Еләк-емешле кеҫәл

Һоло кеҫәле

үҙгәртергә

Был кеҫәлде һоло ярмаһына (1:1 онға 1:3 ярма иҫәбенән) һыу ҡойоп, уға әсетке өҫтәйбеҙ һәм бер тәүлектән ике тәүлеккә тиклем ултырытып ҡуябыҙ. Йылылыҡты һаҡлау өсөн кеҫәл һауытын ҡалын сепрәк менән урайбыҙ. Һуңынан һыуын түгеп, уны ҡайнау хәленә еткерәбеҙ, тоҙлайбыҙ һәм кеҫәл әҙер.

Был элек-электән тәмле эсемлек һанала. Ошонан сығып, әкиәттәрҙә "Һөт йылғалары, кеҫәл ярҙары" тигән һүҙҙәр таралған. Был эсемлек ныҡ туҡлыҡлы, уның тәме үҙенсәлекле, саҡ ҡына әскелтем.

Һөтлө кеҫәлде эҫе көйөнсә лә, һыуыҡ көйөнсә лә ҡалаҡлап эсергә мөмкин. Был кеҫәлдең үҙен генә эскәндә әсе, һөт менән булғанда әсе тәм юғалып, татлана.

Кеҫәлде һоло ононан ғына түгел, ә һоло киҫәктәренән («Геркулес»), ярманан да әҙерләйҙәр. Тәүге әсеткене икмәк менән эшләйһең, ә инде икенсеһен тәүгеһенән ҡалғаны менән әсетһәң, кеҫәл тиҙерәк әҙерләнә һәм тәмлерәк була. Кеҫәлдең әселеге күпме әстеүеҙән тора. Үтә әсегән йәиһә әсеп бөтмәгән кеҫәлдең тәме боҙола. Әҙер, әсегән масса, иләк йәки марля аша һөҙөлә. Кәрәк булғанда, һыу ҡушыла һәм талғын утта бер нисә сәғәт ҡайнатыла.


Фотогалерея

үҙгәртергә

Емеш-еләкле татлы кеҫәлдәр

үҙгәртергә

Консистенцияһы буйынса татлы кеҫәлдәр ҡуйыға, уртасаға һәм ярым шыйыҡҡа бүленә.
1 литр ҡуйы кеҫәл әҙерләү өсөн 60-80 грамм, уртаса ҡуйылыҡтағыһына — 35-50 грамм, ярым шыйыҡҡа 20-40 грамм крахмал кәрәк. 30 грамм концентратлы кеҫәл әҙерләү өсөн 0,220 литр һыу кәрәк, был осраҡта уртаса ҡуйылыҡтағы кеҫәл килеп сыға. Ҡуйы кеҫәл, әҙер булғас, ҡайнар һыу менән һыуланған һәм шәкәр һибелгән формаларға һалып һыуытыла. Һыуынғас, уны тәрилкәгә һалып, өҫтөнә емеш-еләк һуты ҡоялар. Уртаса ҡуйылыҡтағы кеҫәл эҫе көйөнсә стаканға ҡойоп бирелһә, ярым шыйығы ярмалы пудингтарға, котлеттарға һәм төрлө запеканкаларға соус булараҡ бирелә.

Кипкән көртмәленән кеҫәл

үҙгәртергә
  1. Еләкте һыуыҡ һыуға һалып, йомшарғансы бешерергә.
  2. Һыуын һөҙөп алып, ултыртып торорға.
  3. Емештәрҙе иҙергә һәм иләк аша үткәрергә.
  4. Шәкәр һәм күп булмаған һыуға ҡатыштырылған крахмал өҫтәп болғарға.
  5. Массаны алдан ҡайнап сығып һөҙөп алған һыу менән ҡушабыҙ һәм ҡайнатабыҙ. Әҙер булғас, һыуытып табынға бирәбеҙ

Ҡарағат ҡайнатмаһынан кеҫәл

үҙгәртергә
  1. Кәстрүлгә 1 литр һыу һалып ҡайнатырға.
  2. Ҡайнаған һыуға яҡынса 3-4 ҡалаҡ ҡайнатма һалырға. Тәме буйынса шәкәр өҫтәргә.
  3. Яҡынса бер стакан һыуыҡ һыуҙы 2 тулы аш ҡалағы крахмал менән бутарға.
  4. Крахмал ҡатышмаһын әҙер массаға ҡойоп, төйөрҙәре булмаһын өсөн яҡшылап болғай-болғай ҡайнатырға.

Табынға эҫе көйөнсә лә, һыуыҡ көйө лә бирелә.

Концентраттан кеҫәл

үҙгәртергә

Ҡоро кеҫәл брикетын иҙеп, 1:1 иҫәбе менән ҡайнап һыуытылған һыу ҡушалар. Килеп сыҡҡан массаны яйлап ҡына ҡайнаған һыуға ҡушалар һәм болғай-болғай тағы ла ҡайнау хәленә еткерәләр. Кеҫәл кире шыйыҡланмаһын өсөн, уны 5 минуттан да артыҡ ҡайнатырға ярамай

Һөтлө кеҫәл

үҙгәртергә

Ҡайнаған һөткә шәкәр һалып һәм болғап, һыуыҡ һыу ҡушылған крахмал өҫтәйбеҙ ҙә ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алып, стакандарға ҡойоп, шәкәр һибеп бирәбеҙ. [[Category:[Десерттар]]