Дөйә (йомаҡтар)
Дөйә, дөйә үркәсе, септәһе
- Апан-апан,
Алама сапан,
Ике конвой,
Бер ылау.
- Тәрән-тәрән соҡорға
Тирәк нисек үҫмәгән?
Оҙон муйын ҡусҡарға
Мөгөҙ нисек үҫмәгән? - Арҡыс-торҡос,
Дүрт терәүес,
Бер болғауыс,
Торна муйын,
Ҡыйыш баш. - Эйәре үҙендә, атлан да кит.
- Эйәре үҙендә — дуғаһы муйынында.
- Муйыны — дуға,
Арҡаһы — эйәр. - Ҡоро ерҙең көймәһе.