Зыярат ҡылыу
Ҡәберстанды икенсе төрлө зыярат тиҙәр.
Зыярат — барып күреү мәғәнәһенә лә эйә.
Зыярат ҡылыу -сауаплы ғәмәл
үҙгәртергәҠәберстанға зыярат ҡылыу динебеҙҙә рөхсәт ителә. Ҡәберстанға барыу үлемде хәтерләткән өсөн кәрәк тә инде. Сөнки бәндәләр донъялыҡта мәңге йәшәгәндәй тоя башлай үҙен. һөҙөмтәлә нәфсеһен дә тыймай, кешеләр менән күркәм мөнәсәбәттә булырға кәрәклекте лә онотоусан.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Ҡәберҙәрҙе барып күрегеҙ, сөнки ҡәбер һеҙгә үлемде хәтерләтер».
Ҡәберстанға ингәндә, ҡәберлектә ятҡан ҡәбер эйәләренең һәммәһенә лә сәләм бирәләр: «Ғэләйкүмүс-сәләмү йә әһләд-дийәр. Рахимәл-лаһүл мүстәҡди- миннә үәл мүстәъхиринә минкүм. Әңгүм ләнә сәләфүн үә нәхнү ләкүм халәф. Үә иннә ин шәәъ Аллаһү бикүм ләхиҡун. Нәсъәлүллаһәә ғәлә ләнә үә ләкүмүл ғәфийәһ».
Мәғәнәһе: Эй, был йорттарҙың әһелдәре! һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең сәләмдәре булһын! Донъянан үткән һеҙгә лә, һеҙҙән һуң ҡалған беҙгә лә рәхмәт ҡылһа икән. һеҙ - беҙҙән әүәл (йәшәгән) кешеләр, беҙ - һеҙҙән һуң ҡалған кешеләр. Ин шәәъ Аллаһ, беҙ һеҙгә барып ҡушылырбыҙ. Үҙебеҙ өсөн дә, һеҙҙең өсөн дә Аллаһ Тәғәләнән сәләмәтлек үә ғәфиәт (ғәфү итеүҙе) һорайбыҙ.
Ҡәберстанда булғаңда, «Ясин» сүрәһен уҡыу хәйерле һанала.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: «Кеше, ҡәберлеккә барып, «Ясин» сүрәһен уҡығанда, Аллаһ Тәғәлә ул көндә унда ятҡан мәйеттәрҙең ҡәбер ғазабын еңеләйтер һәм (шул сүрәне) уҡыусыға ҡәберлектә ятҡандарҙың һаны ҡәҙәр сауап бирер», - тигән.
Бынан тыш ҡәберстанда «Фатиха» сүрәһен - бер нисә тапҡыр, «Ихлас» сүрәһен өс мәртәбә уҡыуҙың да сауабы ҙур.
«Эй, Мөхәммәд, мәрхүмдәребеҙгә бағышлап саҙаҡа бирәбеҙ, уларға бағышлап, хаж ғәмәлен үтәйбеҙ, доға ҡылабыҙ. Был изгелектәребеҙ уларға барып олғашамы икән?» - тип һорағандар пәйғәмбәребеҙҙән.
«Эйе, олғаша!» - үҙегеҙгә берәй бүләк биргәндә нисек шатланаһығыҙ, һеҙҙең изгелектәрегеҙгә улар ҙа шулай шатлана», - тип яуап биргән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм.