Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылы топонимдары

54°19′13″ с. ш. 54°27′18″ в. д. (G) Википедияла Ҡыҙрас ауылы тураһында мәҡәлә бар

Ҡыҙрас ауылының исеменең килеп сығышы


Ҡыҙрас ауылы – ҡара табын ырыуына ҡарай. Был ауылда юлыш, ҡаҙаҡ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, муйнаҡ, ҡалмаҡ, тауыҡ, торна аралары бар.
Тәңре ҡоштары – торна, изге ағастары – миләш. Элекэлектән үҙ ерҙәрен кәләп тамғаһы менән билгеләп ҡуйыр булғандар. Бындай тамғалар менән яуҙа үлгән ҡәрҙәштәренең
ҡәберҙәренә лә билдә һалынған. Исем-тамғаны ташҡа соҡоп яҙып ҡуйыр булғандар.
Ауылдың тарихы 1773-1775 йылдарҙа Салауат яуында ҡатнашҡан, унан һуң хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына күскән полковник, башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев менән тығыҙ бәйләнгән. Ул тархандар нәҫеленә ҡараған. Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, быға тиклем ауыл Келәтаяҡ тип аталған

Балғажы тауы Легенда буйынса күрше Ҡаңлы-Төркәй егете Балғажы Ҡыҙрас аулындағы бер ҡыҙға ғашиҡ булып,ошо тауҙа осрашып йөрөгәндәр.

Бынан тыш ауылда Ҡарауыл тауы,Мәтәү тауы,Үрсәкә тауы,Яланғас морон,Уртатау,Ҡырлытау,Емеректау,Сәүкә мороно.

Сәрмәсән йылғаһы ауылдың ике яғынан аға.Килеп сығышын халыҡ төрлөсә аңлата:

  1. "һәрмәү" һәм һүҙ яһаусы ялғау -сән-
  2. "сәрмә" сыуаш телендә йылға,ә -сән-һинеке тигәнде аңлата.

Ыласын күле ыласынға оҡшап тора.

Сирмеш күле Ауыл ситендә урындағы халыҡ менән аралашмаған кеше йәшәгән.
Ҡоръятмаҫ,Буранғол ауыл халҡы марийҙары сирмеш, тип йөрөтәләр. Үҙһүҙле кешегә әле лә сирмеш тиҙәр.Ф.Ғ.Ҡотлобулатова иҫкәрмәһе.

Сирмеш балыҡ аулағанда ҡатыны менән батып үлә,шунан бирле күлде Сирмеш күле тип йөрөтәләр.


Ҡыҙрас ауылының ағинәйе Дәүләкән ҡалаһының Почетлы гражданы Ғәйшә Әкимбәтованың һөйләгәндәренән