәм, Гарвардтағы медицина мәктәбе күҙәтеүе буйынса, 10 көндән был сирлеләрҙең ауыртыу шештәре һәм тойғолары юҡ булған. 30 көндән уларҙың хәле еңеләйгән һәм 3 айҙан тамам һауыҡҡандар. (* Терафлекс адванс тигән америка препараты ла тауыҡ тармыштарынан яһалған шикелле?)

Альцгеймер сиренә тарымаҫ өсөн организмда Е витамины етерлек булырға тейеш. 1992 йылда Сан-Диего Калифорния уриверситеты ошо сирҙе дауалау буйынса сығыш яһаны.

Бөйөр ташы, йәнәһе, аҙыҡтағы кальций күплектән барлыҡҡа килә, тип раҫланылар.

Ысынында иһә, бөйөрҙәге таштар һеҙҙең үҙегеҙҙең һөйәктәрегеҙҙән "барлыҡҡа килә". Һеҙгә, киреһенсә, кальций етмәй.

Мең йыл элек билдәле булған: йорт хайуандарының бөйөрөндә таш булмаһын өсөн, уларға кальций, магнезий һәм борға бай аҙыҡ бирер кәрәк.

Кемдең организмында кальций етерлек миҡдарҙа, уларҙың бөйөрөндә таш та булмай.

Пациенттарына «тоҙ, кофеин, аҡ май ашамағыҙ» тип кәңәш иткән табиптар уртаса 58 йыл йәшәй. Ә 120-140 йәшлектәр көнөнә 40 сынаяҡ сәйенә таш тоҙҙо ҡушып эсә, аҙыҡты зәйтүн майында түгел, ә аҡ майҙа ҡура.

Аневризма сиренең сәбәпсеһе — организмға баҡыр етмәүҙә.

1957 йылда ошо проблеманың серен сисәләр. 90 төрлө туҡлыҡлы матдә ашатылһа ла, 13 аҙна дауамында күркәләрҙең яртыһы тиерлек аневризманан үлә.

Баҡыр миҡдарын 2 тапҡырға арттырғандан һуң, фермерҙар 500 мең күркә үҫтерә. Экспериментты төрлө хайуандарҙа һынайҙар, һәм баҡыр етмәүе аневризмаға сәбәпсе булғаны раҫлана.

Иртә сәс ағарыу ҙа баҡыр етмәүҙән — тире тартыла, туҡымаларҙың һығылмалылығы боҙола, күҙ аҫтында түңәрәктәр, биттә һыҙаттар барлыҡҡа килә. Туҡымаларҙың һығылмалылығы боҙолоу веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә, тәнегеҙ ҡул, күкрәк, эс, яңаҡ тирәһендә һәленеп төшә.

Үҙҙәре табип булып та, кешегә кәңәш биреп ултырыусы ошо кешеләр, үҙҙәре 'баҡыр етмәүҙән' аорта аневризмаһынан, селен етмәүҙән кардиомиопатия сиренән 40-50 йәштә вафат булғандарҙы исемләп яҙа.

Кардиомиопатия булдырмаҫ өсөн, 10 цент ҡына торған селен ҡулланығыҙ. 47 йәшлек Гейл Кларк, Сент-Луистың баш кардиологы, кардиомиопатик приступтан вафат була.

Һөт биреүсе һыйыр малы, кальцийҙы күп юғалтҡанлыҡтан, таш, һөйәк ялай, теләһә нимә, ҡырсынташ һ. б. сәйнәй башлай. Был панька тип атала. Фермер уларҙың рационын минералдар менән тулыландырырға тейеш. Йөклө ҡатындарҙа ла аш төрләндереү осрай.

Кәңәш: ҡулығыҙ һәм битегеҙҙә ал таптар барлыҡҡа килә икән, был селен дефицитына ишаралай.

Ошолай була икән, 6 ай буйына коллоидлы селен ашағыҙ. Әгәр тышта күренгән таптар юғалһа, тимәк, мейе лә, йөрәк тә, бауыр ҙа, бөйөр ҙә селенға байыҡҡан тигән һүҙ.

Хром менән ванадий етмәһә, ҡанда шәкәр түбән була. Шуға ҡайһы бер бала, шәкәр күрһә, ташланыусан. Әгәр был хәлгә иғтибар итмәһәң, шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүен көт тә тор.

Ҡурғаш (олово) етмәү ирҙәрҙең башы пеләшләнеүгә килтерә. Ҡурғаш оҙаҡ ваҡыт етмәһә, кешегә һаңғыраулыҡ янай.

Бор дефицитына бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарлы булһын ине. Ул һөйәктәрҙә кальций һаҡлауға ярҙам итә, боростеопороз булдырмау нигеҙе.

Бор ҡатын-ҡыҙҙарҙа эстроген ә ирҙәрҙә тестостерон эшләп сығарыуға ярҙам итә.

Цинк дефициты бар икән, һеҙ еҫ һиҙмәйһегеҙ йә тәм белмәй (теряете обоняние и вкус) башлайһығыҙ.

Хайуандар менән эксперименттар шуны күрһәтә: 7 минерал кеше ғүмерен оҙайта.

Үҫемлектәр беҙгә кәрәкле аминокислота, витамин һәм май кислоталарын эшләп сығарыу һәләтенә эйә.

Шуның өсөн, организмығыҙҙы кәрәкле 90 элемент менән тәьмин итеү маҡсатында, көнөнә 15-20 үҫемлек компоненттарын ҡулланыу мотлаҡ. Һәм был картуф чипсыһы ашап ҡына көндәлек йәшелсә нормаһын үтәү мөмкин тигән һүҙ түгел.

Минералдар етешмәүе үҙгәртергә

Хәҙерге заманда бик хәүефле хәл — тупраҡта ла, шуның һөҙөмтәһендә, үҫемлектәрҙең үҙендә лә — минералдарҙың юҡлығы.

Борон кешеләр бөйөк Нил, Ганг, Һары йылғалары буйында йәшәгән. Был йылғалар, һәр яҙ һайын ташып сығып, тау ҡомо килтергән. Ташҡындар тупраҡты яуым-төшөм, ләм һәм минералдар менән байытҡан, был үҙ сиратында — бөртөклөләрҙең бай уңышына килтергән.

Бөйөк Александрҙың атаһы, король Филипп, баҫыуҙарында иң яҡшы иген үҫкән (тимәк, сәләмәт!) 12 йәшлек ябыҡ ҡына Мысыр батшабикәһе Клеопатраға өйләнә.

Мысыр ононан бешкән икмәкте ашаған яугирҙәр 20-шәр сәғәт туҡтамай маршта йөрөгән, 6 сәғәт барған алышта ҡатнаша алған.

Минералға бай ризыҡ ашап йәшәгән кешеләр физик үҫешкән, аҡыл һәләтенә эйә булған, һәм барса донъя мәҙәниәте шунан баш алған.

Кальций етмәү яҡынса 147 сирҙең сәбәпсеһе булып тора. Бына уларҙың бер нисәһе:

  • Йөҙ нервыһының парезы, билсползи — биттең бер яғы ҡыйшая.
  • Остеопороз. Был ауырыу өлкән йәштәгеләрҙең үлеме буйынса донъяла 10-сы урында тора.
  • Парадонтоз һәм теш ите шешенеүе
  • Ғәҙәти артрит, остеоартрит, люмбаго, ревматизм — барыһы ла остеопороз һөҙәмтәһе.
  • Юғары ҡан баҫымы йәки артерия гипертонияһы

Эксперимент үткәргәндәр 5 мең кешегә. Кальций нормаһын ике тапҡыр арттырғандар. 6 аҙнанан 85 % кешенең ҡан баҫымы нормаға килгән. 120 йәшкә еткәндәр тоҙ ҙа, аҡ май ҙә ашағандар.

  • Көҙән тартыу ҙа кальций етмәүҙән (* магний етмәгәнлектән дә тиҙәр?) тип яҙа Уоллок.
  • Бил һыҙлау. Бил ауыртыу менән бик күп кеше яфалана: компьютер артында ултырғаны ла, көс түгеп йөк тейәгәне лә. Арҡа үҙәге дисктары проблемалымы, түгелме — ысынында иһә, бил ауыртыу умыртҡа бағанаһының остеопорозы менән бәйле.

Әгәр диск таянып торорлоҡ мөмкинлек юҡ икән, йәғни баҡыр дефициты бар икән, умыртҡа бағанаһы йоҡара, "емерелә".

  • Шәкәр диабеты - АҠШ-та үлемгә сәбәпсе сирҙәр араһында өсөнсө урында тора. Уның ситләтелгән зыянлы тәьҫире күп: һуҡырайыу, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы.

Ветеринария өлкәһендә 1957 йылда диабетты минералдар ярҙамында дауалау серенә төшөндөк: «диабетты хром һәм ванадий ярҙамында дауалап була». Ванкувер университеты һәм Бритишколумбиум медицина мәктәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, бер ванадий ғына өлкән сирлеләр өсөн инсулинды алмаштыра ала. Әлбиттә, инсулинды шундуҡ ҡына туҡтатырға кәрәкмәй. Күптәр өсөн был процесс яйлап ҡына, 4-6 ай дауамында, бара. Ошо арауыҡта адекват күләмдә хром менән ванадий ҡулланырға кәрәк. «Йөҙәрләгән, меңәрләгән пациентҡа файҙалы икәнен үҙ күҙҙәрем менән күҙәттем» тип яҙа доктор Уоллок.

Әгәр ҙә организм минералдарҙы аҙыҡ аша үҙенән-үҙе үҙләштерер әле, тип кенә йөрөмәйсә, минералдарҙы үҙегеҙ ҡулланырлыҡ итеп ышандырһам, бик шәп булыр ине ти Уоллок.

Беҙ иғтибар итерлек өс төрлө минерал бар.

1. Металл минералдар.

Уларҙы таш тоҡомдарынан алып була һәм бары тик 8-12 % ғына үҙләштерелә. 25-40 йәшлек кешеләр бары 3-5 % ғына үҙләштерә ала. Кальций-лакте ҡулланаһығыҙ икән, был насар. Әгәр һеҙ ҡулланған таблетканың күп өлөшө лактоза һәм һөт шәкәренән тора икән, кәрәкле кальций алыр өсөн, көнөнә 90 шундай таблетка ашар кәрәк була. Һәм тағы ла башҡа 59 минерал барлығын онотмайыҡ.

2. 1960-сы йылдарҙа ауыл хужалығында келейдед-минералдар ҡуллана башланылар.

Был минералдарҙа металл атомын аминокислоталар, протеиндар һәм энзималар уратҡан тиелә. Бындай форма минералдарҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеүе) 40 % тәшкил итә. Һәм фәҡәт шуның өсөн аҙыҡ-түлек сәнәғәте ошо идеяны хуплап сыға.

  • Коллоид минералдар.

Уларҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеү һәләте) иң юғары. Беҙҙе фәҡәт аш һеңдерелеү (всасывание) проблемаһы йәлеп итә. Коллоид минералдарҙың 98 % һеңдерелә. Был келейдед-минералдар үҙләштереүе менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға, ә металл минералдар — 10 тапҡырға күберәк.

Коллоид минералдар шыйыҡ һәм бик бәләкәй киҫәксә (частицы) хәлендә — ҡыҙыл ҡан тәнсәләре, эритроциттарға ҡарағанда 7000 тапҡыр кескәйерәк, була. Һәр киҫәксә негатив көйләнгән (заряжена), ә эсәк юлы көпсәһе ыңғай көйләнгән, шуға электр-магнит ҡыр барлыҡҡа килә, һәм шуның ярҙамында минералдарҙы эсәк юлы стеналары тирәләй туплай. Һәм бөтәһе бергә үҙләштерлеү 98 % тәшкил итә.

Коллоид минералдарҙы барлыҡҡа килтереүҙә үҫемлектәр бик ҙур роль уйнай. Улар үҙҙәренең туҡымаларында металл минералдарҙы коллоид минералдарға әйләндерә. Үҫемлек ашағанда, беҙ ошо минералдарҙы организмыбыҙҙа туплайбыҙ һәм файҙаланабыҙ. Ләкин беҙҙең тупраҡта металл минералдар етерлек күләмдә булмағанлыҡтан, беҙ үҫтергән йәшелсә-емештә лә, икмәктә лә минералдар етерлек дәрәжәлә түгел.

120-140 йәшкә еткән оҙон ғүмерле кешеләр барыһы ла тиерлек диңгеҙ кимәленән 8 мең һәм 14 мең фут бейеклектәге тауҙар араһындағы ауылдарҙа йәшәй. Уларҙа яуым-төшөм 2 дюйм, унда ямғыр бөтөнләй булмай, ҡар юҡ. Был бик ҡоро төбәктәр. Улар тауҙарҙан иреп аҡҡан ҡар һыуын файҙаланалар. Шул боҙлоҡтар аҫтынан ағып сыҡҡан һыу әллә ни таҙа һәм үтә күренмәле лә түгел, гейзер һыуы түгел. Ул һыу һарғылт-аҡ йә аҡ-зәңгәр төҫтә. Бындай һыуҙа 67 алып 72 тиклем минерал бар. Тибетта был һыуҙы боҙ һөтө тип атайҙар. Был һыуҙы эсеп, минералды 8-12 % үҙләштерәләр, 2,5-5 мең йылдар дауамында тупраҡты шул һыу менән туҡландыралар.

Һәм уларҙа диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, юғары ҡан баҫымы, артрит, остеопороз, яман шеш, катаракта, глаукома, тыумыштан зәғиф балалар, төрмәләр, наркомандар, һалымдар, табиптар юҡ. Улар сирләмәй 120-140 йыл йәшәйҙәр.

Тимәк, коллоид минералдар мөһимме инде?

Һәм һеҙ, әгәр көн һайын минералдар ҡулланмайһығыҙ икән, һеҙ ғүмерегеҙҙе бер нисә сәғәткә, хатта бер нисә көнгә ҡыҫҡартаһығыҙ.

Шул турала уйланығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Умершие доктора не лгут. Лекция доктора Уоллока. Москва, 2003