Дәүләкән районы Буранғол ауылы топонимдары

54°17′40″ с. ш. 54°30′31″ в. д. (G)Википедияла Буранғол ауылы тураһында мәҡәлә бар

Буранғол ауылы тарихы


Был ауыл ҡаңлы табын ырыуына ҡарай. Ауылда әүәл аҡынсыҡ, буранғол, алаҡай, ҡаймағы [ил ҡаймағы], ҡатай, исмаил, имел, таҙ аралары бар ине. Тәңре ҡоштары – ҡарсыға.
Ҡыйыу, баш эймәҫ һигеҙ нәҫел бергә берләшеп, ерҙәрҙе һаҡларға, һуңғы алышҡа ҡәҙәр ҡарсыға ҡошо кеүек ҡыйыу булып, торған нигеҙҙәрҙе һаҡларға тип, Ҡарағас тауына менеп вәғәҙә бирешкәндәр. Изге ағастары ҡарағас булған. Был ағас әрһеҙ, һыуға талапсан түгел, тау-таш араһында үҫкән өсөн һайлап алғандар. Сөнки башҡорт яугирҙәре һәр ваҡытта ла тауҙан көс алған, элек аҡһаҡалдар ошолай әйтер булған:


Яуҙа яугир хәлең бөтһә,
Тау баштарын һайларһың.
Дошманыңа түбән ҡарап,
Көс ғәйрәтен алырһың.


Элек, Буранғол ҡарт килеп ултырғанға тиклем, бихисап башҡорт ауылдары булған был тирәлә, ни сәбәп менәндер улар юҡҡа сыҡҡан.


Буранғол ҡарт бик белемле булған. Уның Өмөтбай тигән улы Салауат яуында актив ҡатнаша. Был һүҙҙәр тарихи документтар менән дәлилләнә.
Буранғол ҡарттың Күҫәк Буранғол исемле улы 1736-1817 йылдарҙа старшина булып тора. Өмөтбай Буранғол исемле улы – 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән восстаниеһында актив
көрәшсе. Ул ошо тирә-яҡ башҡорттарының етәксеһе була.
1834 йылғы ревизияла Күҫәктең улдары – зауряд сотник Ғайса 46 йәшлек, уның улдары (Әхтәм, Әхтәрәй, Әхмәҙи) күрһәтелә.
Уртансы улы Исхаҡ – 62 йәшлек (улдары: Ғәйнулла, Сәйфулла, Фәтҡулла).
Оло улы Ғөбәйҙулла – 63 йәшлек (уның ҙур улы Ҡаһарман – улдары: Иргиз, Юныс; икенсе улы – Райман, өсөнсө улы – Зәйнулла һәм Нариман). Юсуп 64 йәшлек, беренсе улы – Сөләймән – Шаһигиҙгән – Хоҙайбирҙе.

Икенсе улы – Мөлкәмән (улдары: Әмирхан, Ноғоман,
Ғилман). 1795 йылда был ауылда 24 йорт иҫәпләнһә, 88 ир
затынан башҡорт иҫәпләнә. 1843 йылғы ревизия күрһәтеүе
буйынса, 361 кеше йәшәп, 560 бот яҙғы иген культуралары
сәсәләр.


1920 йылда 188 йорт иҫәпләнеп, уларҙа 884 башҡорт йәшәй.

Иҫкәрмә: Элек башҡорт ғаиләләрендә бер нисә ғаилә
йәшәгән. Атаһы улдарын өйләндереп ҡырға түгел, төп нигеҙгә
төкәтмә һалындырып, шунда сығарыр булған. Былай
эшләгәндә бер нисәнән торған ғаилә бер ҙур ғаилә булып
иҫәпләнеп, хөкүмәткә бер генә налог түләр булғандар. Был
бик отошло булған. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар һаны айырым
осраҡтарҙа ғына иҫәпкә алынған, күберәк ир-ат затынан
булған һандар тәшкил иткән.


Хузиев Мөлкәмән Хоҙайәхмәт улынан Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе тарих уҡытыусыһы,Халыҡ мәғарифы отличнигы Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин 2008 й. яҙып алған