Донъя фани— йәғни донъялыҡтағы һәр нәмә ваҡытлыса. Ғүмер ҙә ваҡытлыса. Кешегә Аллаһ ғүмерҙән һанаулы ғына көндәр биргән. Шул көндәр бөтөү менән Әҙәм балаһы Ахирәткә күсерелә.

«Йәндең һәр ҡайһыһы үлемде татыр», - тип әйтелгән Ҡөрьәндә («Әл- Әнбиә» пәйғәмбәрҙәр тураһындағы сүрә, 35-се аят).

Мәрхүмдәрҙе ерләү - тереләр өҫтөндәге бурыс

үҙгәртергә

Мәрхүмдәрҙе ерләү - тереләр өҫтөндәге бурыс. Динебеҙ йолаһы буйынса ерләргә тейешбеҙ. Сөнки был бурыс - фарыз кифая.

Йәғни бер мосолман вафат булды икән, шул ауылдағы (ҡасабалағы, ҡалалағы) мосолмандарҙың барыһының да иңендәге бурыс - уны динебеҙ йолаһы буйынса ерләү.

Әгәр мәрхүм мосолман мосолман йолаһы буйынса ерләнһә, шул ауылдағы (ҡасабалағы, ҡалалағы) бөтә мосолмандарҙың бурысы үтәлгән һанала һәм һәммәһе лә сауаплы була.

Әгәр бер кем дә ул бурысты атҡармаһа, шул ауылдағы (ҡасабалағы, ҡалалағы) бөтә мосолмандарҙың да бурысы үтәлмәгәнгә иҫәпләнә һәм улар гонаһҡа тарый.

Ауырыу янында

үҙгәртергә

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: «Һуңғы һүҙен: «Лә иләһә иллә Аллаһ» тип әйткән кеше Йәннәткә инер», - тигән.

Ҡөрьән уҡый белмәгән кеше нимә эшләргә тейеш, әгәр ул ҡаты ауырыу йәки үлем хәлендәге кеше янында булһа? Ҡөрьән аяттарын уҡый белмәгән хәлдә хәйер-доға ҡылырға бурыслы.

«Ауырыу кеше йәки мәрхүмдең мәйете янында булһағыҙ, хәйерле һүҙ һөйләгеҙ. Сөнки шул һүҙҙәрҙең ҡабул ителеүе өсөн фәрештәләр: «Амин!» - тип доға ҡылыр!», - тигән Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм.

Кешенең үлеүен йәки ғүмеренеңдауам ителеүен бер кем дә алдан белмәй. Был фәҡәт Аллаһҡа ғына мәғлүм. Бәндәләрҙең бурысы - өмөттө өҙмәү. Шуға күрә лә ата-бабаларыбыҙ: «Сыҡмаған йәндә өмөт бар!» - тигән.

Ауыр хәлдә кеше янында әкрен генә тауыш менән тәһлил әйтеү кәрәк. Тәһлил һүҙҙәре: «Лә иләһә илләл-лаһ». (Аллаһтан башҡа бүтән һис бер Тәңре (Илаһ) юҡ, тигән мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Был һүҙҙәрҙе бәндәләр үҙҙәре лә хәтерендә яңырта, ауыр хәлдәге кешенең дә иҫенә төшөрә.

Аллаһтың барлығын, берҙән-бер генә булыуын һәр саҡ иҫтә тоторға тейешбеҙ. Ауырыу кеше янында ошо хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөү «ауырыу вафат буласаҡ» тигәнде белдермәй. Сөнки бәндәләрҙән бер кем дә кемдең вафаты ҡасан килерен белмәй, белә лә алмай.

Ҡаты ауырыған кеше янында «Ясин» йәки «Мүлк» («Тәбәрәк») сүрәләрен уҡырға мөмкин. Аллаһ насип итһә, ошо сүрәләр, ошо сүрәләрҙән аяттар бәрәкәтендә сәләмәтлеге кире ҡайтыр сирлегә. Ә инде көнө бөткән булһа, мәрхүм буласаҡ кешенең ҡәберенә рәхәтлек насип ителер, ин шәәъ Аллаһ.