Ейәнсура районы Ибрай ауылы топонимдары

53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)

Ейәнсура районы Ибрай ауылы топонимдары


Мин бик матур тәбиғәтле Ибрай ауылында йәшәйем. Үҙ ауылымдың тарихы һәм ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынам. Шуға күрә һүҙем дә ошо хаҡта. Ауылға етәрәк, уң яҡта – Ослотау һеҙҙе ҡаршы алыр, уның янынан Оло Һүрәм йылғаһы аға. Һул яҡта – Ҡабыҡтөшөргән, Күрпәсәй тауҙары. Ауыл ҡаршыһындағы Ҡабратауға менһәң, беҙҙең алда ауыл ус төбөндәгеләй күренә.
Һәр ауылдың, кешеләр кеүек, үҙ йөҙө, үҙ тарихы, үҙ яҙмышы була. Беҙ ҙә , үҙебеҙҙең ауылдың тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

ИБРАЙ АУЫЛЫНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫУ ЛЕГЕНДАҺЫ
Быуындан – быуынға, телдән – телгә күсә килгән мәғлүмәттәр буйынса, Ибрай ауылына 1750 йылдар тирәһендә нигеҙ һалынған. Өмбәт ауылынан айырылып сыҡҡан кешеләр бында килеп ултырған. Быны ауылдағы күп кенә араларҙың шәжәрәһе Атнағол (Аҙнағол) исеме менән бәйләнгән булыуы раҫлай. Архив материалдары буйынса ибрайҙарҙың күбеһе 1800 йылдан 1920 йылдарға тиклем Атнағолов фамилияһы йөрөткән.
Ауылыбыҙ тарихы тураһында мин 1909 йылғы ҡарт ҡәрсәйем Ҡолмөхәмәтова Сәйҙә Ғәлиәскәр ҡыҙынан һораштым. Ҡәрсәйем хәҙер мәрхүмә булһа ла , ул риүәйәт минең хәтеремдә.
“Өмбәт ауылында Аҙнағол тигән ҡарт йәшәгән. Уның һигеҙ улы булған. Етенсе улы Кинйәғол тыуып, дүрт йыл ваҡыт үткәс, тағы бер улы тыуған Аҙнағолдоң. “Был беҙҙе алдап йөрөттө, исемде лә Алдарғош тип ҡушайыҡ”, - тигән атаһы. Алдарғош үҫеп, ир еткән, һунарға йөрөргә яратҡан. Кәләш алып, хәҙерге Ибрай ауылы ултырған ергә килеп, шунда йәшәй башлаған. Шулай итеп, Ибрай ауылына нигеҙ һалған кеше – ул Алдарғош. Уның ҡатыны Аҙнабикә, бер улы Дауыт булған. Хәҙерге Дауытовтар шунан таралған.
Алдарғош бик данлыҡлы һунарсы булған. Ул Үгеҙүлгән тамағында ҡыуыш ҡорған. Ҡыуышының эсенән шишмә ағып ятҡан. Һунарҙа йәнлек тотҡас, иң беренсе уның елек майын һығып, ҡайнатып эсер булған.
Алдарғош яратҡан “Угеҙүлгән” тигән тауҙың тәбиғәте бик матур. Тау итәге буйлап юл үтә, юл ҡырында ғына - тәрән йырын. Үгеҙ егеп йөрөгән
дәүерҙәрҙән Үгеҙүлгән бик күп юл фажиғәләре күргән: аттар, үгеҙҙәр, хатта кешеләр осоп һәләк булған.
Үгеҙүлгән йы рынындағы шишмә ҡыш көнө лә туңмай тип һөйләй ололар. Һыуы төрлө ауырыуҙарҙан дауалай.
Шауҙым
Ауылдан ун саҡрым тирәһе үрҙәрәк ҙур аҡлан һәм ҡайынлыҡ бар. Шул ерҙе “Шауҙым” тип атайҙар. Әлеге көндә Шауҙым - Ибрайҙың ғорурлығы булып тора. Уның ҡая ташлы тауҙарына ҡараһаң, түбәтәйең төшөп китерлек. Аҡландың бөгөлөшөндә, ҡараңғы төндә йөҙәрләп янған майшәм кеүек бер тиҫтер аҡ ҡайындар тора.
Беҙҙең ауылда ир-егеттәре тауҙан бүрәнә шыуҙырырға киткәндәр. Тауҙан бүрәнә шыуҙырып йөрөгәндә берәүһе бүрәнә менән ҡуша шыуып төшөп киткән. Ул: “Шыуҙым”, “Шыуҙым”- тип ҡысҡырып ебәргән. Шул ваҡығанан алып ул ерҙе “Шыуҙым”,- тип йөрөтә башлағандар. Тора-бара “Шыуҙым” – “Шауҙым”ға әйләнеп киткән.
Һаҡал бейегән
Беҙҙең сабынлыҡтың исеме “Һаҡал бейегән” тип атала. Уның тарихы бына ошолай.
Элек күп ирҙәр һәм ҡарттар, йәш егеттәр өй төҙөр өсөн урманға ағас ҡырҡырға киткәндәр. Улар барып еткәс, күп итеп ағас ҡырҡҡандар. Аҙаҡ
эшләп арығас, бер матур ғына аҡланға тамаҡ ялғарға ултырғандар. Ашап ултырғанда бер йәш егет бер бабайҙың ашағанда һаҡалы һелкенеп ултырғанын күргән. Шунда теге егет: “Ҡарағыҙ әле, бынау олатайҙың һаҡалы бейегән һымаҡ һелкенеп тора,”- тигән. Шул ерҙе “Һаҡал бейегән” тип атай башлағандар.
Күнәр атҡан (һөнәр артҡан)
Элек беҙҙең яҡтарҙа арба яһай белмәгәндәр, атты һыбай менеп кенә йөрөгәндәр. Бер ваҡыт рустарҙан өйрәнеп, тәгәрмәс яһарға булғандар. Бер үҙәктә туғын бөккәндәр һәм тәгәрмәс яһағандар. Арба яһағас, араларынан береһе: “Бына тағы ла һөнәр артты,”- тигән. Шунан башлап был үҙәкте “Һөнәр артҡан үҙәк” тип йөрөтәләр. “Һөнәр артҡан” яйлап
“Күнәр атҡан”ға әйләнгән.
Ғәли мороно
Элек аслыҡ йылында беҙҙең ауыл малайҙары Муса менән Ғәли нимә ашарға белмәйенсә, йыуаға барырға булғандар. Оҙаҡ йыуа таба алмайынса йөрөгәндән һуң, ниһайәт, улар бер тауҙа йыуа тапҡандар. Ҡыуаныстарынан ни эшләргә белмәгәндәр. Әллә нисәмә көндәр ашамағанлыҡтан, бик хәлһеҙ булғандар. Улар көс-хәл менән тау башына менеп еткәндәр. Шунан йыуа йыя башлағандар, йыя торғас, Ғәлиҙең хәле бөткән. Уның һыу эскеһе килгән һәм ул ағаһынан һыу һораған. Ә Муса: “Туҡта, тороп тор, әҙерәк кенә йыяйыҡ та, ҡайтҡас та эсерһең,”- тигән. Әҙерәк йөрөй торғас, Ғәли: ”Хәлем бөттө, әҙерәк кенә ятып торам,”- тип ятҡан. Муса тоҡсайын тултырып бөткәс, Ғәли янына барған. “Ғәли, әйҙә тор, ҡайттыҡ,”- тип ҡараһа ла, Ғәли урынынан ҡуҙғалмаған. Муса илай-илай тауҙың моронона ҡустыһын күмеп киткән. Шул ваҡыттан һуң ул ерҙе “Ғәли мороно” тип йөрөтә башлағандар.
Оҙон ҡарағас
Эйе, ысынлап та оҙон ул. Ибрай һыртына сығыу менән, йөҙйәшәр имәндәр, йүкәләр, ҡайындар аша ҡайҡайып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Ҡыҫҡа сағы ҡасан булғандыр инде , әммә быуат башында уҡ инде “Оҙон ҡарағас” тигәндәр уға. Заманында ауылдаштарым уның янына сығып йәйләү ҡорғандар, бәйгеләр үткәргәндәр.
Оҙон ғына түгел ул ҡарағас, һылыу ҙа! Үҙәге шәм шикелле төҙ. Ботаҡтары ҡуйы.
Сабата яланы
Борон һал менән ағас ағыҙыусылар (сплавсылар) выҡытында була был хәл. Ирҙәр сплавтан ҡайтып килгәндәр ҙә бер яланда туҡтап, ял итеп, сәй эсеп алырға булғандар. Шунда йүкә һуйып, яңы сабаталар үреп, туҙған сабаталарын алыштырып алғандар. Иҫке сабаталарын бер урынға өйөп һалғас, күбәгә оҡшаш өйөм барлыҡҡа килгән. Шунан башлап ул яланды “Сабата яланы” тип йөрөтә башлағандар.

Моһайыр
Бер ауылда матур ғына ҡыҙ йәшәгән. Күп егеттәрҙең уға күҙе төшкән. Улар ҡыҙҙы һората башлағандар. Бер көндө был ҡыҙ бөтә ауылға “Кем мине ергә баҫтырмайынса, анау Ослотауға алып менеп, алып төшә, мин шуға кейәүгә сығам,” – тигән. Был ваҡытта тауҙан ҡар шыуған. Бер егет тә ҡыҙыҡайҙы шул тауға алып менә алмаған. Һәм бер егет: “Мин алып менәм,” – тигән дә ҡыҙыҡайҙы шул тауға алып менеп, алып төшкән. Ҡыҙыҡай батыр егеткә кейәүгә сыҡҡан. Күп кешеләр: “Был егет маһайыр инде, маһайыр,”- тигәндәр. Маһайыр яйлап Моһайырға әйләнеп киткән. Ослотауҙың (Һүрәм буйлап Ибрайҙан түбән) көньяҡ битен Моһайыр тип йөрөтәләр.
Мәрхәбә яланы
Мәрхәбә исемле ҡатын һуғыш ваҡытында хөкүмәткә булған бурысын түләй алмаған. Уны көн һайын идараға саҡыртып: “Нисек булһа ла түлә,”- тип ҡаңғыртҡандар. Ибрай ауылының түбәнге туғай яланында көнбағыш утаған мәл булған. Мәрхәбә бер-ике көн уйланып йөрөй ҙә, түләй алмағанлығын аңлағас, эшләгән еренән алыҫ булмаған ерҙә бер ағасҡа аҫылынып үлә. Уның Разия исемле ҡыҙы етем ҡала. Мәрхәбә юғалғас, кешеләр уны өс көн буйына эҙләйҙәр. Ул аҫылынған урынды Мәрхәбә яланы тип атай башлайҙар. Ҡыҙын балалар йортона алып китәләр. Шунан ҡалған атама “Мәрхәп яланы”.

Абыҙ үлегенең тарихы
Беҙҙең ауылдың исеме борон Урмансы булған. Ауыл кешеләре яҙ етеү менән Яҙғы йорт тигән урынға йәйләүгә күскәндәр, көҙ еткәс, кире ауылға ҡышларға ҡайтҡандар. Улар ара-ара булып, йәғни яҡын туған-тыумасалары бер тирәлә йәйләгәндәр. Яҡын тирәләге ауылдарҙан килен төшөргәндәр, үҙҙәре ҡыҙ биргәндәр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып саҡырышып йәшәгәндәр. Шул ваҡытта инде тирә-яҡҡа яуыз даны сыҡҡан Абыҙ мулла беҙҙең ауылдың муллаһы булып торған. Кешеләр, әлбиттә, был мулланан ҡурҡҡандар. Ул һәр эшен “шәриғәт шулай ҡуша” тип эшләгән. Һуңғы торо был мулла шундай әшәкелеккә барып еткән: егет кеше менән йәш кәләшкә мулла бата уҡығас, тәүге төндө йәш кәләш мулла менән йоҡларға тейеш булған. Быны инде мулла, шәриғәт шулай ҡуша ,тип аңлатҡан. Был егеттәр һәм кешеләр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Егеттәрҙең инде түҙемлеге бөткән һәм улар бер тирмә эсенә тәрән соҡор ҡаҙғандар. Матурлап соҡор өҫтөнә балаҫ йәйгәндәр, табын әҙерләгәндәр. Шунан мулланы саҡырғандар. Мулла кеше, әлбиттә, көттөрмәй генә килеп еткән, һәм тирмәгә уҙған. Һәм уға түрҙән урын тәҡдим иткәндәр. Мулла барып ултырыуы булған, соҡор эсенә төшөп тә киткән. Һәм шуны көтөп торған ғына егеттәр, мулланы тереләй күмгәндәр. Үткән, алыҫ йылдарҙың иҫтәлеге булып Яҙғы йорт урынындағы был ер һаман да “Абыҙ үлеге” тип атала.

Үгеҙ үлгән
Борон аттар, машиналар булмаған саҡта, үгеҙҙәр егеп йөрөр булғандар. Шунда бер кеше йәшәгән. Уның ҙур үгеҙе булған. Ул кешене күп күсеп йөрөгәнгә Күсерхан тип атап йөрөткәндәр. Күсерхан күсеп-күсеп йөрөп беҙҙең ауылға килеп еткән. Ул кеше бер ҙә үгеҙенән төшмәгән. Бер йылды ул бесән тейәп, тауҙан төшөп килгән саҡта үгеҙе ҡолаған да ҡуйған. Шул ҡолағандан һуң ул үгеҙ тормаған, шунда үлгән. Күсерхан үҙенең берҙән-бер үгеҙен ҡәҙерләп күмеп ҡуйған. Шунан йәйәүләп ҡайтып киткән. Шул ваҡыттан башлап ул ерҙе “Үгеҙүлгән” тип атағандар
Бабай тыуған
Беҙҙең яҡта “Бабайтыуған” тигән урын бар. Борон заманда ошо яланда бала тыуған. Тыуғанда ул бабайға оҡшап торған. Шуға күрә ул ерҙе “Бабайтыуған” тип атай башлағандар. (Тиләгәне йылғаһының һул ярында).

Һарына янған битләүе
Был ваҡиғаның осо алыҫ аслыҡ йылына барып тоташа. Аслыҡ йылында, билдәле, аҙыҡ етмәгән, кешеләр күпләп үлгән. Ҡар иреү менән, кешеләр ҡырға аҙыҡ эҙләргә сыҡҡандар. Игендәр өлгөргәнсе, һарына, ҡуянтубыҡ, әтмәкәй, йыуа, әтләк тамыры, емеш-еләк менән туҡланғандар.
Шулай бер ваҡыт бер төркөм үҫмерҙәр ашарға эҙләп, урманға китә. Ишмәмбәт түшен үткәс, тау битләп китәләр. Тамаҡ ялғап алырға әҙер
булһын тип, тәү тапҡан һарыналарын ут яғып, көлсә бешерергә күмәләр. Үҙҙәре тағы эҙләргә тотоналар. Бер аҙҙан, ашарға тип килһәләр, күмгән һарыналары янып көлгә әйләнгән. Һуңынан был урынды (Ҡарамалыҡҡа ҡаршы битләү) “Һарына янған” тип йөрөтә башлағандар. Сөнки аслыҡ йылында бындай хәл фәжиғә тип иҫәпләнгән.

Мәрғүбә сусағы
Һүрәмдең ҡушылдығы Бәрҙәш йылғаһы буйында “Мәрғүбә сусағы” исемле тау бар. Ул исем Бөйөк Ватан һуғышынан һуң барлыҡҡа килә. Һуғыш йылдары осоронда Һүрәм буйы кешеләре Йылайыр баҙарына йөрөгәндәр. Улар унда үҙҙәренең әйберҙәрен аҙыҡҡа алыштырған. 40-50 саҡрым аралыҡты бер көн эсендә барып, кире ҡайтыр булғандар.
Аслыҡтан йонсоп ҡайтып килгәндә бер Мәрғүбә исемле ҡатын: “Ҡасан һуғыш бөтә инде, тау башына самауыр алып сығып, сәй эсер инем,” - тигән. Тормош һәйбәтләнгәс, хыялы тормошҡа ашҡан. Ул ҙур тау башына менеп, сәй эскән. Шунан башлап “Мәрғүбә сусағы” тигән ер барлыҡҡа килгән.


Аҡбутин Ғәзиз,Аҡбутина Земфира