Доға ҡылыу тәртибе (мосолман әхлағы)
Доға ҡылыу тәртибе
«Миңә өндәшегеҙ, һәм Мин һеҙгә яуап бирермен», - тигән Аллаһы Тәғәлә.
Нимә ул доға?
үҙгәртергәДоға ул мосолмандың Аллаһы Тәғәләгә нимәлер һорап, йә нимәгәлер өмөт итеп өндәшеүе генә түгел, доға – ул ғибәҙәт. Һәм Аллаһы Тәғәлә доға ҡылған кешегә яуап биреп кенә ҡалмай, ә доға ҡылғаны өсөн уға әжер-сауаптарын да яҙасаҡ, иншәллаһ.
Был ғибәҙәт төрө кешенән мотлаҡ тәһәрәтле булыу, айырым ниндәйҙер ваҡытты көтөү, махсус ниндәйҙер урынға барыу кеүек шарттар талап итмәй. Әгәр белмәйһегеҙ һәм мәғәнәләрен аңламайһығыҙ икән, доғаны ғәрәп транскрипцияһында уҡыу ҙа мотлаҡ түгел, үҙегеҙгә яҡын телдә өндәшегеҙ. Иң мөһиме, доғаларығыҙҙа ихлас булығыҙ. Берәй эш эшләп йөрөйһөгөҙмө, әллә ял итеп ултыраһығыҙмы, иртәме ул, кисме, яңы йоҡонан торҙоғоҙмо, әллә саҡ йоҡларға ятырға йыйынаһығыҙмы – һәр ваҡытта ла, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, ошо мөмкинлек үҙе генә лә бит беҙгә ҡарата күрһәтелгән оло йомартлыҡ билдәһе.
Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ҡасан, нисек, нимә эшләп йөрөгәнен һәр саҡ күреп, белеп тора. Һәм үҙ ҡолдарының нимә һорағанын, нимә теләгәнен дә Ул яҡшы аңлай. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйтеп ҡалдырғанса: «Доға ҡылыусы кеше мотлаҡ өс нәмәнең береһенә лайыҡ буласаҡ: йә уның доғаһы шунда уҡ ҡабул булыр, йә шул доға ҡылғаны өсөн уның берәй гонаһтары ғәфү ителер, йә ошо ғибәҙәте өсөн Ҡиәмәт көнөндә әжерен алыр, иншәллаһ».
Аллаһы Тәғәлә, әлбиттә, Үҙенең ҡолдарына тик яҡшылыҡ ҡына теләй. Һәм Үҙ ҡолдарының ниндәй доғаһын ҡабул итергә, ә ниндәйен Ҡиәмәт көнөнә әжер итеп ҡалдырырға Ул Үҙе бик яҡшы белә. Шуға күрә лә, ниндәйҙер конкрет берәй нәмә тураһында һорап-һорап та, ул барыбер тормошҡа ашмаһа, борсолоп-ҡайғырып ултырмағыҙ: доғағыҙ ҙа һораған нәмәләрҙең бойомға ашмауы бары үҙегеҙ өсөн файҙаға ғыналыр. Етмәһә, кеше ҡай саҡ әллә ҡайҙа шул тиклем ныҡ ашыҡҡан була – күпмелер ваҡыт ҡына доға ҡылып, һорап йөрөй ҙә, тиҙ арала ғына бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр күренмәһә, доғаларын ташлайҙар, өмөттәрен юғалталар.
Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: «Һеҙҙең һәр кемегеҙгә яуап бирелер, тик һеҙ, ашығып: «Мин һораным, әммә миңә яуап булманы», - тип һөйләнә башламаһағыҙ…».
Доға ҡылыусы бер ваҡытта ла өмөтөн юғалтмаҫҡа тейеш, өмөт юғалтыуы уның ихласлығы һәм иманы кимәле түбән булыуын күрһәтә. Аллаһы Тәғәлә, һәр мосолмандың доғаһына яуап бирермен, тигән.
Доғалары мотлаҡ ҡабул булған кешеләр
үҙгәртергәШулай ҙа, хәҙистәрҙә доғалары мотлаҡ ҡабул булған кешеләр айырым телгә алына, улар:
- сирле кешенең доғаһы;
- ҡарт, ауырыу кешенеке;
- үҙ мосолман туғаны өсөн һораусы кешенеке;
- ураҙалағы кешенең доғаһы;
- әҙел хаким доғаһы;
- ата-әсәнең үҙ балалары өсөн ҡылған доғалары;
- яҡшы эштәр эшләп йөрөгән кешенең доғаһы;
- ҡунаҡ кешенең йорт хужаһы өсөн ҡылған доғаһы;
- юлда булған кешенеке;
- кәмһетелгән, ситләтелгән кешенең доғаһы;
- бала табыусы ҡатындың доғаһы;
- хаж мәлендә ҡылынған доға;
- йыһат алып барған кешенең доғаһы, ул өйөнә әйләнеп ҡайтҡанынса.
Ҡылған доғалар бигерәк тә көслө булған айырым ваҡыттар
үҙгәртергәШулай уҡ, ҡылған доғалар бигерәк тә көслө булған айырым ваҡыттар ҙа билдәле:
- аҙан ҡысҡырылған ваҡытта; аҙан менән ҡәмәт араһында;
- ямғыр (йә ҡар) яуған ваҡытта; Мәккә ҡалаһында Ҡәғбәтулла күренгәндә;
- Ҡәғбәтулланың ҡара ташы алдында;
- Ғәрәфәт тауында торғанда;
- дини байрам (Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете) төндәрендә;
- йома төндәрендә;
- ураҙа тотҡанда (бигерәк тә сәхәр ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда);
- йыһат майҙанында һуғышҡанда;
- намаҙ уҡығанда;
- намаҙҙа сәждә ҡылғанда.
Мөһим иҫкәрмә: харам йә шикле ризыҡ ашағандан һуң (алкоголь, Ислам ҡанундары буйынса һуйылмаған мал ите һ.б.), йәки һеҙгә күрәҙәлек иткәндәрен тыңлағандан һуң, 40 көн буйына бер доғағыҙ ҙа ҡабул ителмәй.
Доға ҡылыу тәртибе
үҙгәртергәСөннәт буйынса, доға ҡылырҙан алда иң тәүҙә тәһәрәтләнеп алыу яҡшы. Йөҙөгөҙ менән иһә Ҡибла яғына ҡарай боролоғоҙ. Шулай уҡ, сөннәт буйынса доға ҡылғанда, иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнән һеҙҙе ярлыҡауын, гонаһтырығыҙҙы ғәфү итеүен һорағыҙ. Аҙаҡ иһә Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һәм шөкөр һүҙҙәре әйтелә, Уның бөйөк һәм матур исемдәре һанап кителә (иҫегеҙгә төшкән тиклем), шунан һуң һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) өсөн доға уҡыйҙар һәм аҙаҡ ҡына – үҙегеҙ өсөн.
Доғаларҙы ихлас итеп, бар йөрәктән, уларҙың ҡабул булырына ышанып ҡылығыҙ, һәм Аллаһы Тәғәлә уларҙы ҡабул итер, иншәллаһ. Был донъя өсөн генә һорамағыҙ, күберәк теге донъя өсөн дә һорағыҙ. Аллаһ Ҡөръәндә әйтә бит: «Миңә доға ҡылығыҙ, һәм Мин һеҙгә яуап бирермен. Миңә ҡоллоҡ ҡылыуҙан тәкәбберләнгән кешеләр – улар мәсхәрәле хәлдә Йәһәннәмгә инер!» («Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:60).
Пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: «Доға – әле булмаған нәмәләрҙән дә һәм инде булып үткән нәмәләрҙән дә файҙалы. Доғалар ҡылығыҙ, әй, Аллаһ ҡолдары!» - тип. Һәм Аллаһ беҙҙең доғаларға яуап бирһен, Аллаһ – Рәхимле, Ғәфү итеүсе, Ризыҡ өләшеүсе, Бәрәкәт биреүсе!
Төндөң өсөнсө өлөшө
үҙгәртергәҺОРАУ. Төндөң һуңғы өсөнсө өлөшө тураһында бик матур хәҙис бар. Ә төндөң һуңғы өсөнсө өлөшө башланғанын нисек белергә?
ЯУАП.Төн түбәндәгесә өс өлөшкә бүленә: аҡшам (мәғриб) намаҙының ваҡыты ингәндән алып иртәнге намаҙ (фаджр) ваҡыты ингәнгә тиклемге арауыҡты бер тигеҙ өс өлөшкә бүләбеҙ.
Доғалар ниңә ҡабул булмай
үҙгәртергәИбраһим бин Әхмәдтән رحم الله кешеләр һорағандар: - Эй, Ибраһим! Ни өсөн беҙ Аллаһы Тәғәләгә ҡылған доғаларыбыҙға яуап килмәй, - тип. Ә ул: . ¬ - Сөнки ун әйбер арҡаһында һеҙҙең йөрәктәрегеҙ үлгән, - тип яуап бирә - Улар ниндәй, - тип һорағастар ул: - Һеҙ Аллаһы Тәғәлә тураһында белдегеҙ, әммә Уға буйһонманығыҙ, һеҙ Аллаһтың пәйғәмбәре тураһында белдегеҙ, әммә уның Сөннәтенә эйәрмәнегеҙ, һеҙ Ҡөръән китабы менән танышһығыҙ, әммә эштәрегеҙҙә уның ҡанундары менән хәл итмәйһеге, һеҙ Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәрен ҡулланаһығыҙ, әммә улар өсөн шөкөр ҡылмайһығыҙ, һеҙ ожмах тураһында белдегеҙ, әммә уға тырышмайһығыҙ, һеҙ тамуҡ уты тураһында белдегеҙ, әммә унан ҡасырға теләмәйһегеҙ, һеҙ шайтан тураһында белдегеҙ, әммә уның менән көрәшә торған урынға һеҙ уның менән ризалаштығыҙ, һеҙ үлем тураһында белдегеҙ, әммә уға әҙерләнмәйһегеҙ, һеҙ үлгәндәрегеҙҙе ерләйһегеҙ, әммә бынан бер ниндәй ҙә нәсихәт алманығыҙ, һеҙ йоҡоғоҙҙан уянғас кешеләрҙең етешһеҙлектәрен тикшерергә тотондоғоҙ, ә үҙегеҙҙең етешһеҙлектәрегеҙ өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.
Доға - мосолмандың изге ҡоралы
үҙгәртергәУны беҙ Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн, гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорап, ниндәйҙер теләктәр теләгәндә уҡыйбыҙ. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә, үҙенең бөтә гонаһы ғәфү ителгән хәлдә лә, доға ҡылыуҙан туҡтамаған. Доғаның файҙаһы булмаһа, Раббыбыҙ беҙгә уны әмер итеп бойормаҫ, бәйғәмбәребеҙ васыят итмәҫ ине.
Танылған яҙыусы А. Жарәл "Доға" исемле бер китабында былай тип яҙа: "Доға үҙенең әһәмиәтенән сығып, рух үә тәнгә тәьҫир итә. Доғаның тәьҫир көсөн белеү ауыр түгел. Уның әһәмиәтен белмәйсә, аңһыҙ рәүештә уҡығанда ла, ул кешегә ыңғай йоғонто яһай, изгелек үә әхлаҡ тойғоларын арттыра. Шуныһы иҫбат ителгән: фекер һәм зиһен үҫештәре бер дәрәжәлә булған кешеләрҙең холоҡ һәм әхлаҡ дәрәжәләре доға ҡылыусыларҙа доға ҡылмаусыларға ҡарағанда шаҡтай юғары була.
Доғаның тәьҫире, уны йыш-йыш ҡабатлап торғанда тағын да арта, доға рухи тыныслыҡка ирештерә. Әҙәм балаһы фәҡирлеккә, яла яғыусыға, ҡайғы-хәсрәткә сабыр булыр өсөн көс табыр. Доға үлем-китем, сир, ғазапҡа тарығанда ҙур таяныс".
Мохтаж булған нәмәне Аллаһтан һорау зарур. Доға әҙәм балаһының үҙен Аллаһҡа яҡынлаштырыу өсөн эшләнгән бер ғибәҙәте. Раббыбыҙға изге ғәмәл ҡылған кеше, рухын насар¬лыҡтарҙан паклап, башҡа кешеләр хаҡында яҡшы уйҙар уй¬лар, иманын нығытыр, яуызлыҡ ҡылыуҙан азат булыр.
Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанған, юғары хистәргә эйә булған аҡыллы кешеләр, бер кем дә булмаған тыныс ҡына бер ерҙә, ҡулдарын һәм күңелдәрен бөйөк Раббыбыҙға асып, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәрен уға һөйләрҙәр һәм бары тик Унан ғына ярҙам һорарҙар.
Был доғалар, ялбарыу Аллаһ һәм уның ҡоло араһында ғына ҡалған бер серҙер.
- Яңғыҙ һәм сараһыҙ ҡалған кеше ҡайғыларын Аллаһы Тәғәләгә белдергәндән һуң, күңеле бушар, йәне шатланыр, ҡараңғылыҡ һәм томан эсендә ҡалған йәне яҡтырыр, күңеле тыныслыҡ һәм бәхет менән тулыр.
- Доға ҡылған кеше Аллаһҡа ялбара-ялбара Уның яратҡан бер ҡоло хәленә инер.
- Саҙаҡа биреү, изгелек эшләү ҡылған доғаларҙың ҡабул булыуына сәбәп була. Күңелендә Раббыбыҙға ышаныс булған кеше рәхәт ваҡыттарында доға ҡылһа, Аллаһы
- Тәғәлә ҡайғылы һәм ауыр ваҡыттарында уға ярҙам ҡулы һуҙыр.
Ҡайһы берҙә шундай хәлдәр ҙә була. Юл ҡазаһына эләгеп, тимер тауы хәленә ингән автомобиль һәм автобус эсенән бер ере лә имгәнмәгән кешеләр сыға. Бер ҡараһаң, ауыр һәләкәттән тере ҡалыусыларҙың булыуы мөмкин дә түгел. Ләкин бындай ҡазанан иҫән-имен ҡалыуҙа ҡайһы бер изге эштәрҙең, даими уҡыған доғаларҙың сәбәпсе булыуын кем инҡар итә ала?
Аллаһтың рәхмәте үә бәрәкәте доға ҡылған кешегә генә яҡын булыр. Доға, ҡабул булһа ла, булмаһа ла, сауап килтерер. Бәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә: "Ҡол доға ҡылыр, әгәр доғаһы ҡабул булмаһа, уның урынына бер сауап яҙылыр", - тиелә. Доғаның ҡабул буласағына ысын күңелдән ышанырға, тырышлыҡ һалырға кәрәк ("Доға ҡыл һәм хәрәкәт ит"). Әммә харам ризыҡ ашаусының ғибәҙәте ҡабул булмаҫ.
'ЙӘШЛЕК №32, 18 март 2008 йыл