Еңеү һалдаттары үлемһеҙ!

Тереләрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип белмәй әйтмәй халыҡ – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл үтһә лә, бөйөк Еңеүҙең бәҫе кәмемәй, еңеүселәрҙең даны һүрелмәй, улар хаҡында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙән юйылмай...

Яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙән юйылмай

үҙгәртергә

Олатайым Бикмәтов Рәшит Динмөхәмәт улы хаҡында әсәйемдән күп тапҡырҙар матур хәтирәләр ишетеп үҫһәм дә, бала саҡта балалыҡҡа барып, артыҡ иғтибар бирелмәгәнме – барыһын да “шулай булырға тейеш”, тип ҡабул ителгән. Тик олоғая бара үткәндәр хаҡында күберәк уйлайһың, элеккеләрҙе күңелдән барлап, баһа бирәһең, ҡиммәтен аңлайһың икән.

Әсәйем үҙе гүр эйәһе инде хәҙер. Уның яугир атаһы тураһында шундай ҡәҙерле хәтирәләрен тағы бер ҡат күңелдән барлап, икеһенең дә рухтарын шатландырайым, тигән маҡсатта быйыл йәй туғаным Ғаффар ағай Бикмәтов менән олатайымдың ҡәберен эҙләп, дәһшәтле һуғыш үткән яҡтарға юлландыҡ. Волгоград өлкәһенең Клетский районының Үрге Бузиновка ауылы янында Сталинград өсөн ҡаты бәрелештәрҙә Ватанын һаҡлап ҡорбан булғандарҙың туғандар ҡәберлеге бар. Ана шул изге ергә булды сәфәребеҙ...

Олатайым Бикмәтов Рәшит Динмөхәмәт улы 1908 йылда Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы Динмөхәмәт, совет власы булыуға ҡарамаҫтан, диндар кеше була – ул ваҡытта тыйылһа ла, намаҙ уҡый, ураҙаларын ҡалдырмай.

Әсәйем мәрхүмә Иманғолова Әсмә Рәшит ҡыҙы һөйләүенә ҡарағанда, олатай башта мәҙрәсәлә белем ала, унан, ул осорҙа транспорт булмау сәбәпле, Стәрлегә йәйәү йөрөп уҡый. Бала сағы Иҫке Монасиптың Кепес тигән яғында йәйҙәрен Мәжит ҡустыһы менән Ағиҙелдә балыҡ ҡармаҡлап, һыу инеп үтә.

1931 йылда Стәрлетамаҡ педагогия техникумының уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлағас, Бикташта уҡыта, аҙаҡ Нәби ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә, һуңынан директор вазифаһын башҡара.

Партия мәктәбен тамамлағас, Монасип ауылында комсорг була, партия эштәрен алып бара. 1941 йылда, һуғыш башланыр алдынан, уны Иҫке Собханғолға райсоветҡа эшкә алалар, ләкин ул унда оҙаҡ эшләй алмай – беренселәрҙән булып һуғышҡа китә.

Ғәфиә өлөсәйем ( Яңы Монасиптыҡы) 28 генә йәшендә 3 бала менән тороп ҡала. Һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да колхозда бил бөгә. Әсәйем һөйләүенсә, олатайым командирҙар курсын үтеп, Әлкә ҡасабаһында йәш һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү буйынса инструктор булып эшләй.

1942 йылда уның взводынан 2 һалдат һуғышҡа бармаҫ өсөн ҡаса - дезертир була. Ул ваҡыттағы закон буйынса хәрби трибунал Рәшит олатайҙы офицер званиеһынан рядовойға төшөрә һәм штрафбатҡа оҙата. Әгәр ҙә шул ике ҡасмаһа, атайым тере ҡайтыр ине, тип илай торғайны әсәйем...

1942 йылда фашист ғәскәрҙәре Сталинград ҡалаһын алып, көньяҡҡа юл асырға уйлай. Сталинград өсөн ҡаты һуғыштар бара. Рәшит олатай 6-сы гвардия кавалерия дивизияһы составындағы 23-сө гвардия кавалерия полкында рядовой булып һуғышҡа инә.

Сталинград эргәһендәге немец фашист ғәскәрҙәрен ҡамауҙа ҡалдырыр өсөн, 1942 йылдың 19 ноябрендә иртәнге сәғәт 07:30 минутта Совет армияһы 15 000 орудие, минометтарҙан атып, Совет Армияһының көсөн, ҡаһарманлығын бөтөн донъяға күрһәтеп, контрһөжүмгә күсә.

Дон йылғаһы яғындағы Клетский районының Үрге Бузиновка ауылы янында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә 1942 йылдың 20 ноябрендә олатайым һәләк була.

Иҫке Монасип уҙаманының – заманына күрә уҡымышлы кешенең, диндар ир-азаматтың ерҙәге ғәмәлдәре ошо ерҙә Ватан өсөн, матур һәм тыныс киләсәк хаҡына ҡан ҡойошта шәһиттәрсә өҙөлә лә инде...

Үрге Бузиновкалағы туғандар ҡәберлегенә олатайым да ерләнгән. Ҡәберлек ауыл уртаһында, матур ерҙә - паркта урынлашҡан. Унан сәскәләр, гөлләмәләр өҙөлмәй, тимәк, кеше килә, туғандарын - ил батырҙарын иҫкә ала...

Әсәйем мәрхүмә ғүмере буйы: “Эх, атайымдың ҡәберен табып, эргәһенә барып ҡайтыр кәрәк ине”, - тип үкенес ҡатыш хыяллана ине. Уға яугир атаһының ҡәберенә барып, рухына бағышлап аят-сүрәләр уҡып ҡайтыу бәхете яҙмаһа ла, ошо бурысты миңә атҡарырға тура килде.

Эйе, Тыуған ил өсөн ҡорбан булғандар үлемһеҙ, тиҙәр бит. Олатайым Бикмәтов Рәшит Динмөхәмәт улы – шулар иҫәбендә... Хәйҙәр ИМАНҒОЛОВ. Байназар ауылы "Таң "гәзите 20 ноябрь, йома, № 93 (10437)