- Барғанда йырлап бара,
Ҡайтҡанда илап ҡайта.
- Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡыҙыҡай,
Ауыҙынан тамған ҡыҙыл ҡан.
- Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым.
- Алһыу битле йомро ҡыҙ,
Бикә түгел, бей түгел,
Уға башың эй, бөгөл!
- Тау башында бер тәкә
Башын күтәрә алмай ята.
- Ҡыҙыл-ҡыҙыл төймәләр
Келтен-келтен ултыра.
«Бөгөнгө көн алмаһалар —
Китәмен», — тип ултыра.
- Йомро-йомро-йомро туп,
Йомро башлы ҡыҙыл туп.
Башы түбән һалынған,
Уға ҡыҙҙар ялынған.
- Түңәрәк, түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл, ҡыҙыл ҡан кеүек;
Башы түбән һалынған,
Ҡыҙҙарға ҡарап ялынған.
- Ҡара ерҙә ҡаҙан аҫтым —
Ҡайнамайынса беште;
Аҡыллыға йомаҡ әйттем —
Уйланы ла белде;
Аҡылһыҙға йомаҡ әйттем —
Тыңланы ла көлдө.
- Мин ни күрҙем, ни күрҙем,
Көнгә бешкән аш күрҙем.