Ел, дауыл, ҡойон (йомаҡтар)
- Көйләй ҙә көйләй,
Үҙенең бер ҙә көйө юҡ.
- Ике тауҙың араһы,
Һыҙғыра пәрей балаһы.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡапҡа аса.
- Ҡулы юҡ, аяғы юҡ,
Ерҙә йүгереп, ҡапҡа аса.
- Тауышы бар, һүҙе юҡ,
Һөйләшергә үҙе юҡ.
- Үҙе йәнһеҙ, тауышы йәмһеҙ.
- Аяғы ла юҡ, башы ла юҡ —
Үҙе елдереп йөрөй.
- Ҡулы юҡ, аяғы юҡ —
Тәҙрәмде ҡаҡҡылай.
Тартҡылай, һуҡҡылай,
Өйгә инергә һорай50.
- Ҡулы юҡ — тәҙрә ҡаға,
Ауыҙы юҡ — йырлай.
Өйгә инәм, тип илай.
- Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Һөйләшергә теле юҡ,
Ҡояш кеүек нуры юҡ,
Күрергә күҙе юҡ,
Һис етмәгән ере юҡ.
- Ялман ялан гиҙә.
- Ҡырҙа йөрөй, урманда ята.
- Тауға тартһаң — бармай.
- Ҡыйҡым-ҡыйҡым, ҡыйҡым ҡош
Ҡыйҡылдаша, шаулаша.
- Салғыйымды аса,
Үҙе минән ҡаса.
- Ҡапҡамды аса ла
Ҡапҡам артына ҡаса.
- Ятыр-торор өйө юҡ,
Үҙенең һис көйө юҡ.
Ҡаға урам ҡапҡаһын,
Шаҡый тәҙрә ҡапҡасын,
Эҙләй гел тишек-тошоҡ
Инергә һорай ышыҡ*.
- Иртә килә, сиртә килә,
Ике ҡанатын һирпә килә,
Ҡамышлыҡтан үтә килә,
Ҡамыш башын һелкә килә.
- Ҡулһыҙ-аяҡһыҙ тәҙрә ҡаға.
- Иртә менән тора,
Тәҙрә үтә өрә.
- Лап-лап тәҙрә яба.
- Өй түбәмдә бүре олой.
- Ҡанатһыҙ — оса,
Ҡулһыҙ — һуғыша.
- Ҡотһоҙ Ҡолой
Бүре кеүек олой.
- Күсеп килде, күсеп китте.
- Оҙон орсоҡ өйөрөлдө.