Ел тирмәне (йомаҡтар)
- Ҡанатын елпеп торһа ла оса алмай.
- Пыр-пыр итер — осалмаҫ.
- Ҡанаты күп — оса алмай.
- Дүрт ҡоҙағый
береһен-береһе ҡыуа
Етә алмай. - Дүрт ҡанат,
Алты аяҡ,
Уны белмәгән кешенең
Арҡаһына — тал-таяҡ. - Етмеш егет ел эшләй.
- Үҙем ел-һыу менән торам,
Бөтә халыҡты туҡ ҡылам. - Мөгрөй, мөгрөй, мөгрәгән,
Башын күккә терәгән,
Аш та ашаған — туймаған,
Таш та ашаған — туймаған.